Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы
Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы - 1907 - 1970, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, пулемётсы, һуғыш инвалиды; колхозсы.
Биографияһы
үҙгәртергәҒәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы Ғафаров 1907 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙерге Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ғафаров Ғәбделнафиҡтың күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Илсекәй ауылы башланғыс мәктәбен тамамлаған.
Күрше Ҡалмаҡол ауылы ҡыҙы Мәғрифәгә өйләнә. Һуғыш алдынан тәүге улы Нәбит (1939) тыуа.
Хәрби хеҙмәткә алыныр алдынан «Башташ» колхозы рәйесе була.
Һуғыш инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, Илсекәйгә әйләнеп ҡайтҡас, Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы, Төхвәтуллин Сәмиғулланан ҡабул итеп, 1943 йылдың 5 авгусынан 1945 йылдың 22 апреленә тиклем, «Башташ» колхозының рәйесе була.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1942 йылдың 6 февралендә Эшсе-Крәҫтәин Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
Башта пулемётсы була. 1942 йылдың 1 сентябренән улъя йәғни ғәнимәт командаһында.
1942 йылдың 9 декабрендә дивизион комиссияһы тарафынан сәләмәтлек торошо яңынан ҡаралған һәм стройҙан тыш хеҙмәткә генә яраҡлы тип табыла.
1943 йылдың 2 февралендә, беләге үтәнән-үтә яраланыуы арҡаһында, беләк һәм ашыҡ һөйәктәре һына, шул сәбәпле, уң ҡул суғының һәм бармаҡтарының хәрәкәтләнеүе бик сикле була.
Тәрән тылға, Украина һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған Төмән ҡалаһының 3352-се эвакогоспиталенә оҙатыла. Был госпиталдә Ғәбдрәшит 1943 йылдың 25 майынан 15 июленә саҡлы дауалана. Раҫлаусы документ - дауалау учреждениеһы начальнигы ҡултамға ҡуйған 1-1207-се һанлы справка.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҒафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы Табын тармағы булған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылының Тәүеш тигән нәҫеленә ҡарай. Бер туған ағаһы Әбдрафиҡтың улы Ғафаров Халиҡ та, 19 йәшендә һыңар аяғын ҡалдырып, инвалид булып ҡайта. Туғаны Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы Тыуған ил өсөн башын һала.
Ҡатыны Мәғрифә Асия (1947) һәм Камил (1953) исемле балалар бүләк итә. Икенсе ҡатыны Сафура Хәйрилсамованан Нәсибулла (1949-1989) менән Камила (1952-2004) исемле балалары тыуа.
Һуғыш инвалиды
үҙгәртергәСССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының 336-сы Сирҙәр теҙмәһенә ярашлы, табип комиссияһы тарафынан 43-сө статья нигеҙендә Ғәбдрәшитте строевой хеҙмәткә яраҡһыҙ 1-се төркөм инвалиды тип таный.
Шундай таныҡлыҡ справка менән Ғафаров Ғәбдрәшит Салауат районы хәрби комиссариатына ҡайтарыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А.Ф. Фассахов, М.Ф. Абдуллина. Воины-односельчане. 2015 г. "Дизайн", 12 с.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Информатор - Ғафаров Ғәбдрәшиттең ҡыҙы Закирйәнова Асия Ғәбдрәшит ҡыҙы (1947 йылғы), Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында йәшәй. Яҙып алды: Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (2008 й.)