Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант, ҡыҙылармеец
Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы — (1913 йыл - ?) 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, сержант, ҡыҙылармеец [1].
Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Хәрби звание | Сержант һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа. Ауыл колхозында эшләй. Фронтҡа 1942 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына.[2] 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Сержант дәрәжәһенә етә. Яу ваҡытында ҡаты яралана. Унан Тимерхан Ғарифулла улы саперға уҡый. Бик күп яуҙарҙа, 1-се һанлы Белорус фронты һыҙығында һуғыша. Днепрҙы азат иткәндә ауылдаштары Ҡорбан Солтаншин Һәм Сафуан Ғәлиханов менән осраша. Һуғыштан һуң “Шаҙы” колхозында йәшелсә бригадаһында эшләй [3].
Наградалары
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Память народа. Гарифуллин Тимерхан Гарифуллинович
- ↑ Они вернулись с победой. Большешадинский с/с. 1997 г. стр. 24
- ↑ Они вернулись с победой. Мишкинский район.2005 г.стр.56
- ↑ Гарифуллин Тимерхан Гарифуллинович