Ғайсин Хәйҙәр Миңшәриф улы

(Ғайсин Хәйҙәр Миншәриф улы битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Ғайсин Хәйҙәр Миңшәриф улы (12 ноябрь 1962 йыл) — Берҙәм республика һайлау округы, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-се саҡырылыш депутаты, «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәйҙәр Миңшәриф улы Ғайсин Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районында 1962 йылдың 12 ноябрендә тыуған.

Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1980 йылда Ейәнсура районындағы «Инәк» совхозында ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай.

1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1990 йылдан «Кумертаустрой» тресының 325-се механизацияланған күсмә колоннаһында мастер булып эшләй.

1990 йыл аҙағынан — 1-се категориялы архитектор, Күмертау ҡала Советы башҡарма комитетының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге геодезия һәм проект хеҙмәтендә эшләй.

1992 йылдан — «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

«Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп эшмәкәрлек төрҙәре:

төрлө ҡатмарлыҡтағы төҙөлөш хеҙмәттәре башҡарыу;

пластик һәм алюмин конструкциялар етештереү.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайланған. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙаған төҙөүсеһе
  • Рәсәй Төҙөүселәр союзы ордены
  • Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамоталары

Сәйәси статусы: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә