Яңғыҙ (ауыл)
Яңғыҙ рус. Янгиз) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Марьевка ауыл Советындғы ауыл.
Яңғыҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Марьевский сельсовет[d][1] |
Халыҡ һаны | 36 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461428 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Һайылмыш йылғаһының уң ҡушылдығы Яңғыҙ йылғаһы буйында район үҙәге Һаҡмар ауылынан төньяҡҡа табан 8 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1901 йылдан алып Яңғыҙ йылғаһы буйында урынлашҡан Яңғыҙ (Казак Яңғыҙы) утары булараҡ билдәле, ул йылда торама 38 ихатанан торған, унда 221 кеше йәшәгән.
1926 йылда ул Яңғыҙ, шулай уҡ Марьевский тип иҫәпләнә, унда 331 кеше йәшәгән, 64 йорт-ихата иҫәпләнгән, шуларҙың 59-ы урыҫ һәм 5-е украин милләтле булған.
1931 йылда Яңғыҙ ҡасабаһы тип билдәләнгән, 82 йорт-ихата булған, 400 кеше йәшәгән, бөтәһе лә урыҫтар. Совет йылдарында «Ҡыҙылармеец» колхозы булдырылған[3].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны — 25 кеше (урыҫ 80 %), 2010 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса — 36 кеше[4].
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылға атама уның янынан аҡҡан Яңғыҙ йылғаһы исеменән бирелгән. Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы ғалим Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында, Яңғыҙ атамаһы башҡорт теленән килеп сыҡҡан, урыҫ телендәге «одинокая» тигәнгә тап килә, тип яҙған. Йәғни, бер үҙе. Артабан ошо төбәктәге йылғаларҙы, ул барып ҡушылған Һайылмыш йылғаһын күҙҙән үткәреп, Моисеев, йылға был йәһәттән яңғыҙ түгел тигән һығымта яһай. Баҡһаң, Яңғыҙ йылғаһының ҡушылдыҡтары юҡ икән, шуға күрә ул бер үҙе[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Торопцева. О населенных пунктах Янгиз-Янгиз-Янгиз Сакмарского района, Марьевке Октябрьского района (2017).
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
- ↑ Мы считаем, что название Янгиз указывает на то, что у этой речки нет притоков, она одна, одинокая. Янгиз начинается в Александровском районе, сливаясь из нескольких источников, и течёт по Октябрьскому и Сакмарскому районам, не принимая в себя притоков. Конечно, весной во время таяния снега и летом после сильных дождей образуются многочисленные ручьи и ручейки, которые текут в Янгиз с прилегающей к речке территории, но скольконибудь значительных притоков у Янгиза нет. В прошлом вблизи речки Янгиз возникали поселения, часть которых получила свои названия по речке: деревня Янгиз, село Янгиз-Марьевка в Сакмарском районе. — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.