Яңы Һаҡмар (Ибраһим ауыл советы)

Яңы Һаҡмар (рус. Новосакмарск)—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Яңы Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Халыҡ һаны 0 кеше (2010)[1]
Почта индексы 462221
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-төньяҡ-көнбайыштараҡ яҡынса 9 километр алыҫлыҡта, Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Яңы Һаҡмар ауылының климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

1901 йылда ошо төбәктәге ниндәйҙер урында Яңы-Һаҡмар утары урынлашҡан булған. 1930-сы йылдарҙа Үрге Бисҡужа эрзәләр ауылынан эсер һыу етмәү сәбәпле Һаҡмар буйында икенсе урынға күсеп, Яңы Һаҡмар ауылына нигеҙ һалғандар. Әммә ниндәйҙер сәбәп буйынса был урын да оҡшамай, һәм тиҙҙән ауыл яңынан күсенеп, хәҙер ҙә йәшәп ятҡан урынға - Мәҙрәс тауы янында урынлаша[3].

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеге, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[4][5].

2016 йылға тиклем Яңы Һаҡмар ауылы Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

2002 йылда даимийәшәгән халыҡ һаны-6 кеше (67 % урыҫ, 33%-ы башҡорттар)[6], 2010 йылда йәшәгән кеше булмаған[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  5. Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
  6. Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России".
  7. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4