Яңы Һаҡмар (Ейәнсура ауыл советы)
Яңы Һаҡмар (рус. Новосакмарск)—Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советына ҡараған ауыл.
Яңы Һаҡмар | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Халыҡ һаны | 184 кеше (2010)[1] |
Почта индексы | 462200 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көнбайыштараҡ яҡынса 29 километр алыҫлыҡта, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәЯңы Һаҡмар ауылының климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].
Тарихы
үҙгәртергәXХ быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында нигеҙ һалынған тип һанарға мөмкин булған мәғлүмәттәр бар. Башлап килеп ултырыусылар араһында украиндар күпселекте тәшкил итә[3]. Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеге, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[4][5].2016 йылға тиклем Яңы Һаҡмар ауылы Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдың даими йәшәгән халыҡ иҫәбе 218 кеше (урыҫтар 79 %) , 2010 йылда 184 кеше булған[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.