Яңы Һары Новосаринский — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Яңы Һары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 391 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462219
Карта

Һары станцияһының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь.. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Яңы Һары ҡасабаһы 2016 йылға тиклем Яңы Һары ауыл Советы үҙәге булған. Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[4]

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының хәҙер инде бөтөрөлгән Яңы Һары ауыл Советына[5] ингән. Яңы Һары ауылы муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған[6].

Яңы Һары ауыл Советына Һары тимер юл станцияһы, Казарма 244 км, Казарма ж/д 246 км, Казарма ж/д 258 км, «Һары» совхозының 1-се бүлексәһе, «Һары» совхозының 2-се бүлексәһе, «Һары» совхозының 3-сө бүлексәһе ҡасабалары, 212-се т/ю разъезы, Трепельный ҡасабаһы, «Һары» совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (хәҙерге Яңы Һары) ингән булған[7].

Этимологияһы

үҙгәртергә

1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Һары» совхозының үҙәк усадьба ҡасабаһы Яңы Һары тип үҙгәртелә[8].

Ҡасабаға исем биргән «Һары» совхозының атамаһы ошо төбәктә аҡҡан Һары йылғаһынан килеп сыҡҡан. Был гидроним буйынса төрлө фараздар төрлө булһа ла, уның ярҙарындағы һәм эргә-тирәһендәге һары балсыҡ күп булыуы һәм һыуға ла төҫ биреүе булған тигән фараз — хәҡиҡәткә иң яҡынылыр[9].

Халыҡ иҫәбе
2010[10]
391

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  5. ЛИКВИДАЦИОННАЯ КОМИССИЯ АДМИНИСТРАЦИЯ МУО НОВОСАРИНСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ (ВНЕСЕНИЕ СВЕДЕНИЙ О ПРОМЕЖУТОЧНОМ ЛИКВИДАЦИОННОМ БАЛАНСЕ)
  6. Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
  7. НАСЕЛЕННЫЕ ПУНКТЫ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА, ОТНОСИВШИЕСЯ В 1960-М ГОДУ К ХАЛИЛОВСКОМУ РАЙОНУ
  8. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  9. Имя речки Сара — башкирское, оно имеется и в других тюркских языках и в переводе на русский означает «жёлтая». Название объясняется тем, что в берегах реки, а также и поблизости находилась жёлтая глина, поэтому во время сильных разливов вода в речке приобретала желтоватый цвет. Переселенцы быстро нашли применение этой глине: они разводили её в воде, добавляли ещё что-то и красили (белили) ею жильё и хозяйственные постройки. Впоследствии это второе название села — Сара — стало официальным и общеупотребительным, а первое — Петропавловка было опущено — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С.М. Стрельникова, 1994.