Яңы сик һыҙаты (Орск —Троицк)

Рәсәй империяһы

Яңы сик һыҙаты рус. Новая пограничная линия) — Рәсәй империяһы, 1835 йылда Батша бойороғо менән Ҡырғыҙ далаларында урыҫ торамаларын нығытыу маҡсаты менән Орск ҡәлғәһенән Троицкиға тиклем булдырылған һаҡ, сик һыҙаты. Ғәмәлдә Яңы һыҙат Уй йылғаһының Березовка редутына тиклем һуҙылған.

Яңы сик һыҙаты
Дәүләт  Рәсәй империяһы

Тарихы үҙгәртергә

1730-1740-сы йылдарҙа Яйыҡ һәм Уй йылғалары буйлап Рәсәйҙең сиге тура мөйөш тиерлек барлыҡҡа килтергән. Әммә далаларҙы колонияға әйләндереү өсөн тағы ла йөҙ йыл үтә әле: сик буйы станицаларының тар ғына һыҙаттары, асылда, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың ерҙәрен бүлеп торған. Өҫтәүенә, Яйыҡ буйлап урынлашҡан был бер нисә казак станицаһы ғәскәрен күпселек хеҙмәтле башҡорттар тәшкил иткән[1].

Ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙан (ҡаҙаҡтарҙан) тартып алынған биләмәләге иҫке сик (Яйыҡ буйлап) һәм яңы сик араһындағы һыҙаттарға казактар килтерелә, һәм уларға күсеп йөрөгән ҡайсаҡтарҙы Яңы һыҙат аша үткәрмәҫкә бойорола. Ә генерал-губернатор В. А. Перовский хатта, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар үҙ көтөүҙәре менән уларҙан тартып алынған ерҙәргә әйләнеп ҡайтмаһын өсөн, хатта Ҡытай диуары кеүек ур эшләтергә булып китә. Әммә тиҙҙән бөтә эштәр туҡтатыла: Перовский был ниәттең файҙаһыҙ икәнен аңлай[2].

Шул уҡ ваҡытта Яңы сик һыҙатына күсенеү бара. Бында тыл станицаларынан һәм биҫтәләренән казактар: урыҫтар, башҡорттар, татарҙар (нағайбаҡтар), ҡалмыҡтар һәм башҡалар күсереп килтерелә. Ҡалмыҡтар был яҡҡа Волга буйындағы Ставрополь ҡалмыҡ ғәскәренән күсерелгән (уларҙың үҙәге шул ҡалала булған) һәм Яңы һыҙатта урыҫтар менән аралашып урынлашҡан. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 32 торама пункт төҙөлгән, башта уларҙың исемдәре лә булмаған, ә номерҙар менән генә атап йөрөткән булғандар. Шул сәбәпле яңы төҙөлгән Яңы линия районы Номера́ (Номерҙар) тип аталып йөрөтөлгән. Был бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған һәм станицаларға исемдәр бирә башлағандар[3].

Төбәктәге түрәләр тотош хәрби булған, шуға күрә атамаларҙы ла күберәк яйыҡ казактары ҡатнашҡан еңеүле яуҙар менән бәйләп бирә башлағандар: 32 станица, ауылдарға рәт һаны буйлап ошондай атамалар бирелгән: 1 — Кассель, 2 — Остроленская, 3 — Фершампенуаз, 4 — Париж, 5 — Великопетровская, 6 — Полтавская, 7 — Елизаветпольская, 8 — Требня, 9 — Кацбах, 10 — Полоцкая, 11 — Нови, 12 — Рымникский, 13 — Бреда, 14 — Аландская, 15 — Бриент, 16 — Кваркенская, 17 — Адрианополь, 18 — Кульм, 19 — Измаильская, 20 — Браиловская, 21 — Наваринский, 22 — Варшавская, 23 — Краснинский, 24 — Арск, 25 — Березинская, 26 — Бородинская, 27 — Чесменская, 28 — Тарутинский, 29 — Лейпциг, 30 — Варна, 31 — Куликовский, 32 — Берлин.

Был исемлектә 2 генә атама һуғыш менән бәйле түгел: Елизаветпольская (императрица Елизавета хөрмәтенә) һәм Великопетровская (Петр I хөрмәтенә)

Әлеге тораҡ пункттарҙың күпселеге (Кассель, Париж, Кацбах һәм башҡалар) әле Силәбе өлкәһендә көн итә. Ырымбур өлкәһендә биш кенә торама бар, уларҙың барыһы ла — Адрианополь, Аландск, Бриент, Кваркено, Кульма — Кваркен районында урынлашҡан[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. А. И. Кортунов. Особенности зачисления башкир в состав Яицкого (Уральского) и Оренбургского казачьих войск (XVIII—XIX вв.) Вестник Пермского универститета.- 2013г., вып.1(21)
  2. На рубеже Отчизны: продолжаем разговор об орских пограничных укреплениях XVIII—XIX века
  3. Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
  4. Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1..

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.

Һылтанмалар үҙгәртергә