Яңы империализм
Тарихи контекста «Яңы империализм» термины XIX—XX быуат башында ҙур европа державаларының, шулай уҡ АҠШ һәм Японияның колониаль экспансия осорон[1] улар араһында диңгеҙ аръяғы биләмәләре өсөн ғүмергә булмаған конкуренция осорон аңлатҡан. Яңы империализм осоронда көнбайыш дәүләттәр (Япония менән) бөтә Африканы тулыһынса тиерлек һәм Азияның байтаҡ өлөшөн юуйһондорған. Яңы империализмды донъя баҙарҙары һәм арзан ресурстар өсөн көрәштә бөйөк державалар араһындағы киҫкен ярыштың артабанғы үҫеше һәм милли элиталарҙың донъя хакимлығына ынтылышы тип билдәләйҙәр. Ошо осорҙа нигеҙ һалынған колонияларҙың күбеһе деколонизация дәүерендә генә бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була, ул ике бөтә донъя һуғышы, шул иҫәптән Яңы империализм осоро эҙемтәһе булараҡ та, үҙенсәлекле һөҙөмтә булып тора. «Яңы» тигән билдәләмә феодаль колониаль империяларҙың һәм «колонизацияның тәүге тулҡыны» ваҡытының үҫеүенә бәйле үткән дәүерҙән — XIX—XX быуат башы капиталистик империализм дәүерен айырыу өсөн ҡулланыла. Был дәүерҙә Европа державалары Америка һәм Себерҙе үҙләштерә башлаған һәм Азия, Себерҙә ныҡлы форпостар булдырған[1][2].
Тәүшарттары
үҙгәртергәАмерика революцияһы (1775—1783) һәм Испания империяһының Латин Америкаһында тулыһынса тарҡалыуы (яҡынса 1820) менән Европа империализмының тәүге дәүере тамамлана. Бөйөк Британияла экспансия нигеҙе булып торған меркантилизмдың — сикләнгән байлыҡтар өсөн иҡтисади конкуренция тураһындағы тәғлимәттең етешһеҙлектәрен аңлайҙар. 1846 йылда бизнесты тотҡарлаған «икмәк закондары» бөтөрөлә, етештереүселәр киң күләмдә эш итеү азатлығын ала. Бөйөк Британияла ирекле сауҙа концепцияһы көс туплаған.[3]
Вена конгресынан (1815) алып Франция-Пруссия һуғышы (1871) тамамланғанға тиклем дауам иткән осорҙа Бөйөк Британия, технологиялар һәм гражданлыҡ институттары үҫешендә уларҙы күпкә уҙып китеп, башҡа дәүләттәрҙән күпкә отошло эш алып барған. Великобритания баҙарында әҙер продукцияға хаҡтар башҡа илдәр баҙарына ҡарағанда арзаныраҡ булған, ә продукция күләме Германия, Франция, Бельгия һәм АҠШ кеүек сәнәғәте үҫешкән илдәргә лә конкурент хаҡы буйынса артыҡ продукция менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.[4]
Пруссия етәкселегендә немец дәүләттәре коалицияһы Францияны тар-мар иткән Франк-прус һуғышының һөҙөмтәһе Бөйөк Британияның оҙайлы гегемонияһын ҡаҡшата. 1820—1870 йылдарҙағы Европа һәм донъя тарихы барышында йыйылған етди сәйәси һәм иҡтисади үҙгәрештәр Вена конгресы төҙөгән Европа концертында булған көстәр балансын боҙған.
Германияла һәм Италияла милли дәүләттәрҙе иғлан итеү оҙаҡ ваҡыт был потенциаль ярышташтарҙың иғтибарын эске эштәргә йүнәлтеп ситкә тартып торған территориаль мәсьәләләрҙе хәл итте. 1871—1914 йылдарҙағы осор тыныслыҡ булмаған үтә тотороҡһоҙ шарттарҙа дауам иткән. Францияның Франк-прус һуғышы һөҙөмтәһендә юғалған Эльзас-Лотарингияны кире ҡайтарыу ниәте, Германияла империя амбицияларының үҫеүе кеүек үк, ике илде лә конфликтҡа даими әҙерлек дәрәжәһендә тотто[5].
Ҡапма-ҡаршылыҡтар 1873—1896 йылдарҙа депрессия — етештереү түбәнәйә барған оҙайлы хаҡтар кәмеү осоронда ҡатмарлашҡан. Үҙҙәренең сәнәғәттәрен дәртләндереүсе хөкүмәттәр (Германияла — 1879 йылдан Францияла — 1881 йылдан алып) ирекле сауҙа принциптарынан ихлас баш тартҡан[6][7]. Бының менән улар бер-береһенең үҙ-ара асыуын ғына ҡабартҡан.
Берлин конференцияһы
үҙгәртергәБерлин конференцияһында (1884—1885) ҡатнашҡандар, «һөҙөмтәле оккупация» принциптарын формалаштырып, көсөргәнеште кәметергә тырыша. африкала) Ике шартты үтәгәндә: бәхәсле биләмәләр территорияларына ғәмәлдә эйә булыу һәм ресурстарын үҙләштереү принцибы территориаль дәғүәләр (атап әйткәндә, Африкала) булғанда халыҡ-ара таныу фаразланған. Шул уҡ ваҡытта, ерле халыҡ фекере иҫәпкә алынмаған. Император хакимлығына ҡаршы сығыштар рәхимһеҙ рәүештә баҫтырылған. 1904—1907 йылдарҙа булып үткән Германияның Көнсығыш Африка колонияларындағы гереро һәм нама ҡәбиләләре (1904—1907) һәм Маджи-Маджи ихтилалдары — күрһәтмәле. 15 ҡатнашыусы ил араһында береһе лә Африка исеменән сығыш яһамаһа ла, сауҙа, навигация һәм Үҙәк Африка сиктәре буйынса килешеүгә ирешеү конференцияның маҡсаты булған.
Конференцияла Франция, Германия, Португалия һәм Бөйөк Британияның колониялары һәм бойондороҡло территориялары өҫтөнлөк иткән. Державалар, бер үк ваҡытта бында урынлашҡан тел һәм мәҙәни сиктәрен кире ҡағып, Африкалағы колонияларының сиктәрен ҡайтанан ҡараған. Африка 50 бойондороҡло территорияға бүленгән һәм уның контролдә нисек тотолоуы ҡаралған. Шулай уҡ державалар, рәсми нигеҙҙә булмаһа ла, Африкала ҡолдар һатыуға сик ҡуйыу тураһында килешкән.
Яңы империализм осоронда Британия
үҙгәртергәБританияла Яңы империализм осоро байтаҡ иҡтисади үҙгәрештәр менән билдәләнгән[8]. Ил беренсе булып индустриалләшә башлағанлыҡтан, Британия XIX быуаттарҙың күп өлөшө дауамында технологик яҡтан башҡа илдәрҙән алда барҙы[9]. Әммә XIX быуат аҙағында башҡа илдәргә, башлыса Германия һәм АҠШ, Британия технологик һәм иҡтисади ҡеүәтенә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыу юлын һайлай[9]. Башҡа державалар халыҡ-ара баҙар мөнәсәбәттәрендә әүҙем ҡатнаша башлағанда, бер нисә тиҫтә йыл монополия тотоп торғандан һуң ил үҙ иҡтисадының өҫтөнлөгөн һаҡлау өсөн көрәшә башлай. 1870 йылда донъя етештереү ҡеүәтенең АҠШ-ҡа 23,3 %, Германияға — 13,2 % тура килгән сағында, Британияға — 31,8%-ы тура килгән[10]. 1910 йылға шул уҡ нисбәттә АҠШ-та 35,3 %-ҡа, ә Германияла — 15,9 %-ҡа еткәндә, Британияның етештереү ҡеүәте 14,7 %-ҡа кәмегән[10]. Германия менән Америка кеүек илдәр иҡтисади яҡтан уңышлыраҡ була барған һайын, улар империализмда әүҙемерәк ҡатнаша бара, һәм был Британия сауҙаһының һәм сит илдәрҙәге инвестицияларҙың элекке күләмен мөмкин тиклем нығыраҡ хупларға мәжбүр итә[10].
Егерменсе быуат башында Британияның шулай уҡ өс экспансионистик держава (Япония, Германия һәм Италия) менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәре көсөргәнешле булған. 1939 йылға тиклем был өс держава Британияның үҙенә бер ҡасан да янаманы, әммә империяға ситләтелгән ҡурҡыныс янауы көн кеүек асыҡ ине[11]. 1930 йылдарҙа Британия, Япония Алыҫ Көнсығыш биләмәләренә, шулай уҡ Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия биләмәләренә янар, тип борсолған[11]. Италия Британияның Мысырына янаған Төньяҡ Африкаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, ә Европа ҡитғаһында Германия өҫтөнлөгөнөң Бөйөк Британия именлегенә бер ни тиклем ҡурҡыныс тыуҙырған[11]. Британлылар, экспансионистик державалар халыҡ-ара тотороҡлоҡто боҙоуға килтерер, тип борсолған[11]. Бөйөк Британия үҙенең биләмәләрен юғалтыу ҡурҡынысы янағанда, ризалаштырыу булараҡ билдәле булған юл ҡуйыу сәйәсәтен ҡабул итеү ҡарарын сығарған булған[11].
Британияла яңы империализм дәүере йәмәғәтселектең империализм идеяһына ҡарата мөнәсәбәтенә йоғонто яһай. Йәмәғәтселектең күбеһе, Британия империализмдың этәргес көсө булһа, яҡшыраҡ булыр ине, тип ышанған[12]. Шулай уҡ шул уҡ кешеләр, Британия империализмы донъялағы изгелектең көсө булып тора, тип уйлаған[12]. 1940 йылда Фабиан колониаль тикшеренеүҙәр бюроһы, Африка иҡтисади йәһәттән дә, социаль планда ла үҫешә ала, тип раҫлай, ләкин ул ғәмәлгә ашҡанға тиклем Африканың Британия империяһы менән ҡалғаны иң яҡшыһы тип раҫлаған. Британияла XIX быуат аҙағында һәм XX башында империализмға ҡаршы оппозиция сығанаҡтары булыуға ҡарамаҫтан, тотош ил буйынса империализмға ҡаршылыҡ булмаған тиерлек[12]. Күпселек йәһәттән империализмдың был яңы формаһы Икенсе донъя һуғышынан һуң яңы империализм эраһы аҙағына тиклем Британия оҡшашлығының (идентичность) бер өлөшөн тәшкил итә[12].
Империяларҙың бер-береһен уҙырға тырышыуы
үҙгәртергәАфрика һәм Азия биләмәләре өҫтөнән Европа державалары контролен киңәйтеү Беренсе донъя һуғышы алдынан бер нисә тиҫтә йыл дауамында халыҡ-ара дипломатия эшмәкәрлегенә сәбәпсе булған яңы ҡаршылыҡтар, шиклелек һәм йәшерен конкуренция өсөн нигеҙ булды. 1881 йылда Францияның Тунисты 15 йылға баҫып алыуы уның Италия менән мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштыра. Таможня йыйымдары улар араһындағы алыш даирәһенә әйләнде. Бер йылдан Бөйөк Британияның Мысырҙы баҫып алыуы уның Франция менән мөнәсәбәттәрен һыуытыуға килтерҙе.
1898 йылғы Испан-америка һуғышы һәм 1904—1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышы дәүерҙең сағыу конфликттары була, улар һөҙөмтәһендә сәхнәлә тағы ике бөйөк империя державаһы — АҠШ һәм Япония — барлыҡҡа килә. 1898 йылғы Фашодтағы хәл инглиз-француз мөнәсәбәттәрендә ауыр көрсөккә килтерә, Францияның һуғыш ҡурҡынысы аҫтында инглиздәргә ҡайтыуын һуңынан Германияның арта барған йоғонтоһона ҡаршы көрәштә союздаштарын юғалтмаҫ өсөн компенсацияларға тура килә.
Британияның Көньяҡ Африкалағы сәйәсәте һәм Германияның 1900-сы йылдарҙа Көньяҡ-көнсығыш Азиялағы әүҙем эшмәкәрлеге бығаса изоляция сәйәсәтен үткәргән Британияға союздаштар эҙләргә этәргес бирә. Тәүҙә уның союздашы Япония була, һуңынан Британия Франция менән Рәсәй союзына ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта Германия, Мароккола француз гегегемонияһына ҡаршы сығып, ике тапҡыр һуғышҡа әҙерлеген күрһәтте: 1905 йылда Танжер көрсөгө һәм 1911 йылда Агадир көрсөгө Беренсе донъя һуғышы алдынан элекке йылдарҙа Антанта лагерында Германияға ҡаршы ҡарашты нигеҙләне. Бер яҡтан Америка Ҡушма Штаттары менән Бөйөк Британия араһындағы бәхәс Тымыҡ океан төбәгендә Самоан утрауҙарын бүлгеләргә алып килгән көрсөккә килтерҙе.
1902—1903 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарына (ҡара: «Монро доктринаһы») иҫәп тотҡан Венесуэла менән Европа илдәре коалицияһы араһында тағы ла бер көрсөк була.
Теориялар
үҙгәртергәК. Каутский, Д. А. Хобсон үҫешкән һәм В. И. Ленин тарафынан популярлаштырылған «Туплау теорияһы» сәнәғәт революцияһы ваҡытында һәм унан һуң артыҡ (таҙа, финанс) капитал туплауға айырыуса иғтибар бүлә. Был теорияға ярашлы, сәнәғәт райондарын үҫтереү ваҡыт үтеү менән уларға инвестицияларҙы аҙ отошло иткән. Ирекле капитал арзаныраҡ эш көсө, файҙаланылмаған сеймал һәм конкуренция аҙ булған үҫешмәгән райондарға күсә. Әммә «йыйылыу теорияһы» насар үҫешкән илдәр, Италия, АҠШ, Рәсәй йәки Япония яғынан ҙур ирекле капиталға эйә булмаған кешеләрҙең — элекке бурыслыларҙың колониаль экспансияһын бындай төрҙә аңлата алмай. Бынан тыш, яулап алынған биләмәләрҙә хәрби һәм бюрократик сығымдар йыш ҡына уларҙан килгән килемдән артығыраҡ була. Африкала (1909 йылда Көньяҡ Африка Союзына ингән биләмәләрҙән тыш) 1880 йылдарға тиклем һәм унан һуң Европа капитал һалыуҙарының күләме сағыштырмаса ҙур булмай, һәм улар бөтөнләйе тигеләй үҙ мәнфәғәттәре, сәйәси йоғонтоһо булмаған компаниялар.
Иммануил Валлерстайн яҙған «Донъя-системалы теорияһы» "яңы империализм"ды сәнәғәте үҫешкән илдәрҙең «ядро»һынан капитал һалыуҙарҙың яйлап артыуын "периферия"ның бер өлөшө итеп күрә. Протекционизм һәм «формаль империялар» глобаль капиталистик "мир-система"ның "ядроһы"нда үҙгәрештәргә ынтылған Германия кеүек «ярымперифериялы индустриаль дәүләттәрҙең» төп ҡоралдары булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЭпоханың мөһим шәхестәре
үҙгәртергә- Отто фон Бисмарк, Германия
- Родс Сесил, Британия
- Чемберлен Джозеф, Британия
- Ферри Жюль, Франция
- Наполеон III, Франция
- Виктор Эммануил III, Италия
- Уильям Маккинли, США
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ср.:
Louis, William Roger (инг.)баш. 32: Robinson and Gallagher and Their Critics // Ends of British Imperialism: The Scramble for Empire, Suez, and Decolonization. — London: I.B.Tauris. — С. 910. — ISBN 9781845113476.. — "Оригинал текст (инг.)
[...] the concept of the 'new imperialism' espoused by such diverse writers as John A. Hobson, V. I. Lenin, Leonard Woolf, Parker T, Moon, Robert L. Schuyler, and William L. Langer. Those students of imperialism, whatever their purpose in writing, all saw a fundamental difference between the imperialist impulses of the mid- and late-Victorian eras. Langer perhaps best summarized the importance of making the distinction of late-nineteenth-century imperialism when he wrote in 1935: '[...] this period will stand out as the crucial epoch during which the nations of the western world extended their political, economic and cultural influence over Africa and over large parts of Asia ... in the larger sense the story is more than the story of rivalry between European imperialisms; it is the story of European aggression and advance in the non-European parts of the world.'
- ↑
Compare the three-wave account of European colonial/imperial expansion:
Gilmartin, Mary. 9: Colonialism/imperialism // Key Concepts in Political Geography / Gallaher, Carolyn (инг.)баш.; Dahlman, Carl T.; Gilmartin, Mary; Mountz, Alison; Shirlow, Peter. — London: SAGE. — С. 115. — (Key Concepts in Human Geography). — ISBN 9781446243541.. — «Оригинал текст (инг.)
Commentators have identified three broad waves of European colonial and imperial expansion, connected with specific territories. The first targeted the Americas, North and South, as well as the Caribbean. The second focused on Asia, while the third wave extended European control into Africa.
».
- ↑ Corn Law . Encyclopædia Britannica Online (10 ноябрь 2010). Дата обращения: 29 октябрь 2018. Архивировано 2 май 2015 года.
- ↑ Nadel, George H. and Curtis, Perry. Imperialism and Colonialism. — Macmillan (инг.)баш. (2004 ed.), 1969.
- ↑ Franco-German War . Encyclopædia Britannica Online (10 ноябрь 2010). Дата обращения: 29 октябрь 2018. Архивировано 28 сентябрь 2020 года.
- ↑ Киндлбергер, С. П., (1961), «внешняя торговля и экономический рост: уроки Великобритании и Франции, 1850—1913», Экономическая история обзор, вып. 14, нет. 2, с. 289—305.
- ↑ Портер, Б., (1996), львиная доля: Краткая история британского империализма 1850—1995, (Лондон: Лонгмен), С. 118ff
- ↑ Xypolia, Ilia Divide et Impera: Vertical and Horizontal Dimensions of British Imperialism (инг.) // Critique : journal. — 2016. — Т. 44. — № 3. — С. 221—231. — DOI:10.1080/03017605.2016.1199629
- ↑ 9,0 9,1 Lambert, Tim. «England in the 19th Century.» Localhistories.org. 2008. 24 March 2015. [1] 2019 йыл 5 май архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Platt, D.C.M. «Economic Factors in British Policy during the 'New Imperialism.'» Past and Present, Vol. 39, (April 1968). pp.120-138. jstor.org. 23 March 2015. [2] 2017 йыл 14 февраль архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Davis, John. A History of Britain, 1885—1939. MacMillan Press, 1999. Print.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Ward, Paul. Britishness Since 1870. Routledge, 2004. Print.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Albrecht-Carrié, René. A Diplomatic History of Europe Since the Congress of Vienna (1958), 736pp; basic survey
- Aldrich, Robert. Greater France: A History of French Overseas Expansion (1996)
- Anderson, Frank Maloy, and Amos Shartle Hershey, eds. Handbook for the Diplomatic History of Europe, Asia, and Africa, 1870—1914 (1918), highly detailed summary prepared for use by the American delegation to the Paris peace conference of 1919. full text
- Baumgart, W. Imperialism: The Idea and Reality of British and French Colonial Expansion 1880—1914 (1982)
- Betts, Raymond F. Europe Overseas: Phases of Imperialism (1968) online 2019 йыл 11 декабрь архивланған. 206pp; basic survey
- Cady, John Frank. The Roots Of French Imperialism In Eastern Asia (1967)
- Cain, Peter J., and Anthony G. Hopkins. «Gentlemanly capitalism and British expansion overseas II: new imperialism, 1850‐1945.» The Economic History Review 40.1 (1987): 1-26.
- Hinsley, F.H., ed. The New Cambridge Modern History, vol. 11, Material Progress and World-Wide Problems 1870—1898 (1979)
- Hodge, Carl Cavanagh. Encyclopedia of the Age of Imperialism, 1800—1914 (2 vol., 2007); online
- Langer, William. An Encyclopedia of World History (5th ed. 1973); highly detailed outline of events; online
- Langer, William. The Diplomacy of Imperialism 1890—1902 (1950); advanced history; online
- Manning, Patrick. Francophone Sub-Saharan Africa, 1880—1995 (1998) online(недоступная ссылка)
- Moon, Parker T. Imperialism & World Politics (1926), Comprehensive coverage; online
- Mowat, C. L., ed. The New Cambridge Modern History, Vol. 12: The Shifting Balance of World Forces, 1898—1945 (1968); online
- Page, Melvin E. et al. eds. Colonialism: An International Social, Cultural, and Political Encyclopedia (2 vol 2003)
- Pakenham, Thomas. The Scramble for Africa: White Man’s Conquest of the Dark Continent from 1876—1912 (1992)
- Stuchtey, Benedikt, ed. Colonialism and Imperialism, 1450—1950, European History Online, Mainz: Institute of European History, 2011
- Taylor, A. J. P. The Struggle for Mastery in Europe 1848—1918 (1954) 638pp; advanced history and analysis of major diplomacy; online
Һылтанмалар
үҙгәртергә- J.A. Hobson’s Imperialism: A Study: A Centennial Retrospective by Professor Peter Cain
- Extensive information on the British Empire
- British Empire
- The Empire Strikes Out: The «New Imperialism» and Its Fatal Flaws by Ivan Eland, director of defense policy studies at the Cato Institute. (an article comparing contemporary defense policy with those of New Imperialism (1870—1914)
- The Martian Chronicles: History Behind the Chronicles New Imperialism 1870—1914
- 1 — Coyne, Christopher J. and Steve Davies. «Empire: Public Goods and Bads» (Jan 2007). [3]
- Imperialism — Internet History Sourcebooks — Fordham University 2010 йыл 9 ғинуар архивланған.
- The New Imperialism (a course syllabus)
- The 19th Century: The New Imperialism
- 2 — Coyne, Christopher J. and Steve Davies. «Empire: Public Goods and Bads» (Jan 2007). [4]