Яңы ағым
Яңы ағым (латыш. Jaunā strāva) Латвия тарихында, Беренсе латыш милли уяныу осоронда барлыҡҡа килгән (унда 1850-се йылдарҙан алып 1880 йылдарға тиклем төп ролде младолатыштар уйнай), күмәк һул социаль-сәйәси хәрәкәт. Үҫешенең иң юғары нөктәһенә булып 1905 йылғы Революция тора. Был хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙы «яңы ағымсылар» (латыш. jaunstrāvnieki) тип атайҙар.
Тарихы
үҙгәртергәЯңы ағым барлыҡҡа килеү датаһы тип ғәҙәттә 1886 йылды күрһәтәләр, был йылда Рига эшселәр союзын етәкләгән Бисеникс Петерис тарафынан хәрәкәттең Dienas Lapa («Көндәлек») гәзитенә нигеҙ һалына. 1888 йылда Петерис Стучка Dienas Lapa гәзитенең мөхәррире булып китә, ул һуңынан Латвия большевиктарының етәксеһе була. 1891 йылдан алып 1896 йылға тиклем Бисенекс һәм Райнис гәзиттең мөхәррирҙәре булалар. Райнис, ул латыш әҙәбиәтенең күренекле эшмәкәрҙәренең береһе булып китә, шулай уҡ төп яңы ағымсыларҙың береһе була. 1896-97 йылдарҙа гәзит социализмға мөрәжәғәт итә (был ваҡытта яңынан Стучка гәзит мөхәррире булып китә). 1897 йылда эске эштәр Министрлығы гәзитте яба. Бынан һуң 1899 һәм 1903 йылдар араһында философ һәм публицист Петерис Залите редакцияһы аҫтында гәзит уртаса позицияны биләй. Залите осоронда уртасалыҡ позицияһында булыуына ҡарамаҫтан, гәзит тағы ла цензуранан үтмәй. Ул 1905 йылда, тулыһынса ябылғанға тиклем, социал-демократик йөкмәткеле гәзит булараҡ яңынан асыла[1]
Баһа
үҙгәртергәТарихсы Арведс Швабе Яңы ағымды «социалистик идеяларҙы пропагандалау менән шөғөлләнеүсе, латыш эшселәр класының сәйәси уяныуы менән бәйле беренсе ойошма» итеп һүрәтләй[2].
Урбанизация пролетариаттың артыуына килтерә, был көнбайыш Европаның социализм идеялары өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра, шулай уҡ идеялары үҙенең рухы буйынса милли романтизмға яҡын булған младолатыштарҙың популярлығы юғалыу менән тап килә. Был ваҡытта буржуа һәм ярлылар араһында алыҫлашҡанлыҡ арта, ә шул дәүерҙең алдынғы милләтселәре ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелгән була. 1893 йылда Райнис Латвияға багажында контрабанда юлы менән немец марксистик әҙәбиәтен алып инә: был Карл Маркс, Фридрих Энгельс һәм Карл Каутский хеҙмәттәре була. Был, тарихсы Германис Улдис атағанса, «ҡурҡыныс йөкмәткеле багаж» Латвия социал-демократик партияһын ойоштороу өсөн орлоҡ булып хеҙмәт итә[3]