Яңы Собханғол ауыл Советы (Бөрйән районы)

Яңы Собханғол ауыл Советы —  Бөрйән районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән  административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).  Почта индексы — 453584. ОКАТО коды — 80219821000. Иҫке Собханғол ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелгән. 1992 йылда ойошторолған.

Яңы Собханғол ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Урҙайбаш
Административ-территориаль берәмек Бөрйән районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 17 апрелендәге 6-2/190 һанлы «Бөрйән районында Яңы Собханғол ауыл Советы ойошторолоуы тураһындағы»  указы белдерә[1]:

1. Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында административ үҙәге менән Яңы Собханғол ауыл Советы ойошторорға

2. Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарын Иҫке Собханғол ауыл Советынан алып ташлап, Яңы Собханғол ауыл Советы составына индерергә

3. Яңы Собханғол ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға. 

        

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
16) Бөрйән районы буйынса:Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауыл Советтарын, «Иҫке Собханғол» атамаһын һаҡлап,  берләштерергә, административ үҙәкте Иҫке Собханғолда урынлаштырырға. 
Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарын Иҫке Собханғол ауыл Советы составына индерергә.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

 

Яңы Собханғол ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға 2008 йылға «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Тимер ауыл Советы, Байғаҙы ауыл Советы, Иҫке Собханғол ауыл Советы,Кейекбай ауыл Советы,Ғәлиәкбәр ауыл Советы, Аҫҡар ауыл Советы менән сиктәш була.   («Ауыл биләмәһе статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә