Яңы Казанка (Ырымбур өлкәһе)

Яңы Казанка (рус. Новоказанка) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл

Яңы Казанка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 184 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462201
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ, яҡынса 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Сәғәт бүлкәте
 
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Яңы Казанка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3].

[4].

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[5].

Риүәйәт ителеүенсә, ауылға 1900 йылда йәки саҡ ҡына элегерәк Воронеж һәм Пенза губерналарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Исеме, күрәһең, иҫке тыуған төйәктәре — Казанка ауылы иҫтәлегенә бирелгән. Уның тағы ике исеме бар. Тәүгеһе башҡорттарға билдәле — Аҡ-Кәпәс, икенсеһе — Белошапка — тәүгеһенең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе тип иҫәпләнә[6]

Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмеген, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7][8].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Оноприевка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

2002 йылда даими йәшәгән халҡы 259 кеше тәшкил иткән (урыҫтар — 79 %), 2010 йылда — 184 кеше булған[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  5. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  6. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  8. Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
  9. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.