Яфет
Яфет (йәһ. יֶפֶת Yép̄eṯ, pausa теле יָפֶת Yā́p̄eṯ; грек. Ἰάφεθ Iápheth; лат. Iafeth, Iapheth, Iaphethus, Iapetus) — Башланмыш китабында Нухтың өс улының береһе, унда ул Нухтың иҫерек булыуы һәм Хамдың ҡарғауы тураһындағы хикәйәлә роль уйнай, ә һуңынан Халыҡтар таблицаһында Эгей диңгеҙе, Анатолия һәм башҡа урындарҙағы халыҡтарҙың ата-бабаһы булып тора.[1] Урта быуат һәм иртә хәҙерге европа традицияларында ул европа халыҡтарының ата-бабаһы тип һаналған,[2][3][4] шул уҡ ваҡытта ислам традициялары уның вариҫтары иҫәбенә ҡытай халҡын да индерә[5].
Этимологияһы
үҙгәртергәЯфет (יפת y-p-t) атамаһының мәғәнәһе бәхәсле. Атамаһының мәғәнәһенә ике мөмкин булған сығанаҡ бар::
- әрәмей теленән алынған тамыры פתה (p-т-һ), оҙонайтырға/киңәйтергә мәғәһендә
- йәһүди теленән алынған тамыры יפה (y-p-һ), матур мәғәнәлә, шулай исем "мутарлыҡ" аңлата алған.
Тоҡомдары
үҙгәртергәЯфеттың 7 балаһы булған: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас. Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат һәм Тоғарма. Явандың ул-нәҫелдәре: Элиша (Елиса), Таршиш, Киттим (Кипр утрауында йәшәүселәр) һәм Доданим (Родос утрауында йәшәүселәр).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Hunt, 1990
- ↑ Reynolds, Susan (October 1983). «Medieval Origines Gentium and the Community of the Realm». History (Wiley-Blackwell) 68 (224): 375–390. DOI:10.1111/j.1468-229X.1983.tb02193.x. ISSN Reynolds Susan Reynolds.
- ↑ shvili, Ivane (1950), Historical-Ethnological problems of Georgia, the Caucasus and the Near East. Tbilisi, pp. 130–135 (in Georgian).
- ↑ Kidd, 2004
- ↑ Leslie, Donald Daniel. «Japhet in China». Journal of the American Oriental Society 104: 403–09. DOI:10.2307/601652.