Яр буйы урамы (Дондағы Ростов)

Яр буйы урамы — Дондағы Ростовтың үҙәк өлөшөндә һәм Нахичевань өлөшөндә ятҡан урам. Хәҙерге күренештә урам, Дондың уң яҡ ярының яр буйын һәм ҡаланың күпләп төҙөлгән беренсе һыҙығын айырып тора. Башта ул Яр буйы менән бер бөтөн була һәм шул исемде йөрөтә. Сиверс проспектынан башлана һәм Дон буйлап Кизетеринка йырынына тиклем һуҙыла, урам Богатян төшөү юлынан Державин тыҡрығына тиклемге участкала ғына өҙөлә.

Яр буйы урамы
Дондағы Ростов
Фотография
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Ленин Киров Пролетар

Элекке исемдәре

Яр буйы урамы

Оҙонлоғо

5,85 км

картала

Яр буйы урамы теплоходтар, караптар йөрөү миҙгелендә һәр ваҡыт Дондағы Ростовтың иң йәнле урамдарының береһе була, склад һәм амбар келәттәре төҙөлә. Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының тауар тармағы төҙөлгәндән һуң, әүҙемлеге тағы ла арта. Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан, 1897 йылда башланған яр буйы урамын төҙөкләндереү эше тамамлана. Темерник тамағынан Богатян төшөү юлына тиклемге терәлеп ятҡан участкаларҙың өҫтө түшәлә. Совет осоронда урамды төҙөкләндереү үткәрелә. 1949 йылда беренсе участка — Темерник тамағынан Соколов проспектына тиклем, сирек быуат үткәс — "Ҡыҙыл Дон"заводына тиклемге участка төҙөкләндерелә[1].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Яр буйы төндә

Яр буйы урамының Сиверс проспектынан Богатян төшөү юлына тиклемге участкаһы Дондағы Ростовтың иң матур урамдарының береһе, Дон яғынан ҡаланың йөҙө булып тора. Урам буйлап бер нисә һәйкәл, матур йорттар, төҙөк яр буйы һәм федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Парамонов складтары урынлашҡан. 2011 йылда, элек урам составына ингән яр буйының Сиверс проспектынан Богатян төшөү юлына тиклемге участкаһы, парк зонаһы юридик статусын ала[2].

Әлеге мәлдә Державин тыҡрығынан Кизетиринка йырынына тиклемге участка бер ниндәй ҙә практик әһәмиәткә эйә түгел. Әммә, урамдың Богатян төшөү юлынан көнсығыш йүнәлештә 13-сө һыҙыҡҡа тиклемге дауамын проектлау иғлан ителгән. Хәрәкәт өсөн дүрт һыҙатлы юл, 20-40 метрлыҡ таяуҙарҙа 310- метрлыҡ эстакада, шулай уҡ транспорт маршруы тамамланышы түңәрәге буласаҡ. Яр буйы урамын һәм Донға терәлеп торған яр буйын дауам итеү, буласаҡ Театр төшөү юлын һәм Йәшел утрауға күсеүҙе планлаштырыу менән бәйле, киләсәктә күпер төҙөү планлаштырыла. Урамдың әлеге ваҡытта йылға порты урынлашҡан ошо тоташтырыу участкаһы биләмәһен, ҡунаҡханалар, ял итеү урындары һәм офис биналары урынлаштырылған ижтимағи-эшлекле зона итеп үҫтереү планлаштырыла[3].

Монумент

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә