Ярма культуралары
Ярма культуралары — ҡағиҙә булараҡ, ярма етештереү өсөн ҡулланыла торған иген культуралары. Күпселек ярма культуралары — Poaceae ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр (дөгө, тары, могар, дагусса, сорго). Икмәк бөртөклө культураларына ҡарамаған ашлыҡ (мәҫәлән, ҡарабойҙай) псевдоиген культураһы тип ҡарала ала. Ҡуҙаҡлы культураларҙан — борсаҡ, яҫмыҡ ярма сифатында ла ҡулланыла[1][2].
Ярма культуралары | |
Ярма культуралары Викимилектә |
Ярма культуралары юғары аҙыҡ ҡиммәтенә эйә, углеводтарға, аҡһымға һәм витаминдарға эйә, кешенең туҡланыуында мөһим урын тота. Уларҙан етештереү он, крахмал, спирт етештерелә, ҡулланып аҙыҡ-түлектең сифатын, кешеләр өсөн дә, хайуандар өсөн дә туйымлыҡ булып тора. .
Ярма культураларын етештереү
үҙгәртергәҺуңғы йылдарҙа дөгө киң таралыу ала. Ҡарабойҙай һәм тары ярмаһы етештереү күләме артта ҡала, әммә улар халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Дөгө - мөһим ауыл хужалығы культураһы. Унан яҡшы үҙләштерелә торған крахмалға, аҡһымға бай ҡиммәтле диетик ярма етештерелә. Дөгөно илдең көньяҡ райондарында ғына: Төньяҡ Кавказда, Украинаның көньяғында, Түбәнге Волга буйында һәм Азия илдәрендә етештерәләр.
Тары - ҡиммәтле мал аҙығы һәм ярма культураһы. Иң күп сәсеү майҙандары Волга буйының ҡоролоҡла ерҙәрендә, Үҙәк Ҡара тупраҡлы зонала, Ҡаҙағстан һәм Украинала урынлашҡан. СССР үҙ заманында тарының тулайым йыйымы буйынса донъяла беренсе урынды биләгән [3].
Ҡарабойҙай - иң ҡиммәтле ярма культураһы. Ҡарабойҙай ярмаһы - бик туҡлыҡлы диетик аҙыҡ, алыштырғыһыҙ аминокислоталарға, витаминдарға, минераль матдәләргә, органик кислоталарға бай. Рәсәйҙә төп ҡарабойҙай баҫыуҙары ҡара тупраҡлы зонала, Татарстанда һәм Башҡортостанда урынлашҡан. Тулайым йыйыу буйынса Рәсәйә донъяла алдынғы урындарҙы биләй[4].
Сорго ныҡ ҡоролоҡло урындарҙа лә уңыш бирә торған үҫемлек. Сорго сәсеү майҙандары Рәсәйҙәге ҡоролоҡло көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында тупланған. Үҫемлектең бөтә өлөштәре лә хужалыҡ өсөн ҡиммәткә эйә. Орлоғонан он һәм ярма, патока, крахмал, сироп, шарап һәм һыра алырға мөмкин.Ундағы крахмал, аҡһым һәм май икмәк етештереү өсөн дә яраҡлы булыуы бәхәсһеҙ.
Сорго этил спирты, целлюлоза, ҡағыҙ, ҡатырға, щеткаһы һәм һепертке етештереү өсөн сеймал булып тора. Орлоғо - бөтә төр хайуандар һәм ҡоштар өсөн яҡшы аҙыҡ, йәшел һабаҡтары һәм япраҡтары мал аҙығы итеп ҡулланыла һәм силос өсөн яҡшы. Иң киң таралған төрө - ябай сорго[5].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Крупяные культуры // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Крупа) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Зерно и продукты его переработки [1]
- ↑ Зерно и продукты его переработки [2]
- ↑ Крупяные культуры [3]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крупа // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. Том 1. — М.: Большая советская энциклопедия, 1959. — С. 301—304. — 772 с.
- Крупа // Большая советская энциклопедия. Том 13. — 3-е изд. — М., 1973.
- Крупа // Большая российская энциклопедия. Том 16. — М., 2010. — С. 127.