Янсыҡ (рус. кисе́т) — аҡса, ваҡ нәмәләр һ.б. өсөн ауыҙын бөрмәләп, баулап тегелгән бәләкәй тоҡсай [1]

Янсыҡ
Рәсем
Содержит Тәмәке
 Янсыҡ Викимилектә
Сигеүле янсыҡ. Башҡорттарҙың "ҡусҡар" биҙәге сигеп тегелгән

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Йыш ҡына янсыҡ тәмәке һаҡлау өсөн ҡулланылған. Башҡорттарҙа яуға киткәндә бәләкәй генә янсыҡта иҫтәлекле берәй нәмә һалып алыу йолаһы ла булған, янсыҡ үҙе лә, ҡулдан тегеп, сигелгән әйбер булараҡ, тыуған яҡ, бүләк иткән яҡын кеше иҫтәлеге итеп ҡаралған [2].

Башҡорт халҡында янсыҡты килен булып төшкәндә еңгәләр ҡәйнештәренә бүләк итеү йолаһы йәшәгән [3].

Төркиәлә борон солтандар оүҙ иткән кешеләренә янсыҡҡа һалып алтын бүләк итә торған булған.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта ла кеҫә телефоны, MP3-плеер һәм башҡа ҙур булмаған гаджеттар, сауҙала биҙәүестәр һалып һатыу өсөн заманса башҡарылышлы янсыҡтар файҙаланыла.

Әҙерләнелеше

үҙгәртергә

Ҡулдан әҙерләнгән янсыҡ өсөн төрлө материалдар (туҡыма, күн) ҡулланыла. Уларҙы сигеп, мәрйен баҫып, һүрәт төшөрөп, аппликациялар менән дә эшләйҙәр.

Фольклорҙа

үҙгәртергә
Аҡса ла бирһәм, алырһың,	
Гөлмәрйен янсыҡҡа һалырһың.	
Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ,	
Әллә кемгә тороп ҡалырһың.

Ҡыуғында йөрөгәндә (һал менән йөҙгәндә) атаҡлы ҡыуғынсы сығарған ошо "Ғәббәс йыры"н башҡара торған булғандар [4]

Башҡа өлкәләрҙә

үҙгәртергә

Янсыҡ идеяһы кулинарияла "янсыҡ" тигән һүҙ менән аш-һыу атамалары ла уйлап сығарыу өсөн ҡулланыла: мәҫәлән, "Балыҡлы янсыҡ" (рус. Кисеты с рыбой) [5]

Хәҙер электрон янсыҡтар ҙа (рус. электронный кошелек - аҡса янсығы мәғәнәһендә) килеп сыҡты [6]

Зәки Вәлиди тураһында төшөрөлгән телефильм "Янсыҡ" тип атала.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Викиһүҙлектә Янсыҡ

  • Л. В. Беловинский. Кисет // Иллюстрированный энциклопедический историко-бытовой словарь русского народа. XVIII — начало XIX в. / под ред. Н. Ерёминой. — М.: Эксмо, 2007. — С. 281. — 784 с.: — ил. с. — 5 000 экз. — ISBN 978-5-699-24458-4.
  • Johann Georg Krünitz, Friedrich Jakob Floerken, u. a.: Oekonomische encyklopädie, Band 179. J Pauli, 1842, S. 101 (online)
  • Handels-Lexicon oder Encyclopädie der gesammten Handelswissenschaften für Kaufleute und Fabrikanten, Band 5. Ernst-Schäfer-Verlag, Leipzig 1850, S. 291 (online)
  • Anton Hornstein: Der Taback in historischer, finanzieller und diätetischer Beziehung. Traßler, 1828, S. 112 f. (online)
  • Jean Gabus: Kunst der Wüste: Formen, Zeichen und Ornamente im Kunsthandwerk der Saharavölker. Walter-Verlag, 1959, S. 180 f. ([https://books.google.de/books?

id=EZvWAAAAMAAJ&q=tabakbeutel&dq=tabakbeutel&hl=de&sa=X&ved=0ahUKEwiq3drbnIbLAhWJ_nIKHdS-BKsQ6AEIUDAF online])

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 12-се том, 793-сө бит
  2. Янсыҡ
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 12-се том, 793-сө бит
  4. [http://vatandash.ru/index.php?article=2886 Предания рек суровых(Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала)](недоступная ссылка)
  5. Кисеты с рыбой 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
  6. Электрон янсыҡ, ҡултамға, сират һәм башҡа виртуаль уңайлыҡтар(недоступная ссылка)