Янбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Янбай — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәЯнбай. Фарсы «ян» һәм башҡорт «бай» һүҙҙәренән төҙөлгән ҡушма исем[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәЯнбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары.
Янбаев Марат Салауат улы (рус. Янбаев Марат Салаватович; 10 апрель 1947) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Янбаев Юлай Әғләм улы (21 ғинуар 1962 йыл) — ғалим-биолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәре.
Янбаев Шакир Мәхийән улы (19 ноябрь 1925 йыл — 3 июнь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1968 йылдан КПСС, 1972 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Топонимдар
үҙгәртергәЯңы Янбай (рус. Новоянбаево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. Балтас р‐нындағы ауыл. Иҫке Янбай (рус. Староянбаево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 325 кеше[1].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.