Ялҡынлы манаралар

«Ялҡынлы манаралар» (әзерб. Alov qüllələri; ингл. Flame Towers) — Әзербайжандағы иң бейек манаралар, улар Баҡы ҡалаһында урынлашҡан. Үҙҙәренеңтышҡы ҡиәфәте менән манаралар өс ялҡын теленә оҡшап торалар.

Ялҡынлы манаралар
Нигеҙләү датаһы апрель 2012
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Архитектор HOK[d]
Рәсми асылыу датаһы 2013
Майҙан 234,5 квадрат метр
Карта
 Ялҡынлы манаралар Викимилектә

Flame Towers — ул өс бейек бина, унда ҡунаҡхана, фатирҙар һәм офистар урынлашҡан. Ҡоролманың тулы майҙаны 227 мең кв. метрҙы тәшкил итә. Биналарҙы төҙөү 2007 йылдың октябрь айында «DIA Holding» исемле әзербайжан-төрөк компанияһы тарафынан башлана. Башта планлаштырылғанса, биналарҙы төҙөү эшен 2010 йылдың декабренә тамамларға тейеш булалар, әммә һауа шарттарының насар тороуы арҡаһында төҙөлөштө тамамлау мөҙҙәте һуңғараҡ ваҡытҡа кисектерелеп тора. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәренең әйтеүҙәренә ҡарағанда, төҙөлөштө ни бары 2012 йылда ғына тамамлау насип була[1].

Бина Бейек (м)
1 182
2 165
3 161

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Урбанистика тураһындағы skyscrapercity.com абруйлы форумының Һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Flame Towers манараларын яҡтырытылышы донъяла иң яҡшыһы тип табылған[2]. Манаралар иң алыҫта урынлашҡан яҡтылыҡ уттарының хәрәкәттәрен тулыһынса сағылдырыусы LED-экрандар менән ҡапланған[3]. Визуаль яҡтан, исполин факелдарының эффекты тыуҙырыла, был манараның «Ялҡынлы манаралар» тигән исеме аҫтына йәшеренгән төп мәғәнәне асып бирә. 
  • Мананраларҙың исеме һәм формаһы — ихтимал, Баҡы гербына һылтанмалыр, унда ла өс ялҡын теле һүрәтләнә.
  • Биналарҙың төҙөлөшө Discovery һәм Science Channel каналдарындағы Build It Bigger тапшырыуҙарының береһендә яҡтыртыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә