Яланғас (һырт)
Яланғас (рус. Ялангас) — Көньяҡ Уралдағы ҙур булмаған һырт. туристарҙың яратыҡан урыны. Административ яҡтан Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан.
Яланғас | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1144 метр |
Яланғас һырты оҙонлоғо яҡынса 10 километр, Көньяҡ-төньяҡ йүнәлешендә һуҙылған. Уртаса бейеклеге бер мең метрҙан ашыу — 1136 м көньяҡ билдәһенән алып төньяҡтағы 1297,9 билдәһенә тиклем[2].
Эргәһендә Устьинский (төньяҡта), Тихий (774,4 м) тауҙары урынлашҡан. Һырт итәгендә — Тирлән йылғаһы башланған урын — Торналар Һаҙлығы.
Яланғас һырты түбәһенән төньяҡта Оло Ямантау, Машаҡ һәм Елмерҙәк һырттары һәм көньяҡта Кирел тауы күренеп тора.
Туристик маршруттар: ат, йәйәүле, велотур, джиппинг.
Риүәйәттәр
үҙгәртергәҺырттың исеме есеменә тура килә. Ысынлап та, тау яланы алыҫтан уҡ күренеп тора. Совет заманында Яланғас — Йылан ҡыҙы тип тасуирланған риүәйәт уйлап сығарыла. Башҡорт телен белмәгән кешеләргә яланғас һүҙе йылан ҡыҙы тип тәржемә ителә (йылан (ялан) + ҡыҙ (ғас). Башҡортса пеләш (урыҫса лысый, плешивый) һүҙенең синонимы ялтас. Риүәйәт авторҙары, күрәһең, риүәйәт нигеҙенә Яланғас тау һыртының аждаһа кикрегенә оҡшап тороуын төп дәлил итеп алғандар. Әммә башҡортса яланғас һүҙе — кейенмәгән, асыҡ, шәрә, ҡаҡ мәғәнәһендә билдәле.[3].
Тораҡ пункттар
үҙгәртергәXХ быуат башында Торналар Һаҙлығы яғына тар колеялы тимер юл (узкоколейка) тармағы төҙөлә, артабан торф сығарысыуларҙың Торналар Һаҙлығы исемле ҡасаба барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта ул ерҙе урындағы халыҡ Журболото, тип ҡыҫҡартып йөрөтә[3]. Бында әле лә кешеләр йәшәй.
Предприятиелар
үҙгәртергәХХ быуатта Яланғас һырты тирәһендә Белорет һәм Магнитка металлургия заводтары өсөн торф сығарыла. Торфты тимер юлдан сығаралар. Тар колеялы тимер юл юҡҡа сыҡҡандан һуң был ерҙәр башлыса туристик үҙәге булып ҡала. 1990—2000 йылдарҙа аҡ шыршыны (пихта) эшкәртеү өсөн ике предпритие барлыҡа килә — береһе Яланғас һыртының көнсығыш битләүендә ике пихтоварка — көнсығыш битләүендә (Устьинский артылышы янында, хәҙер ташланған), икенсеһе — Торналар Һаҙлығы ыҙанында — барлыҡҡа килгән.
Транспорт
үҙгәртергәБөгөнгө көндә туристар Ялангас һыртына башлыса Белорет — Отнурок утары — Журболото маршруты буйынса юлланалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ [maps.vlasenko.net/?lon=58.318&lat=54.128 Топографическая карта Украины, России, Беларуси (54.128,58.318)]
- ↑ 3,0 3,1 Хребет Ялангас
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лист карты N-40-69 Шушпа. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- Мәҡәләләр белешмә. Ялангас. Көньяҡ Уралда Барлыҡ Сайты
- Rodionov фоторәсемдәр ҡулланыусы Alexey > Ялангас