Яковлев Виктор Леонтьевич
Яковлев Виктор Леонтьевич ( 8 октябрь 1934 (90 йәш), Балакүл[d], Силәбе өлкәһе) — тау инженеры, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991), Н. В. Мельников исемендәге премия лауреаты (2001).
Яковлев Виктор Леонтьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 октябрь 1934 (90 йәш) |
Тыуған урыны | Балакүл[d], Лебяжье муниципаль округ[d], Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Урал дәүләт тау университеты Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Тау эше институты[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт тау университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Леонтьевич Яковлев 1934 йылдың 8 октябрендә Силәбе өлкәһенең Лебяжье районы Балакүл ауыл Советы Балакүл ауылында (хәҙер ауыл Ҡурған өлкәһенең Лебяжье муниципаль округына инә) тыуған[1].
1956 йылда В. В. Вахрушев исемендәге Свердловск тау институтын «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәртеү» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.
«Уралгипрошахт» Урал дәүләт проект институтының инженеры һәм өлкән инженеры булып эшләй.
1962—1986 йылдарҙа СССР ҡара металлургия министрлығының тау эше институтында (Свердловск-Екатеринбург): аспирант, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире, тау эше институты бүлеге мөдире.
1986—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Төньяҡ тау эше институтында директор булып эшләй.
1966 йылда — «Исследование и выбор оптимальных режимов горно-транспортных работ рудных карьеров с помощью ЭЦВМ» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1979 йылда — «Теоретические основы выбора транспорта рудных карьеров» темаһына докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.
1991 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1995—2006 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Тау эше институты директоры.
Урал дәүләт тау университетының тау-технологик факультетының ятҡылыҡтарҙы асыҡ ысул менән эшкәртеү кафедраһы профессоры.
Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТәрән ятҡылыҡтарҙы асыҡ ысул менән үҙләштереү шарттары өсөн транспорт төрҙәрен һайлауҙың, тау предприятиеларын проектлау һәм файҙаланыуҙың теоретик нигеҙҙәре үҫешенә булышлыҡ итә.
Уралдың минераль ресурстарын үҙләштереү стратегияһының теоретик-методик нигеҙҙәрен эшләй, тәрән карьерҙарҙы үҙләштереүҙең проблемалары комплексын хәл итеүҙе тәҡдим итә, шуның арҡаһында тәрән тау карьерҙарын йыһазландырыу буйынса транспорт системалары һәм проекттары булдырыла.
«Горное дело» (Мәскәү), «Горный журнал. Известия вузов» (Екатеринбург), «Физико-технические проблемы разработки полезных ископаемых» (Новосибирск), «Литосфера» (Екатеринбург) журналдарының редколлегия ағзаһы.
Уның етәкселегендә 29 кандидатлыҡ һәм 14 докторлыҡ диссертациялары яҡланған[2]
Ойошмаларҙа ағзалығы
үҙгәртергә- Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Президиумы ағзаһы һәм Устав комиссияһы рәйесе.
- Рәсәй тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы
- Арктика халыҡ-ара тау комитеты ағзаһы,
- Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Ер тураһындағы фәндәр буйынса берләштерелгән ғилми советы рәйесе урынбаҫары.
- Рәсәй Фәндәр академияһы Ер тураһындағы фәндәр бүлегенең тау фәндәре проблемалары буйынса ғилми советы ағзаһы.
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премиялар буйынса комитетының «Геология һәм тау эше» секцияһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Почет ордены, 2004 йыл
- Дуҫлыҡ ордены, 1999 йыл
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, 1981 йыл
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» юбилей миҙалы. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы", 1970 йыл
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, 1987 йыл
- Яғыулыҡ-энергетика комплексының Почетлы хеҙмәткәре
- Күмер сәнәғәтенең Почетлы хеҙмәткәре
- Саха Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (Яҡутия), 1994 йыл
- «Ватанға файҙаһы өсөн» В. Н. Татищев ордены, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы
- Почетлы таусы
- «Шахтер даны» билдәһенең тулы кавалеры
- «Рәсәй таусыһы» алтын билдәһе, 2005 йыл.
- 3 дәрәжә «Свердловск өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» айырма билдәһе, 2014 йыл[3]
- Социалистик ярышта еңеүсе, 1978 йыл[4]
- Коммунистик хеҙмәт ударнигы
- Урал тау премияһы, 1999 йыл, Уралда тау эштәре технологияһын үҫтергәне өсөн[5]
- Н. В. Мельников исемендәге премия, 2001 йыл, «Ер аҫтын комплекслы үҙләштереү проблемаларының геотехник аспекттары» хеҙмәттәре серияһы өсөн
- Л. Д. Шевяков исемендәге премия, 2004 йыл (Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе)
Библиография
үҙгәртергә400-ҙән ашыу ғилми баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәр авторы[6], улар араһында:
- Китаптар
- Васильев М. В., Яковенко Б. В., Яковлев В. Л. Опыт планирования работы карьерного транспорта с использованием математических методов и вычислительной техники. — М.: Недра, 1966. — 52 с. — 1500 экз.
- Васильев М. В., Яковлев В. Л. Научные основы проектирования карьерного транспорта. — М.: Наука, 1972. — 202 с. — 1500 экз.
- Яковлев В.Л., Демкин В.Д., Воробьев Г.П. Анализ и пути повышения эффективности транспортных систем глубоких карьеров. — М.: Черметинформация, 1984. — 27 с. — (серия «Горноруд. пр-во»).
- Яковлев В. Л. Теория и практика выбора транспорта глубоких карьеров / Отв. ред. В.С. Хохряков. — Новосибирск: Наука, 1989. — 240 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-028750-4.
- Яковлев В.Л., Смирнов В.П., Лель Ю.И., Горшков Э.В. Дизель-троллейвозный транспорт на карьерах / Отв. ред. И.Н. Черский. — Новосибирск: Наука, 1991. — 104 с. — 350 экз. — ISBN 5-02-029898-0.
- Яковлев В.Л., Петров С.Н., Соболев А.Н. и др. Технология крупных работ для крупного разреза «Кангаласский» / Отв. ред. С.А. Батугин. — Якутск: Якут. науч. центр СО АН СССР, 1991. — 31 с. — 200 экз.
- Батугин С. А., Яковлев В. Л. Закономерности развития горного дела. — Якутск: ЯНЦ СО РАН, 1992. — 114 с. — 500 экз.
- Яковлев В.Л., Куклин И.С. Анализ показателей и особенности работы железнорудных предприятий России в 1991—1994 годах. — Екатеринбург: ИГД, 1996. — 45 с.
- Яковлев В.Л., Куклин И.С. Основные тенденции и особенности развития железнорудной промышленности России в условиях рыночной экономики. — Екатеринбург: ИГД, 1999. — 43 с.
- Яковлев В.Л., Бурыкин С. И., Стахеев Н. Л. Основы стратегии освоения минеральных ресурсов Урала. — Екатеринбург: ИГД, 1999. — 278 с. — 200 экз. — ISBN 5-7691-0899-1.
- "Методические аспекты стратегии освоения минеральных ресурсов (Екатеринбург: УрО РАН, 2003)
- Гальянов А. В., Яковлев В. Л. Сырьевая база промышленного комплекса чёрной металлургии. Екатеринбург: УрО РАН, 2006. 296 с.
- Маттис А. Р., Ческидов В. И., Яковлев В. Л. и др. Безвзрывные технологии открытой добычи твердых полезных ископаемых. Новосибирск: СО РАН, 2007. 357 с.
- Яковлев В. Л., Тарасов П. И., Журавлев А. Г. Новые специализированные виды транспорта для горных работ. Екатеринбург: ИГД УрО РАН, 2011. 375 с.
- Яковлев В. Л., Гальянов А. В. Развитие научных идей в горном деле: Геометрия недр. Екатеринбург: УГГУ, 2013. 314 с.
- В. Л. Яковлев, П. И. Тарасов, В. О. Фурин, И. В. Зырянов Углубочный комплекс для доработки кимберлитовых карьеров. Екатеринбург: УрО РАН, 2015. — 268 с.
- Мәҡәләләр
- В. Л. Яковлев, С. В. Корнилков, С. И. Бурыкин «Расширение ресурсного потенциала рудных месторождений Уральского региона» М: ИПКОН РАН — 2009)
- «Технические и экономико-организационные аспекты разработки месторождений в сложных условиях эксплуатации» // Горный журнал. 2009 № 5;
- * Яковлев В. Л., Корнилков С. В. Методологические особенности освоения недр на современном этапе // Вестник УрО РАН. Наука. Общество. Человек. — 2013. — № 4. — C. 43-49;
- * Развитие методов исследования и решения проблем разработки месторождений твердых полезных ископаемых в Арктическом и прилегающих к нему регионах // «Наука и образование». — 2015. — № 1 (77). — С. 5-8;
- * Особенности методологического подхода к обоснованию стратегии освоения сложноструктурных месторождений на основе исследования переходных процессов. // Геомеханические и геотехнологические проблемы освоения недр Севера: ГИАБ. — № 7. — М.: Горная книга, 2015. — с. 22-35;
- * Переходные процессы в технологии разработки сложноструктурных месторождений полезных ископаемых // Открытые горные работы в XXI веке — 1: Горный информационно-аналитический бюллетень (научно-технический журнал). — № 10 (специальный выпуск № 45-1). — М.: Горная книга, 2015. — С. 65-76.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лица Зауралья. ЯКОВЛЕВ Виктор Леонтьевич.(недоступная ссылка)
- ↑ Члену-корреспонденту РАН, академику АН РС(я) В. Л. Яковлеву — 80 лет.
- ↑ Указ Губернатора Свердловской области № 533-УГ . pravo.gov66.ru. Дата обращения: 2017-4-15.
- ↑ 08.10.19 Сегодня отмечает юбилей Виктор Яковлев! 2022 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Уральская горная премия - лауреаты премии (НП ГПАУ) . gorpromural.ru. Дата обращения: 2017-4-15.
- ↑ Библиография В. Л. Яковлева в Информационной системе «История геологии и горного дела» ГИН РАН.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Виктора Леонтьевича Яковлева РФА рәсми сайтында
- Яковлев Виктор Леонтьевич (Институт горного дела УрО РАН) (неопр.). igduran.ru. Дата обращения: 15 апреля 2017.
- Яковлев Виктор Леонтьевич (неопр.). miningexpo.ru. Дата обращения: 15 апреля 2017.
- В. Л. Яковлев — Лица Зауралья (неопр.) persona.kurganobl.ru. . Архивировано 20 апреля 2017 года.
- Яковлев Виктор Леонтьевич — Уральская Историческая Энциклопедия (неопр.). ural.ru. Дата обращения: 15 апреля 2017.