Ягорлык (ҡурсаулыҡ)
Ягорлык — дәүләт ҡурсаулығы, Молдова Республикаһының Дубоссар районында урынлашҡан. Дубоссар ГЭС-ы төҙөлөү ваҡытында Ягорлыҡ йылғаһының түбәнге ағымы һыу менән баҫыла[1]. Һыу баҫыу һөҙөмтәһендә матур Гоянский ҡултығы барлыҡҡа килә[2]. Приднестровьела берҙән-бер ҡурсаулыҡ[3].
Ягорлык | |
---|---|
Категория МСОП — категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1044 га (20% - һыу өҫтәндә) |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 15 февраль 1988 йыл |
Идара итеүсе ойошма | ГУ "Государственный заповедник Ягорлык" |
Урынлашыуы | |
47°22′37″ с. ш. 29°09′45″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Дубоссары |
dubossary.ru/page.php?105 | |
Ягорлык Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠурсаулыҡҡа «Гоян ҡултығы» Молдавия Республикаһының ихтиология заказнигы базаһында 1988 йылдың 15 февралендә Молдавия ССР-ы Министрҙары Советы тарафынан ҡабул ителгән 34-се һанлы ҡарарға ярашлы нигеҙ һалына. Заказник Урта Днестр бассейнының уникаль, эндемик үҫемлек төрҙәрен, төркөмдәрен һәм башҡа ихтиофауна төрҙәрен һаҡлау маҡсаты менән булдырыла. Ул Евразия ҡурсаулыҡтары союзы составына ҡабул ителә һәм Халыҡ-ара ҡурсаулыҡтар фонды реестрына индерелә. Үҙенсәлеге шунда: Гоян ҡултығы ҡурсаулығында 180 зоопланктон төрө асыҡлана, 33 балыҡ төрө, шуларҙың 2-әүһе Ҡыҙыл китапҡа керетелгән. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 1017 көпшәле үҫемлек төрө асыҡлана, шуларҙың 49 юҡҡа сығып барған һирәк осрай торған төр. 43 һөтимәр хайуандар төрө, шуларҙың 10-һы Молдавия Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән (кутора малая, ночница прудовая; европа йомраны; төрткөлө йомран, бурһыҡ, урман һуҫары, дала көҙәне, ҡама, европа урман бесәйе, аҫ), 182 ҡош төрө, шуларҙың 25-е Ҡыҙыл китапҡа ингән, 95 умыртҡаһыҙ хайуандар. Амфибияның 6 төрө осрай, һөйрәлеүселәрҙең 8 төрө, шуларҙың Ҡыҙыл китапҡа кергәндәре: һаҙ гөбөргәйеле, һары эсле сыбар йылан, полоз эскулап. Ер-һыу хайуандары донъяһының 12 төрө теркәлгән, шуларҙың 3 төрө Ҡыҙыл китапҡа кергән. Һөйрәлеүселәрҙең 10 төрө билдәле, шуларҙың 4-һе һирәк һәм юғалып бара.
Молдова-Ҡырым-Кавказ биләмәһендәге үҫкән эндемик дала үҫемлектәренең донъяһы бик бай (һыҙыҡ япраҡлы етен, һөтлөгән һәм башҡалар). Ошо ерҙә генә дәүләт һағы аҫтына алынған молдова еҙүләне, дрок четырехгранный һәм башҡа үҫемлектәр үҫә[1][4][5].
Майҙаны — 1044 г (20 % — һыу өҫтөндә)[1][6]. Ауыл хакимиәте Гоян ауылында урынлашҡан.
Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре
үҙгәртергә- һыу, һаҙлыҡ, ер өҫтө экосистемаларында фундаменталь һәм экология ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү;
- барлыҡҡа килгән тарихи биоценозды өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау;
- ҡиммәтле, һирәк осрай торған, Ҡыҙыл китапҡа ингән, юҡҡа сығып барған үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауҙы фәнни нигеҙҙә эшләү; ер өҫтө, һыу һәм һаҙлыҡ экосистемаһының биологик төрлөлөгөн һаҡлау;
- ҡурсаулыҡтың экологик хәлен үҙгәртеү мөмкинлегенә прогноздар төҙөү;
- ҡурсаулыҡ биләмәһендә тәбиғи ресурстарҙы тергеҙеү.
Фотогалерея
үҙгәртергә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 ГУ «Государственный заповедник «Ягорлык» . www.dubossary.ru. Дата обращения: 31 май 2020. Архивировано 27 ноябрь 2019 года.
- ↑ Природа Приднестровской Молдавской Республики: Учебное пособие для учащихся 8 класса общеобразовательных школ ПМР / Сост. О. З. Лысенко. — Тирасполь, 2003. — 48 с.
- ↑ Ирина Гальцева. Единственный государственный заповедник Приднестровья отмечает 25-летие (15 февраль 2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 23 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Постановление Правительства ПМР от 30 сентября 1994 г. № 255 «О взятии под государственную охрану пригородных объектов и комплексов на территории Приднестровской Молдавской Республики»
- ↑ Заповедник «Ягорлык» . Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 6 июнь 2013 года.
- ↑ Партия «ЛДПР Приднестровье»: в Приднестровье всего один заповедник - государственный заповедник «Ягорлык» (11 ғинуар 2011). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 11 май 2013 года.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шарапановская Т. Д. Заповедник «Ягорлык» — жемчужина Приднестровья / Междунар. экол. ассоц. хранителей реки «Eco-TIRAS». — Кишинев: «Elan Inc» SRL, 2011. — 24 с. — 2000 экз. — ISBN 978-9975-66-216-1.
- Шарапановская Т. Д., Тромбицкий И. Д. Заповедник "Ягорлык". — EcoTIRAS. — Тирасполь, 2006. — 170 с. — 500 экз. — ISBN 978-9975-9665-3-5.