Юрьев ветеринария институты

(Юрьев ветеринар институты битенән йүнәлтелде)

Юрьев (Дерпт) ветеринария институты (1873—1918) — рус. Юрьевский ветеринарный институт — Рәсәй империяһының юғары уҡыу йорто.

Юрьев ветеринария институты
Нигеҙләү датаһы 1873
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Тарту
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1918

Этимология

үҙгәртергә

Юрьев йәки Дерпт — хәҙерге Та́рту ҡалаһының төрлө йылдарҙа йөрөтөлгән атамаһынан алынған — (эст. Tartu; в 10301224 — Ю́рьев; в 1224—1893 годах — Дорпат, Дерпт (нем. Dorpat, Dörpt). Башта Дерпт атамаһы ҡулланылһа ла, революциянан һуң боронғо урыҫ атаһы — Юрьев — ҡулланыла башлай (ҡарағыҙ: Тарту)

1848 йылда Дерпт ветеринар мәктәбе ойошторола. Устав буйынса ветеринария мәктәптәренә ветеринария фәндәре магистры, ветеринар һәм ветеринар ярҙамсыһы дәрәжәһен биреү хоҡуғы бирелә. Ветеринария мәктәбенә уҡырға инеү өсөн гимназияның 4-се синыфтары курсынан имтихан тапшырыу тураһында таныҡлыҡ талап ителә (ветеринария ярҙамсыһыларынан бындай таныҡлыҡ талап ителмәгән). Шул уҡ ваҡытта ветеринарҙарға табиплыҡ буйынса бөтә хоҡуҡтар ҙа бирелә.

1873 йылда Дерпт ветеринария мәктәбе юғары уҡыу йорто хоҡуғына эйә Дерпт ветеринар институты тип үҙгәртелә. Ветеринария институтына уҡырға инеү өсөн классик гимназияның 6 синыфын йәки реаль училищеның тулы курсын тамамлау тураһында таныҡлыҡ, һуңғы осраҡта — латин теле буйынса имтихан тапшырыу тураһында таныҡлыҡты ҡушып тапшырыу талап ителә. Институтҡа ветеринар һәм ветеринария медицинаһы магистры дәрәжәһе биреү хоҡуғы бирелә, был дәрәжәләр университет кандидаты һәм магистры дәрәжәләренә, уларҙың бөтә хоҡуҡтары менән, ярашлы тип таныла. Профессорҙар һәм институттың доценттары бөтә хоҡуҡтарҙа университет профессорҙары һәм доценттары менән тиңләштерелә. Улар араһынан махсус фәндәрҙән лекция уҡыған кешеләрҙә ветеринария медицинаһы магистры дәрәжәһе булыу талап ителә[1].

Штаттар буйынса Дерпт ветеринария институтында уҡытыусылар персоналы 3 ординар профессорҙан (шул иҫәптән институт директорынан), 1 экстраординар, 3 доцент, зоотомия кафедраһы ҡарамағында прозектор һәм ғалим тимерсенән торған.

Уҡытыу шарттары һәм өйрәнелгән фәндәр

үҙгәртергә

Уларҙың бурысына махсус фәндәрҙе уҡытыу ингән: зоотомии (практик күнегеүҙәр менән), гистология, физиология, дөйөм патология, патологик анатомия һәм гистология (практик күнегеүҙәр менән); шәхси патология һәм терапия; дөйөм, шәхси һәм оператив хирургия, акушерлыҡ; эпизоотология (ветеринария полицияһы менән), дөйөм терапия, суд ветеринарияһы;; сүкеү теорияһы (практик күнегеүҙәр менән); терапевтик, хирургия һәм йоғошло клиникалар белеме; зоогигиена, экстерьер, фармакогнозия, фармация, рецепттар менән фармакология, ауыл хужалығы (ялансылыҡ һәм болонсолоҡ), йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм мал-тыуар продукттары тәғлимәте.

Ярҙамсы фәндәр — дин ғилеме, химия (органик, органик булмаған һәм физиологик), физика, ботаника, зоология, сағыштырма анатомия — күбеһенсә Дерпт университетынан был предметтарҙы уҡытҡан профессорҙар, институт доценты булараҡ, уҡытҡан. Күрһәтелгән персоналдан тыш, институтта клиника ҡарамағындағы 2 ассистент, прозектор ярҙамсыһы һәм фармация буйынса лаборант булған.

Уларҙың барыһын да, шулай уҡ приват-доцент һәм штаттан тыш ассистенттарҙы һайлау институттың бөтә профессорҙарынан һәм доценттарынан торған Советы ҡарары менән, директор рәйеслеге аҫтында эшләнгән. Институтта дүрт йыллыҡ уҡытыу курсы эшләгән. Курс аҙағында студенттар ветеринарға, йәки шунда уҡ ветеринария медицинаһы магистры дәрәжәһенә имтихан бирә алған.Һуңғы осраҡта уларҙан, ветеринар дипломына эйә булһалар ҙа, магистр дәрәжәһен алырға теләй икән, ветеринарияның махсус предметтары буйынса белемдәре генә түгел, уның әҙәбиәтен яҡшы белеү ҙә талап ителә.

Һынау үтә алған заттар махсус фәндәрҙең береһе буйынса диссертация яҙырға һәм яҡларға тейеш була. Дерпт ветеринария институтында (1891 йылдың 1 ғинуарына) 215 студент һәм 6 ирекле тыңлаусы иҫәпләнгән. 1890 йыл дауамында ветеринар дәрәжәһен 46 уҡыусыалған һәм икәүһе ветеринария медицинаһы магистры дәрәжәһенә лайыҡ булған.

Дерпт институты Рәсәйҙең башҡа ветеринария уҡыу йорттары араһында сит ил ғалимдары менән даими аралашыу мөмкинлеге арҡаһында дан тота. Профессорҙар П. П. Иессен, Ф. А. Брауэль һәм Ф. С. Унтербергер айырыуса күренекле була.

XIX быуат аҙағында институт эшмәкәрлегендә көслө алға китеш билдәләнә, ул хәрби министрлыҡ аҡсаһына тәьмин ителгән һәм бактериологик станция менән киңәйтелгән учреждение була.

Революциянан һуң

үҙгәртергә

Революциянан һуң Юрьев ветеринария институты Һартытау ҡалаһына күсерелә (1918). Һарытау ветеринария институты Рәсәйҙә бишенсе юғары ветеринария уҡыу йорто һәм Волга буйында асылған тәүге шундай вуз була. 1930 йылда зоотехник факультет асыла һәм ошо ваҡыттан алып институт зоотения-ветеринария институты тип атала башлай

Институт Һарытау дәүләт аграр университетының ветеринария медицинаһы, аҙыҡ-түлек һәм биотехнологиялар факультеты итеп үҙгәртелә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ветеринарные институты и школы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

История факультета ветеринарной медицины, пищевых и биотехнологий Саратовского государственного аграрного университета 2018 йыл 17 октябрь архивланған.