Юрий Федькович исемендәге Черновцы милли университеты
Юрий Федькович исемендәге Черновцы милли университеты (укр. Чернівецький національний університет імені Юрія Федьковича) — Черновцы ҡалаһындағы 4-се кимәл аккредитациялы дәүләт юғары уҡыу йорто.
Юрий Федькович исемендәге Черновцы милли университеты | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1875 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Franz-Josephs-Universität, Чернівецький державний університет һәм Universitatea Regele Carol I din Cernăuți |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ЧНУ імені Юрія Федьковича һәм ЧНУ имени Юрия Федьковича |
Принадлежит к | Европа университеттары ассоциацияһы[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Осип-Юрий Адальбертович Федькович[d] |
Дәүләт |
Украина[1] Австро-Венгрия |
Административ-территориаль берәмек | Черновцы |
Ойошма ағзаһы | Университетское агентство Франкофонии[d][2] |
Уҡыусылар һаны | 19 227 |
Рәсми сайт | chnu.edu.ua |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Черновицкого университета[d] |
Сығанаҡҡа URL-һылтанма | chnu.edu.ua/index.php?pa… |
Юрий Федькович исемендәге Черновцы милли университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЧерновцы университетына 1875 йылда дини семинария базаһында 3: дини, фәлсәфәүи һәм юридик факультет составында нигеҙ һалына. Университеттың беренсе ректоры доктор К. Томащук була.
1918 йылға тиклем, территорияһы Австро-Венгрия империяһына инеү осоронда, уҡытыу немец телендә алып барыла.
1918 йылда Буковина Румыния составына күскәндән һуң, 1920 йылда, Кароль I исемендәге Румыния университеты итеп үҙгәртелә.
1940 йылда, Төньяҡ Буковина УССР-ға ҡушылғандан һуң, 7 факультеты менән һәм уҡытыу украин телендә алып барылған Черновцы дәүләт университеты тип үҙгәртелә.
2011 йылдың 27 июнендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫ комитетының 35-се сессияһы университеттың үҙәк корпусын — элекке Буковина һәм Далмация митрополиттары резиденцияһын[3] Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Рейтингы
үҙгәртергә2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы, университетты Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индергән, уға «Е» рейтингы класы бирелә[4].
Корпустары һәм кампустары
үҙгәртергәУниверситеттың төп корпусы румын хакимиәте осоронда 1920—1922 йылдар аралығында төҙөлгән. Университет дөйөм биналары һаны 105 булған 17 корпуста урынлашҡан. Биналарҙың дөйөм майҙаны 110,8 мең кв. м. тәшкил итә, шул иҫәптән уҡыу биналары майҙаны — 66 мең кв. м.
Төп корпус территорияһында өс уҡыу корпусы (№ 4,5,6) һәм эшләүсе Өс Изге сиркәүе урынлашҡан.
1-се уҡыу корпусында (Университет урамы, 28) ғәмәли математика факультеты һәм компьютер фәндәре факультеты урынлашҡан. 2-се уҡыу корпусында (Университет урамы, 19) юридик факультет урынлашҡан. Химия һәм биология, экология һәм биотехнология факультеттары 3-сө уҡыу корпусын биләй (Л. Украинка урамы, 25). 4,5,6-сы уҡыу корпустарында (Коцюбинский урамы, 2) география факультеты, сит ил телдәре факультеты, филология һәм фәлсәфәүи-теология факультеттары студенттары уҡый. Физика һәм инженер-техник факультеттары 9-сы уҡыу корпусында (Сторожинецкая урамы, 101) урынлашҡан. Колледж 12-се уҡыу корпусында (Сковорода урамы, 9) урынлашҡан. Тарих, политология һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты иҡтисад факультеты менән берлектә 14-се уҡыу корпусын (Кафедраль урамы, 2) биләй. Педагогика, психология һәм социаль эштәр, шулай уҡ кеше һаулығы һәм физик культура факультеттары 15,16-сы уҡыу корпустарында (урамы Красноармейская урамы, 41 һәм Стасюк урамы, 4) урынлашҡан.
Университеттың яҡынса 3500 студенты дөйөм майҙаны 37,6 мең кв. м. тәшкил иткән 7 ятаҡта йәшәй. Университетта 7 асыҡ спорт майҙансығы (2 футбол, 2 волейбол, баскетбол, гандбол, теннис корты) һәм 8 ябыҡ спорт залы (2 фитнес залы, аэробика залы, гимнастика, көрәш, атлетика, көс әҙерлеге һәм спорт уйыны залы) бар.
Институттар һәм факультеттар
үҙгәртергә- Биология, химия һәм биоресуртар институты
- География
- Иҡтисад
- Физика-техник һәм компьютер фәндәре
- Сит телдәр
- Тарих, политология һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
- Ғәмәли математика
- Педагогика һәм психология
- Филология
- Фәлсәфәүи-теология
- Юридик
- Физик
- Мәҙәниәт һәм кеше һаулығы
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1875—1876 Константин Томащук
- 1878—1879, 1890—1891 Шулер, Фридрих фон Либлой
- 1881—1882 Алоис Гольдбахер
- 1882—1883, 1893—1894 Фридрих Клейнвехтер
- 1885—1886 Карл Хиллер
- 1886—1887 Фейт Грабер
- 1887—1888 Генрих Зингер
- 1889—1890 Эмиль Калужняцкий
- 1891—1892 Рихард Пшибрам
- 1906—1907 Ойген Эрлих
- 1907—1908 Евгений Козак
- 1908—1909 Карл Зелинка
- 1910—1911 Маттиас Фридвагнер
- 1912—1913 Раймунд Фридрих Кайндль
- 1913—1914 Ханс фон Фриш
- 1918—1920 Василий Тарнавский
- 1920—1921, 1933—1940 Ион Нистор
- 1925—1926 Ромулус Киндя
- 1968—1987 Константин Червинский
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Черновицкий национальный университет им. 2017 йыл 29 июнь архивланған. Юрия Федьковича 2017 йыл 29 июнь архивланған. — статья экскурсовода по Черновцам, Тамары Рудяги
- Черновицкий университет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Красный корпус ЧНУ. Университетская семинарская церковь Трех Святителей. Фото