Юревич Эдуард Иванович

Юревич Эдуард Иванович (15 апрель 1888 йыл16 сентябрь 1958 йыл) — совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1913 йылдан РСДРП(б) ағзаһы. 1927 йылдың февраленән — 1929 йылдың февраленә тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары.

Юревич Эдуард Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 апрель 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Юревич Эдуард Иванович 1888 йылда эшселәр ғаиләһендә Лифлянд губернаһының Рига өйәҙе Катлакалн улусында тыуған.

1913 йылдан РСДРП(б) ағзаһы. Партияға ингәндән һуң Ригала (Латвия) йәшерен түңәрәктәрҙә эшләй. 1914 йылда армияға саҡырыла, 3 айҙан ҡулға алына һәм 4 йылға каторгаға хөкөм ителә.

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы ваҡытында Мәскәүҙә Хамовническ районында Ҡыҙыл гвардияһын ойоштороу менән шөғөлләнә.

19171919 йылдарҙа — Мәскәү Советы башҡарма комитетының һәм РСДРП(б) Мәскәү партия комитетының ағзаһы. РСФСР-ҙың сберкассалары идаралығы комиссары (1918).

19191920 йылдарҙа Латвияла подпольела эшләй, ҡулға алына һәм РСФСР-ға ҡыуыла. Латвия Компартияһы Үҙәк комитетының сит ил бюроһы хеҙмәткәре була, «Циняс атбалсс» («Эхо борьбы») гәзите редакторы була. 19201921 йылдарҙа — Псков РКП(б) губерна комитетының контроль комиссия рәйесе, һуңынан Псков РКП (б) өлкә комитетының ойоштороу бүлеге мөдирe урынбаҫары. 19221926 йылдарҙа Мәскәүҙә партия эшендә була. 1927 йылдан 1929 йылдың феврaленә тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1) секретары. 19301935 йылдарҙа Химиктар союзы Үҙәк комитетының рәйесе, ВЦСПС Президиумы ағзаһы.

1935 йылдан алып СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатында эшләй, Латвия азат ителгәндән һуң, 1944 йылдан — Латвия Компартияһы Лиепай ҡала комитетының 1-се секретары, КП (б) Үҙәк комитетының сектор мөдире. Латвия Ауыл хужалығы академияһының марксизм-ленинизм уҡытыусыһы (19481958).

ВКП(б)-ның Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (19271934). ВКП (б)Үҙәк комитеты янындағы Партия контроле комиссияһы ағзаһы) (1934—1939). Партияның XII−XVII съездары делегаты.

1958 йылда вафат була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә