Юозайтис Арвидас Ионович
Арвидас Ионович Юозайтис (18 апрель 1956 йыл) — СССР йөҙөүсеһе, Олимпия уйындарының бронза призеры. Әлеге ваҡытта билдәле литва яҙыусыһы һәм философы.
Юозайтис Арвидас Ионович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Литва СССР |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 18 апрель 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР |
Атаһы | Jonas Algimantas Juozaitis[d] |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, яҙыусы, журналист, сәйәсмән, йөҙөүсе, фәлсәфәсе |
Эш урыны | Вильнюс университеты[d] |
Уҡыу йорто | Вильнюс университеты[d] |
Масса | 75 килограмм |
Спорт төрө | Йөҙөү |
Ҡатнашыусы | swimming at the 1976 Summer Olympics – men's 100 metre breaststroke[d] |
Юозайтис Арвидас Ионович Викимилектә |
Карьераһы
үҙгәртергәМонреаль ҡалаһындағы Олимпиадала, британлы Дэвид Вилкидан һәм американ Джон Хенкендан ҡалышып, брасс стиле менән 100 метрлыҡ дистанцияла бронза миҙалын яулай[2]. 200 метрлыҡ дистанцияла ул 6-сы була, ә 4×100 метрлыҡ ҡатнаш эстафетала 5-се урынды биләй.
Карьераһын тамамланғандан һуң
үҙгәртергә1980 йылда Арвидас Вильнюс университетын тамамлай. 1986 йылда философия докторы дәрәжәһенә лайыҡ була. Һуңыраҡ альма-матерҙа экзистенциализм философияһын уҡыта. Литва СССР-ы фәндәр академияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһын биләй.
1988—1990 йылдарҙа Литва ССР-ының СССР составынан сығыу процесын етәкләгән «Саюдис» хәрәкәте ойоштороусыларының һәм лидерҙарының береһе. 2004 йылданалып 2009 йылға тиклем Калининградта Литваның Генераль консуллығы атташеһы булып хеҙмәт итә. 2009—2012 йылдарҙа Ригала йәшәй. Әлеге ваҡытта — Литва олимпия комитетының вице-президенты[3].
Иҫкәрмләр
үҙгәртергә- ↑ Record #309717558 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Ҡалып:Из БОЭ
- ↑ Арвидас Юозайтис: Не вкладываю в слово «Прибалтика» идеологических инспираций . Newsbalt. Дата обращения: 10 март 2014. 2014 йыл 10 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юозайтис Арвидас Ионович — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Арвидас Юозайтис: «Я выиграл олимпийскую медаль, чтобы вырваться из плена» (рус.)