Мәҡсүт Юнысов

(Юнысов Мәҡсүт битенән йүнәлтелде)

Мәҡсүт Юнысов — Рәсәй империяһы дипломаты, мулла.

Мәҡсүт Юнысов
Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Юныс

Балалары

Рәхмәтулла, Әбәйтулла, Әбелфәйез

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы менән түңгәүер ырыуы башҡорттарынан. Мәҡсүт Юнысов Өфө өйәҙе Нуғай даруғаһы Урман-Түңгәүер улусы Ҡырҙас ауылына тәүге төпләнеүсе башҡорттарҙың нәҫел башлығы булған.

Сүмләк слободаһы янында Табын улусы башҡорттары араһында йәшәгән ваҡытта Ҡараҡалпаҡ урҙаһына ебәрелә. Бында ул ҡарағалпаҡ бейҙәре һәм дин әһелдәре менән һөйләшеүҙрҙән һуң, әсирлеккә алынған Рәсәй подданыйҙарын азат итеүгә өлгәшкән.

1723—1724 йылдарҙа Бохараға ебәрелә. Бында Рәсәй императоры Пётр I-нең Бохара ханлығындағы һәм Персиялағы илсеһе Флорио Беневениның һәм Сит ил эштәре коллегияһының дипломатик курьеры була. Ул М. Юнысов аша Санкт-Петербург менән бәйләнеш тотҡан.

1726 йылда Мәхмүт Юнысов Рәсәй илсеһе сифатында ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйергә ебәрелә. Унда Кесе жүз ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе тураһында һөйләшеүҙәр була. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Әбелхәйер Санкт-Петербургҡа илселек ебәрә.

Рәсәй империяһының тышҡы сәйәсәте архивында (АВПРИ) Мәҡсүт Юнысовтың үҙ ҡулдары менән яҙған документтары һаҡлана.

1729 йылдан һуң артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә