Ҡорбанғәли Юлдашбаев
Ҡорбанғәли Юлдашбаев (Ҡорбанғәле бин Юлдашбай бин Байҡыбай; 1799 йыл — 15 май 1865 йыл) — мосолман дин әһеле. Орск йәмиғ мәсете имамы (1861—1865).
Ҡорбанғәли Юлдашбаев | |
Титул: |
Орск йәмиғ мәсете имамы (1861—1865) |
---|---|
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Аҡъяр ауылы |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Орск ҡалаһы |
Ил: |
Биографияһы
үҙгәртергәҠорбанғәле бин Юлдашбай бин Байҡыбай 1799 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Аҡъяр ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә мөғәллим Ниғмәтулла Биктимер әл-Эстәрленән, Тимербулат әл-Ҡунаҡбайҙан белем алған. Аҡъяр мәҙрәсәһендә уҡытҡан.
1861—1865 йылдарҙа Орск йәмиғ мәсете имамы була. Бер үк ваҡытта мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була.
1865 йылдың 15 майында Орск ҡалаһында вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергәУлдары — Хөснөтдин, Абдулғәлим, Абдулғәлләм. Хөснөтдин Бохара мәҙрәсәләренең береһендә белем алғанда вафат булған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Денисов Д. Н. Орская соборная мечеть. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 285—286. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
- Р. Фахретдин. Асар. Книга о биографиях, датах рождения и смерти, о других событиях из жизни мусульманских ученых нашего государства. Том второй. — Оренбург: Типография М.-Ф. Г. Каримова, 1904-1909 гг.