Орск йәмиғ мәсете

1900

Мәсет
Орск йәмиғ мәсете
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе
Ҡала Орск Орск
Адресы Орджоникидзе урамы, 8-се йорт
йүнәлеш, мәктәп сөннилек
Диниә назараты, мөхтәсибәт Ырымбур өлкәһе мосолмандары Диниә назараты
Мәсет төрө йәмиғ мәсет
Архитектура стиле мосолман архитектураһы
Шәфҡәт итеүселәр Дербисалы Беркимбаев
Төҙөлөш ???—1900 йылдар
Манаралар һаны 2
Материал таш
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY

Орск йәмиғ мәсете (Дербисалы Беркимбаев исемендәге мәсет) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһындағы мәсет. Иман йортоноң бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

1734 йылда Ырымбур экспедицияһы юлға сыҡҡанда, императрица Екатерина II нигеҙләнәсәк яңы ҡалала мосолмандар менән сауҙаны үҫтереү маҡсатында айырым бойороҡ бирә: «Урындағы башҡорт халҡына һәм яңы подданыйҙарыбыҙ ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ халыҡтарына Азия илдәренән килеп, төпләнергә, йәшәргә, сауҙа итергә, һәр төрлө кәсеп менән шөғөлләнергә». Һөҙөмтәлә Ырымбур (Орск) ҡәлғәһендәге тәүге мәсет ахун Мансур Абдрахманов тарафынан 1738 йылда асылған.

Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. 1822—1916 йылдарҙа мәсет янында мәҙрәсә эшләй.

1888 йылда иҫке мәсет янғас, таштан яңы мәсет төҙөлөшө башлана. Ике ҡатлы бинаның төҙөлөшөнөң төп бағымсыһы ҡаҙаҡ сауҙагәре Дербисалы Беркимбаев була. Мәсет 1900 йылда асыла.

1932 йылда мәсет ябыла. Бинала башта оҫтахана, һуңынан клуб менән кионтеатр, аҙаҡ балалар баҡсаһы урынлаша. Ә мәҙрәсәнең бинаһы тегенселәр фабрикаһы эшселәренең ятағы булараҡ файҙаланыла.

1990 йылда бина диндарҙарға ҡайтарыла, һуңыраҡ уҡыу ойошторола. 1991 йылда бәләкәй манараһы тергеҙелә. 2006–2010 йылдарҙа ҙур манара төҙөлә.

2001–2008 йылдарҙа мәсет ҡарамағында «Нур» мәҙрәсәһе эшләгән.

Имам-хатиптары

үҙгәртергә
  • Мансур Абдрахманов (1738 йылдан),
  • Исмәғил Абдразаҡов (1740—1760-сы йылдарҙа),
  • Ибраһим Мәмбәтов (1770-се йылдар),
  • Ғабдуллатиф Ғәббәсов (1805—1860 йылдарҙа),
  • Ҡорбанғәли Юлдашбаев (1861—1865 йылдарҙа),
  • Мөхәмәтғариф Мағазов (1866—1876 йылдарҙа),
  • Мөхәмәтлатиф Исхаҡов (1877—1906 йылдарҙа),
  • Мөхәмәтсафа Мөхәмәтфәрух улы Дауытов (1906—1908 йылдар)
  • Ғабдулла Мөхәмәтсәлих улы Зәйнәғәбетдинов (1908—1932 йылдарҙа),
  • Шәфиғулла Шәрипов (1990 йылдан),
  • Рәсим Исмәғил улы Әхмәтов (1998 йылдан),
  • Талибжан Юныс улы Азаматов (2010 йылдан),
  • Ҡадир Жанбылжан улы Тнаштыгулов (2018 йылдан).
  • Денисов Д. Н. Орская соборная мечеть. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 285—286. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Денисов Д. Н. Исторические мечети Орска //Край Оренбургский. Праведной дорогой ислама. Оренбург, 2007.
  • Соборная мечеть Орска: вехи истории : (к 120-летию Орской Соборной мечети 285-летию города Орска) / Мусульманская религиозная организация города Орска; редакционная коллегия: К. Алкулов [и др.]. — Орск ; Оренбург, 2020 (Типография «Южный Урал»). — 121 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә