Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы

(Юлдашбаев Амир Мурзагалиевич битенән йүнәлтелде)

Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы (25 декабрь 1940 йыл — 26 апрель 2017 йыл) — ғалим-философ һәм дәүләт эшмәкәре. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1992 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2010).

Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Мырҙағәли улы Юлдашбаев 1940 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған[1].

19591961 йылдарҙа техник станция слесары, район башҡарма комитеты ҡарамағындағы төҙөлөш бүлеге мастеры була.

19611963 йылдарҙы комсомол эшендә, «Знамя труда» район гәзите редакцияһы хеҙмәткәре.

19631967 — Мәскәү дәүләт университетында уҡый, 19681971 йылдарҙа Мәскәү дәүләт педагогия институты аспиранты.

19711994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, 19911992 йылдарҙа уҡыу йортоноң философия кафедраһы мөдире була[2].

19942010 йылдарҙа— Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә эшләй[3], шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире.

Әмир Мырҙағәли улы Юлдашбаев 1917 йылдың 26 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

30-ҙан ашыу фәнни, шул иҫәптән Ә. -З. Вәлиди Туғандың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында хеҙмәттәр авторы. Төрөк теленән Вәлидиҙең «Хәтирәләрен», «Башҡорттар тарихын» башҡорт һәм рус теленә тәржемә итә[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә