Юлдашбаева Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы

Юлдашбаева Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы (22 март 1947 йыл16 август 1996 йыл) — башҡорт шағиры. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фәүзиә Юлдашбаева
Тыуған көнө:

22 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Хәйбулла районы, Әлибай ауылы

Вафат булған көнө:

16 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (49 йәш)

Вафат булған урыны:

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

әҙәби ижад

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәүзиә Ураҙйән ҡыҙы Юлдашбаева 1947 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Әлибай ауылында тыуған[1]. Урындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, Юлдыбай урта мәктәбендә уҡый.

1963 йылдан Йылайыр районы «Юлдыбай» совхозының Һаҡмар фермаһында һауынсы була.

Баймаҡта ауыл хужалығы техникумында урта махсус һөнәр алып сыға һәм Һаҡмар фермаһында хисапсы булып эшләй.

Артабан ғүмеренең һуңғы йылдарынаса ҡунаҡхана мөдире вазифаһын башҡара. 1996 йылдың 16 авгусында Йылайыр райнының Юлдыбай ауылында вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Шағир 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әҙәбиәткә уҙған быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның тәүге шиғырҙары Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан төҙөлгән «Йәш көстәр» альманахында 1981 йылда урын ала. Артабан был баҫманың 1983 һәм 1984 йылдарҙа нәшер ителгәндәрендә лә әҙиптең ижад емештәре уҡыусыға тәҡдим ителә[2].

1985 йылда «Һаҡмар муйылының күҙе ҡара» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫылып сыға[1]. Артабан ижадсы үҙенең әҫәрҙәрен «Йылайырым — йырлар йырым» (1990), «Сәхрәләргә сығам» (1990), «Мыр-мыраубикә йыр йырлай» (1993) һәм «Ҡояш сатҡыһы» (1994) исемле йыйынтыҡтарға туплай.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Йәш көстәр. Авторҙар коллективы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 142 б.
  • Һаҡмар муйылының күҙе ҡара: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.
  • Йылайырым — йырлар йырым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • Сәхрәләргә сығам: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • Мыр-мырбикә йыр йырлай: Балалар өсөн шиғырҙар, әкиәт. — Өфө: Китап, 1993.
  • Ҡояш сатҡыһы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994.
  • Бесәй ни өсөн мырлай?: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 март 2022)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 март 2022)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә