Көньяҡ Урал

(Южный Урал битенән йүнәлтелде)

Көньяҡ Урал — Урал тауҙарының көньяҡ өлөшө. Башҡортостандың көнсығышына һәм Силәбе өлкәһенең көнбайышына тура килә. Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған бер нисә тау һыртынан тора[1]. Иң бейек нөктәләре — Ямантау (1640 м) һәм Ирәмәл (1582 м).

Көньяҡ Урал
Спутниктан һүрәт NASA. 2008
Спутниктан һүрәт NASA. 2008
Бейек нөктәһе
Бейек нөктәһеЯмантау, 1 640[1] м
Урынлашыуы
54° с. ш. 58° в. д.HGЯO
Илдәр
Рәсәй
Красная точка
Көньяҡ Урал
 Көньяҡ Урал Викимилектә

Көнсығыштағы иң ситке тау һырты — Ирәндек.

Рельефы һәм геологик төҙөлөшө

үҙгәртергә
 
Айғыр ҡаялары һәм Инйәр йылғаһы

Көньяҡ Урал рельефы ҡатмарлы. Көньяҡ-көнбайышында һәм меридиональ йүнәлештә төрлө бейеклектәге һырттар арҡырылы-буйлы телгеләнгән, үҙәндәре бар.

Тау системаһының үҙәге - Уралтау һырты, ул Ағиҙел һәм Урал йылғаларын айырып тора. Ул Көньяҡ Уралдың көнсығыш өлөшөндә 500 км оҙонлоҡта, киңлеге 5-тән 30 км-ға тиклем. Иң бейек түбәһе 1067 м (Әрүәк тауы, Белореттың көньяғындараҡ); һырттың уртаса бейеклеге 800—900 м, ә яҡындағы үҙәндәр 400—500 м -ға түбәнерәк. Уралтау һырты бер нисә параллель теҙмәнән һәм ҙур булмаған армыттарҙан тора, улар киң генә уйпаттар менән айырылған. Улар һөҙәк кенә, урыны менән һуйырташтар, кварцит һәм конгломераттар өйөмдәре генә ҡалҡып тора[1].

 
Ямантау — Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе

Ағиҙел йылғаһы үҙәне көнбайышҡа табан бер нисә параллель рәүештә килгән бейек ҡаялы тау сылбырҙарын айыра. Ул һыҙатта иң бейек һырттар – Егәлге һәм Машаҡ, ә иң бейек тау массивтары – Ямантау һәм Ирәмәл. Улар бик ҡаты кварц ҡомташтарҙан һәм балсыҡлы сланецтан тора. Тау битләүҙәре 1 100 м бейеклеккә тиклем ылыҫлы урмандар менән ҡапланған, ә өҫтәрәк таш һибелмәләр өҫтөнлөк итә.[1].

Көнбайышҡараҡ уртаса бейеклеге 1 000 м тәшкил иткән тау сылбырҙары китә, бик һирәктәре генә бейегерәк. Тау сылбырҙары үҙ-ара киң йылға үҙәндәре менән айырыла, тар ғына үҙәндәр һәр тармаҡты һырттарға һәм массивтарға бүлә. Төп һырттары Елмерҙәк, Йөрөмәтау, Колу, Ҡаратау [1].

Көнсығыштараҡ Көньяҡ Урал һырттары: Ирәндек һәм Ҡырҡтытау теҙелеп китә. Улар ултырма ғына түгел, вулкандан ҡалған тау тоҡомдары арҡаһында ла ҡатмарлы төҙөлөшлө. Тауҙар ныҡ емерелгән, һырттары шыма, әммә вулканлы тоҡомдар яланғасланған урындарҙа ҡаялар, ташлыҡтар килеп сыға[1].Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә көньяҡта тауҙар бөтә һәм дала, арыраҡ ярымсүллектәр башлана.

 
Минйәр станцияһында алһыу ҡая
 
Урта Нурғыш тауы, Нурғыш һырты

Көньяҡ Урал рельефы Урал тау иленең геологик тарихын сағылдыра. Көньяҡ-Урал тау иленең көнсығыштан көнбайышҡа табан геоморфологик провинциялары:

  • Урал алды сик бөгөлө;
  • Көнбайыш Урал ҡоролошо платформаһы ситке бассейндарының юғары ҡалҡынған рифей нигеҙҙәренән тора;
  • Үҙәк Урал ҡоролошо («кристаллик зона») платформа нигеҙҙәренең юғары ҡалҡҡан комплекстарынан һәм тәүпалеозой уралид ҡатламдарынан тора ;
  • Көнсығыш Урал ҡоролошо тигеҙ утрау дуғаларынан һәм микроконтиненталь террейндарҙан хасил;
  • Себер уйпатының көнбайыш сиге Урал аръяғы палеозой йыйырсыҡлы билбауына инә һәм пострифт мезозой-кайнозой ултырмалаларынан хасил.
  • Сальников К. В. «Очерки древней истории Южного Урала» (1967)
  • Стратиграфические схемы Урала. Екатеринбург, 1993. ТТ. Е. И. Кулагина.
  • Кориневский Е. В. Хаотические образования Ильменогорского метаморфического комплекса Южного Урала и их природа. — Екатеринбург: РИО УрО РАН, 2013, — 112 с. ISBN 978-5-7691-2346-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Южный Урал: Общее описание района