Эшпай Андрей Андреевич
Эшпай Андрей Андреевич (18 апрель 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист һәм кинопродюсер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005)[1].
Эшпай Андрей Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 апрель 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Андрей Эшпай[d] |
Хәләл ефете | Евгения Павловна Симонова[d] һәм Лариса Ивановна Удовиченко[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАндрей Андреевич Эшпай 1956 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә композитор Андрей Эшпай ғаиләһендә тыуған.
1975—1976 йылдарҙа Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының театр режиссураһы факультетына уҡырға инә (Н. Бухман оҫтаханаһы).
1980 йылда ВГИК-ты тамамлай (режиссер факультеты, Л. Кулиджанов Л. һәм Т. Лиознова оҫтаханаһы). Диплом эше — «Звана» фильмы (1980), ВГИК-та үткән студенттар фестивалендә «Иң яҡшы сценарий өсөн», «Иң яҡшы режиссура өсөн» һәм «Иң яҡшы ир-ат роле өсөн» приздарына лайыҡ була.
Беренсе ҡыҫҡа метражлы кино таҫмаһы — «Когда играли Баха» (1983). Беренсе тулы метражлы кинокартинаһы — «Шут» (1988). «Мыҫҡылланғандар һәм кәмһетелгәндәр» (1990) 1996 йылда Венеция фестивалендә күрһәтелә, фильмда Настасья Кински һәм Никита Михалков ҡатнашалар.
Андрей Эшпайҙың «Цветущий холм среди пустого поля» тигән нәфис фильмы цифрыа камераға төшөрөлгән һәм һуынан кинопленкаға күсерелгән тәүге фильм була. Фильм шулай уҡ Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының «Ника» премияһына номинант була. «Дети Арбата» исемле телевизион нәфис фильм (16 серия) Рыбаков Анатолий романы буйынса 2004 йылда төшөрөлә[2] һәм Ялта Халыҡ-ара «Бергә» телекинофорумында Гран-при яулай. «Арбат баллары» шулай уҡ «Алтын бөркөт» һәм «ТЭФИ» конкурстаарында а «Иң яҡшы телесериал» номинацияһында ҡатнаша.
«Многоточие» фильмы бик күп бүләккә лайыҡ була — Локарнола Халыҡ-ара фестиваль, «Алтын бөркөт», «Аропаға тәҙрә», «Мәскәү премьераһы», «Аҡ фил» һәм башҡа конкурстарҙа. «Ваҡиға» («Событие») фильмы 31-се ММКФ-та кино белгестәре һәм кино тәнҡитселәре гильдияһы дипломын ала. 2009 йылда Эшпай «Иван Грозный» (16 серия) телевизион нәфис фильмын төшөрөп бөтә[3], ул Рәсәй каналы күрһәтелә. 2010 йылда «Элизиум» тулы метражлы фильм өҫтөндә эш башлай.
Эшпай шулай уҡ «Урыҫ диңгеҙе», «Горький исемендәге киносудия. 90 йыл. дәүерҙәр», «Ваҡыттар йылғаһы» документаль фильмдар авторы ла булып тора.
2000 йылдан алып әлеге көнгә тиклемВГИК-та режисссерлыҡ конкурстарын алып бара. 2010 йылдан алып Кино мәктәбендә кинорежиссура буйынса мастер-коастар алып бара.
Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы[4].
2008 йылда Аандрей Эшпай Светлана Бахминаны азат итеү буйынса асыҡ хатҡа ҡул ҡуя[5].
Ғаиләһе
үҙгәртергәФильмографияһы
үҙгәртергә- 1983 — Когда играли Баха
- 1988 — Шут
- 1991 — Униженные и оскорблённые
- 2001 — Цветущий холм среди пустого поля (режиссёр һәм сценарист)
- 2004 — Дети Арбата (сериал)
- 2006 — Многоточие
- 2008 — Событие
- 2009 — Иван Грозный (сериал)
- 2010 — Элизиум (мистик драма; Киношок кинофестивале еңеүсеһе (2010) «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында, , оператор — Сергей Юриздицкий)
- 2014 — «Куприн. Впотьмах» (сериал)
- 2015 — Взрослые дочери (сериал)
- 2016 — Перформанс[8]
- 2019 — Скажи правду (сериал)
Иҫкәрмләр
үҙгәртергә- ↑ УКАЗ Президента РФ от 21.12.2005 № 1503 О награждении государственными наградами Российской Федерации.
- ↑ Жанна Васильева. Андрей А. Эшпай: «Сохранить себя сегодня не легче, чем в 30-е» . Искусство кино. kinoart.ru (февраль, 2005 г.). Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ Сергей Цыркун. Очень приятно, царь… «Иван Грозный», режиссёр Андрей Эшпай . Искусство кино. kinoart.ru (май, 2009 г.). Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ Российская академия кинематографических искусств. Дата обращения: 14 июнь 2012. Архивировано 6 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ В защиту Светланы Бахминой . Новая газета (30 октябрь 2008). Дата обращения: 2 май 2016. 2020 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Трое мужей Ларисы Удовиченко . «Домашний очаг». Дата обращения: 8 декабрь 2018.
- ↑ Мария Эшпай.
- ↑ Жюри Фестиваля Тарковского возглавит голландский режиссер Йос Стеллинг . Культура (24 май 2016). Дата обращения: 19 апрель 2017. 2017 йыл 20 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Андрей Эшпай (англ.) на сайте Internet Movie Database