Этҡол (Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл)

бөткән ауыл

Этҡол (Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл) (1797 йыл) — XX быуат башынан Дәүләкән ҡалаһы эсендә урынлашҡан ауыл.

Этҡол
Нигеҙләү датаһы 1797
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Бәләбәй өйәҙе
Халыҡ һаны 1226 кеше
Ваҡиға ваҡыты 1906
Карта

1781 йылда уҡ Рәсәйҙең Өфө наместниклығы составында ойошторолған Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡөйлө мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1797 йылда Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Төрөкмән ауылы (хәҙер Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылынан Дим йылғаһы буйына күсеп килгән башҡорттар Этҡол ауылына башлап нигеҙ һалалар.
Ауылға тәүге төпләнеүсе кешенең исеме бирелә.
Этҡол ауылы тәүҙә риүәйәттәрҙә телгә алына. Бынан күп йылдар элек Этҡол ҡарт, үҙенең яҡын кешеләре менән тыныс тормош эҙләп, Бөрйән улусы Төрөкмән ауылын ташлап китеп, Дим буйҙарына килеп сыҡҡан булған.
Сөнки башҡорттар менән һуғышып йәшәгән ҡырғыҙҙар уларҙың малдарын алып китеп, ерҙәрен баҫып алып яфалаған булғандар.
Дим буйҙары Этҡол ҡартҡа бик ныҡ оҡшай, һәм ошонда ул төпләнә.
Бәләкәй генә өй һалып, мал үрсетеп, иген сәсеп йәшәй башлай[1]. Этҡолда йәшәгән кешеләр бөтә Дим буйы башҡорттары кеүек ябай һәм ныҡ кейенгәндәр.
Кейемде күберәк йөндән,ҡырағай һәм йорт хайуандарының тиреһенән әҙерләгәндәр.
Малсылыҡ, ҡымыҙсылыҡтан башҡа һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
Дим йылғаһы төрлө һыу ҡоштарына һәм балыҡҡа бай булған. Хужалыҡтарында дөйәләр тотҡандар.
Артабан ауыл үҫә, ҙурая бара. 1816 йылдағы етенсе рәүиз буйынса ауылда утыҙ дүрт кеше,ә һигеҙенсе рәүиз буйынса ҡырҡ биш кеше иҫәпләнгән.
1865 йылда Этҡол ауылында йәмғеһе 28 йортта 146 кеше йәшәгән була.
1888 йылдан алып Һамар — Златоуст (хәҙер Куйбышев) тимер юлының Дәүләкән станцияһы төҙөлөүгә бәйле бында Рәсәй империяһының төрлө губерналарынан күсеп килеүселәр күбәйә башлай.
Тимер юлы станцияһы төҙөлгөндән һуң,ауыл халҡы өсөн тимер юлында ла эш урындары табыла. Шулай уҡ бындағы башҡорттар ҡымыҙ эшләү менән дан тотҡандар. Улар ҡымыҙ һатҡандар, шифалы ҡымыҙ менән дауаланырға тип бында тирә — яҡтан төрлө кешеләр килгәндәр[1] Ауылда баҙар булған, аҙна һайын йәрминкәләр үткәрелгән.

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

1896 йылда ауылда биш тимерлек булған.
Тимерлек хужалары: крәҫтиәндәр Шваев Ермолай Владимирович,Хәсәнов Сәлим,Кирченков Дмитрий Петрович,Ислам һәм Иҙрис Кинйәбузовтар. 1906 йылда мәсет, православие ғибәҙәт ҡылыу йорто, өс сиркәү — мәхәллә мәктәбе, почта станцияһы, дарыухана, сәй, өс һыра һәм бер йөҙ бер сауҙа кибете, өс ер эшкәртеү ҡоралдары склады, егерме ике урман склады, ике тоҙ склады булған.

1906 йылда Дәүләкән станцияһы ҡасабаһы халҡы менән бергә ауылда 1226 кеше йәшәгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Дәүләкән
Дәүләкән, ауыл Дәүләкән эсендә
Яңы Көрмәнкәй

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Страницы истории родного края. Краеведческий сборник,2005 г.стр.33-35

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Этҡол (Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Страницы истории родного края. Краеведческий сборник. Давлеканово,2005 г."Деревня Иткулово"