Дәүләкән (Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл)

бөткән ауыл
(Дәүләкән, ауыл Дәүләкән эсендә битенән йүнәлтелде)

Дәүләкән (Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл) (1730 йыл) — XX быуат башынан Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл.

Дәүләкән
Нигеҙләү датаһы 1730
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Бәләбәй өйәҙе
Халыҡ һаны 582 кеше
Ваҡиға ваҡыты 1906
Карта

Ауылға 1730 — 1750 йылдарҙа Нуғай даруғаһы ҡырҡөйлө мең улусы башҡорттары нигеҙ һала. Беренсе тапҡыр 1765 йылғы рәүиз яҙмаһында телгә алына[1] Тәүге төпләнеүсе Дәүләкән (ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә Дәүләтхан) исеме менән йөрөтөлә.Дәүләкән 17351740 йылдарҙағы ихтилалдағы башҡорт яугирҙәренең юлбашсыһы.
Дәүләкән Сыртланов оҫта һунарсы, ыласын ҡоштары менән һунар иткән, мәргән уҡсы булған. Тамғаһы ике тура мөйөштән торған, тәңре ҡоштары — ҡарсыға (ыласын) булған. Дәүләкәндең улы Сонтай Дәүләкәнов (1753—1820 й.) йәшәгән.1773 −1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан. Дәүләкәндең икенсе улы — Сәфәр. Ул бик белемле сәсән телле, халыҡ араһында абруйлы шәхес булған[2] 1795 йылда ауылда 33 йортта 184 кеше ,1865 йылда 83 йортта 388 кеше йәшәгән.1893 йылда бында Рәсәйҙең төрлө губерналарынан крәҫтиәндәр күсеп килеп, төпләнә башлайҙар.
Дәүләкәндең үҙендә сәрмән,ҡойҡа,ҫәпрә,юлбарыҫ, ҡуян, аҫылҡай аралары күп булған. Былар барыһы ла мең башҡорттары,ҡырҡөйлө мең ырыуына ҡарағандар. Халыҡ малсылыҡ,умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
1896 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда ҡымыҙ эшләү йорто булған. Хужаһы Ғәбделкәрим Нәбиулла улы Ғәйнуллин булған. Ауыл ҡымыҙ эшләү кәсебе менән тирә-яҡта дан тотҡан. Ауыл халыҡының өстән бер өлөшө ҡымыҙ әҙерләгән һәм һатҡан. Бында шифалы эсемлек менән дауаланырға алыҫ ерҙәрҙән килгәндәр. Дәүләкән ауылы кешеләренең хужалыҡтарында 1613 баш мал иҫәпләнгән: 528 йылҡы малы,511 һыйыр,431 һарыҡ,143 кәзә. Дәүләкәндән ярты саҡрым алыҫлыҡта Этҡол ауылы булған. Ул ауыл 1905 йылда Дәүләкән менән ҡушыла[2] 1917 йыл рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 633 хужалыҡта 3283 кеше йәшәгән[3] Шуларҙың:
урыҫтар −270 хужалыҡ,1446 кеше;
башҡорттар — 108 хужалыҡ,559 кеше;
немецтар −109 хужалыҡ,525 кеше;
укриндар −49 хужалыҡ,260 кеше;
поляктар −24 хужалыҡ,96 кеше;
мордва −14 хужалыҡ,77 кеше;
татарҙар — 12 хужалыҡ,71 кеше

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

1906 йылда мәсет,земство мәктәбе,министрлыҡ мәктәбе теркәлгән.Волость идараһы,кредитлау ширҡәте урынлашҡан була.1906 йылда 582 кеше йәшәй.
Ике һыу тирмәне:хужалары - Мөхәмәтшафиҡ Сафьянов(типтәр),Әхмәтйән Абдулжафаров(башҡорт,припущенник).
Сәсеүлек 857,59 десятинә ер тәшкил иткән.Арыш,тары,ҡара брйҙай һәм картуф баҫыуҙары булған. 0,5 десятинә ергә бер хужалыҡ үлән сәскән[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Дәүләкән
Этҡол, Дәүләкән ҡалаһы эсендәге ауыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская ойкономия XVI—XIX в.в. (рус.)
  2. 2,0 2,1 А. М.Хәкимйәнова,Р. Х.Мөхәмәтов «Дәүләкән ынйылары» Өфө-2008 й.324 -се б.
  3. 3,0 3,1 Страницы истории родного края. Деревня Давлеканово (рус.)



Һылтанмалар

үҙгәртергә