Эстония муниципалитеттары

Муниципалитет — йәки урындағы үҙидаралыҡ (эст. kohalik omavalitsus) — Эстонияның конституция тарафынан билдәләнгән иң кескәй административ берәмеге. Илдең бөтә территорияһы үҙидаралыҡтар  араһында бүленгән.

Эстония муниципалитеттары
Сәйәсәт
Эстония

Был мәҡәлә — түбәндәге серия өлөшө:
Эстония
сәйәси системаһы

  • Эстонской Республикаһының конституцияһы
  • Президент
    • Керсти Кальюлайд
  • Премьер-министр
    • Юри Ратас
  • Хөкүмәт
    • Юри Ратас хөкүмәте
  • Рийгикогу
    • Спикер Рийгикогу
      • Эйки Нестор
  • Юғары Суд
  • Эстония банкы
  • Дәүләт контроле
  • Юстиция канцлеры
  • Һайлауҙар: 2015 — 2011 — 2007 — 2003
  • Сәйәси фирҡәләр
  • Сәйәсмәндәр
  • Уездар (маакондар)
  • Урындағы уҙидаралыҡтар
    • Таллин (муниципалитет)
      • Таллин мэры
      • Таллин ҡала йыйылышы
  • Европа Союзы сәйәсәте
  • Тышҡы сәйәсәт
  • Кеше хоҡуҡтары
  • Интернациональ хәрәкәт
  • Йырлаусы революция

Законға ярашлы, урындағы үҙидаралыҡтарҙы булдырыу демократик юл менән формалаштырылған урындағы власть органдарының, нигеҙле мәнфәғәттәрҙән һәм ерле халыҡтың өмөттәренән сығып һәм тәғәйен үҙидаралыҡтың үҫеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, урындағы тормошҡа  закон сиктәрендә үҙаллы етәкселекте ғәмәлгә ашырыуын күҙҙә тота. 

Административ структураһы

үҙгәртергә

Эстонияла үҙидаралыҡтар ике типта  була: ҡалалар (эст. linn) һәм улустар (эст. vald).

Һәр үҙидаралыҡта йыйылыш тип аталған вәкиллекле власть органы бар (эст. volikogu), ул даими йәшәгән халыҡ тарафынан ирекле, тура, дөйөм һәм бер рәүешле һайлау барышында йәшерен тауыш биреү юлы менән дүрт йылға бер һайлана. Эстонияла, парламент һайлауҙары менән сағыштырғанда,  урындағы һайлауҙарға хас үҙенсәлек булып тауыш биреү хоҡуғына эйә булыуҙың Эстония гражданлығы булыу-булмауға түгел, ә муниципалитет территорияһында даими йәшәүгә бәйлелеге тора. Урындағы үҙидаралыҡта даими йәшәгән һәм 18 йәше тулған бөтә кешеләр (гражданлығы булмаған һәм башҡа дәүләттең гражданы булған кешеләрҙе лә индереп) тауыш биреүҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы.  Әммә кандидатураһын тик Эстония граждандары йә Европа берләшмәһенә ингән башҡа илдәрҙең граждандары ғына күрһәтә ала. Кадрҙағы хәрбиҙәр, шулай уҡ ҡылынған енәйәт өсөн суд хөкөмөнә тарттырылғандар һәм иректән мәхрүм итеү урындарына ебәрелгәндәр (һуңғылары тауыш биреүҙә лә ҡатнаша алмай)  һайлана алмай. 

Урындағы йыйылыш ағзаларының һаны биләмәлә йәшәгән кешеләр һанына ҡарап билдәләнә. Таллиндың ҡала йыйылышы 79 ағзанан (максимум) тора. Йыйылыш ағзаларының минималь һаны — 7. Урындағы йыйылышҡа етәкселекте уның ағзалары тарафынан һайланған рәйес (эст. volikogu esimees) тормошҡа ашыра, ул ултырыштарҙы алып бара, вәкиллек функцияларын башҡара һәм совет ҡабул иткән норматив акттарға ҡул ҡуя. 

Йыйылыш менән бергә,  урындағы һәр үҙидаралыҡта башҡарма власть органы  — управа (эст. valitsus) бар. Управа башында ҡалаларҙа — мэр (эст. linnapea), улустарҙа улус старейшинаһы (эст. vallavanem) тора, улар йыйылыш тарафынан дүрт йылға тәғәйенләнә  (ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу йыйылыш ҡарары нигеҙендә мөмкин). Управа башлығы муниципалитет йыйылышынан управа ағзаһы вазифаһына  кандидаттарҙы раҫлата,  управа эшен ойоштороа, уның ултырыштарын әҙерләй һәм алып бара, управа эшен һәм уның буйһоноуында булған органдарҙың һәм учреждениеларҙың эшен ойоштороу буйынса приказдар сығара, управаның бойороҡтарына һәм ҡарарҙарына ҡул ҡуя, шулай уҡ вәкиллек функцияларын башҡара.  Мэрҙар һәм улус старейшиналарының бер үк ваҡытта башҡа дәүләт йә муниципаль вазифа биләүе йәки муниципалитет ҡатнашлығындағы коммерция компанияһының  советына инеүе мөмкин.  

Муниципалитет эсенә бер йә бер нисә торама пункт инеүе ихтимал. Эре үҙидаралыҡтар  сикләнгән вәкәләтле үҙ управаларына эйә булған ҡала  (эст. linnaosa) йәки улус  райондарына  (эст. osavald) бүленә ала. Бындай район управаһының башлығы вазифаға  мэр йә улус старейшинаһы күрһәтеүе буйынса    муниципалитет управаһы тарафынан тәғәйенләнә һәм бушатыла. Мәҫәлән,  Таллин ҡалаһы  8 ҡала районынан тора: Хааберсти, Кесклинн, Кристийне, Ласнамяэ, Мустамяэ, Нымме, Пирита, Пыхья-Таллинн.

Күләме буйынса муниципалитеттар  400 000 кешегә тиклем халыҡ йәшәгән Таллиндан  на бары 60 кеше йәшәгән Рухнуға тиклем айырыла. Үҙидаралыҡтарҙың 80 проценттан ашыуында 5 000 кеше йәшәй, шунлыҡтан уларҙың күбеһе административ йәки хужалыҡ функцияларын үтәү маҡсатында  хеҙмәттәшлек итә. 2016 йылда Рийгикогула административ реформа тураһында закон проекты ҡабул ителә[1], унда үҙидаралыҡтың  минималь күләме 5 000 кеше тип билдәләнә һәм  үҙидаралыҡтарҙы  11 000 кешенән дә кәм булмаған минималь һанлы итеп ойошторорға тәҡдим ителә, әлбиттә, иҫкәрмәләргә лә юл ҡуйыла. Реформа, ике этапта үтеп,  2017 йылдың 1 октябренә  тамамланырға тейеш.

Муниципалитеттарҙың вәкәләттәре

үҙгәртергә

Конституцияға ярашлы, урындағы үҙидаралыҡтар  урындағы тормошҡа ҡағылышлы бөтә һорауҙарҙы закон сиктәрендә автономлы хәл итә.  Уларҙың компетенцияларына, атап әйткәндә, түбәндәгеләр инә:

  • муниципалитет территорияһында социаль ярҙам, социаль хеҙмәттәр, ҡарттарҙы ҡарауҙы, йәштәр менән эште ойоштороу;
  • торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ;
  •  һыу тәьминәте һәм канализация, территорияны йыйыштырыу, тәртиптә тотоу, таҙартыу, сүп-сарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы сығарыу;
  • урындағы йәмәғәт транспорты;
  • ҡаланы планлаштырыу (дөйөм һәм ентекле планлаштырыуҙар), юлдарҙы тәртиптә тотоу.

Үрҙә һаналған вәкәләттәр закон менән башҡа органдарҙың хакимиәт даирәһенә тапшырылмаған күләмдә тормошҡа ашырыла. 

Үҙидаралыҡтар бурыстарына шулай уҡ уларҙың милкендәге мәктәпкәсә балалар учреждениеларын, мәктәптәрҙе, гимназияларҙы, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәрҙе, китапханаларҙы, музейҙарҙы, спорт базаларын, хәйриәлек йорттарын һәм  һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын аҫрау, йорт бесәйҙәрен һәм эттәрен тотоу ҡағиҙәләрен булдырыу, йәмәғәт урындарында тәртип ҡағиҙәләрен булдырыу инә. 

Урындағы үҙидаралыҡтар йәмәғәт тәртибен һәм урындағы үҙидаралыҡтың норматив акттары үтәлешенә контролде тормошҡа ашыра торған структураларҙы төҙөй ала. 

Эстониялағы муниципалитеттар үҙ бюджетына эйә һәм ҡайһы бер урындағы һалымдар һәм йыйымдарҙы тәғәйенләргә хоҡуҡлы (мәҫәлән, рекламаға, урамдарҙы һәм юлдарҙы ябыуға, йорт хайуандарына, күңел асыу ойошмаларына һалым, парковка өсөн түләү һ. б.).

Урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре шулай уҡ Республика  Президентын һайлауҙа һайлаусылар коллегияһы ағзаһы сифатында ҡатнаша ала.

Урындағы үҙидаралыҡтарҙың автономияһы

үҙгәртергә

Дәүләт судының суд ғәмәлиәтенә ярашлы[2], муниципалитеттарҙың дәүләт власына ҡарата автономлылығы бөтәһенән элек урындағы барлыҡ мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү хоҡуғын аңлата (йәғни «урындағы үҙидаралыҡтарҙың үҙойошоу хоҡуғы»). Был, атап әйткәндә, урындағы үҙидаралыҡтарҙың  үҙ  функцияларын башҡара алырлыҡ кимәлдә аҡса менән тәьмин ителергә тейешлеген һәм урындағы йыйылыштар ағзаларының, иң элек урындағы община мәнфәғәттәрен алға ҡуйып (кәрәк булғанда хатта дәүләт власы органдарына ҡаршы барып),   үҙәк дәүләт власынан бойондороҡһоҙ рәүештә үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге булырға тейешлеген аңлата. Урындағы автономия принцибынан сығып, суд 2005 йылда урындағы һайлау берләшмәләрен ойоштороуға дәүләт индергән  тыйыуҙы юҡҡа сығарҙы[3].

Эстонияның ҡануниәте шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡтарҙың автономияһын яҡлау механизмын да эшләгән  — әгәр, муниципалитет фекере буйынса, берәй закон йәки  министрҙың йә хөкүмәттең ҡарары урындағы үҙидараның конституция биргән гарантияларын боҙһа, был  муниципалитет, ошо акттың конституцияға ярашлы булмауын таныуҙы юллап, туранан-тура Дәүләт судына  мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.[4].  Конституция шулай уҡ, муниципалитеттың фекерен тыңламай тороп, уның сиктәрен үҙгәртеүҙе лә тыя[5].

Муниципалитеттар исемлеге

үҙгәртергә

2013 йылдың октябренән Эстонияла  215 үҙидаралыҡ эшләй, уларҙың 30-ы — ҡалаларҙа һәм 185-е — ауылдарҙа. Өйәҙҙәр буйынса муниципалитеттарҙың исемлеге түбәндә бирелә:

Валгаама

үҙгәртергә
 
Валгаама өйәҙенең муниципалитеттары

Ҡалалары:

  Валга (эст. Valga)
  Тырва (эст. Tõrva)

Улустары:

  Карула (эст. Karula vald)
  Отепя (эст. Otepää vald); Отепя   (эст. Otepää) ҡалаһын да индереп
  Палупера (эст. Palupera vald)
  Пука (эст. Puka vald)
  Пыдрала (эст. Põdrala vald)
  Сангасте (эст. Sangaste vald)
 Тахева (эст. Taheva vald)
  Тыллисте (эст. Tõlliste vald)
  Хельме (эст. Helme vald)
  Хуммули (эст. Hummuli vald)
  Ыру (эст. Õru vald)

Вильяндимаа

үҙгәртергә
 
Вильяндимаа өйәҙенең муниципалитеттары

Ҡалалары:

  Вильянди (эст. Viljandi)
  Выхма (эст. Võhma)
  Мыйзакюла (эст. Mõisaküla)

Улустары:

  Абья (эст. Abja vald); Абья-Палуоя  (эст. Abja-Paluojaҡалаһын да индереп
  Вильянди (эст.)баш.Ҡалып:Ref-etбаш. (эст. Viljandi vald)
  Каркси (эст. Karksi vald); Каркси-Нуйа  (эст. Karksi-Nuiaҡалаһын да индереп
  Колга-Яани (эст. Kolga-Jaani vald)
  Кыо (эст. Kõo vald)
  Кыпу (эст. Kõpu vald)
  Сууре-Яани (эст. Suure-Jaani vald); Сууре-Яани (эст. Suure-Jaaniҡалаһын да индереп
  Тарвасту (эст. Tarvastu vald)
  Халлисте (эст. Halliste vald)
 
Вырумаа өйәҙе муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Выру (эст. Võru)

Улустары:

  Антсла (эст. Antsla vald); Антсла  (эст. Antslaҡалаһын да индереп
  Варсту (эст. Varstu vald)
  Вастселийна (эст. Vastseliina vald)
  Выру (эст. Võru vald)
  Ласва (эст. Lasva vald)
  Меремяэ (эст. Meremäe vald)
  Миссо (эст. Misso vald)
  Мынисте (эст. Mõniste vald)
  Рыуге (эст. Rõuge vald)
  Сымерпалу (эст. Sõmerpalu vald)
  Урвасте (эст. Urvaste vald)
  Хаанья (эст. Haanja vald)

Ида-Вирумаа

үҙгәртергә
 
Ида-Вирумаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Кивиыли (эст. Kiviõli)
  Кохтла-Ярве (эст. Kohtla-Järve)
  Нарва (эст. Narva)
  Нарва-Йыэсуу (эст. Narva-Jõesuu)
  Силламяэ (эст. Sillamäe)

Улустары:

  Авинурме (эст. Avinurme vald)
  Азери (эст. Aseri vald)
  Алайыэ (эст. Alajõe vald)
  Вайвара (эст. Vaivara vald)
  Ийзаку (эст. Iisaku vald)
  Иллука (эст. Illuka vald)
  Йыхви (эст. Jõhvi vald); Йыхви (эст. Jõhviҡалаһын да индереп
  Кохтла (эст. Kohtla vald)
  Кохтла-Нымме (эст. Kohtla-Nõmme)
  Лохусуу (эст. Lohusuu vald)
  Люганузе (эст. Lüganuse vald);   Пюсси (эст. Püssiҡалаһын да индереп
  Мяэтагузе (эст. Mäetaguse vald)
  Сонда (эст. Sonda vald)
  Тойла (эст. Toila vald)
  Тудулинна (эст. Tudulinna vald)

Йыгевамаа

үҙгәртергә
 
Йыгевамаа өйәҙенең муниципалитеттары

Ҡалалары:

  Йыгева (эст. Jõgeva)
  Муствеэ (эст. Mustvee)
  Пылтсамаа (эст. Põltsamaa)

Улустары:

  Йыгева (эст. Jõgeva vald)
  Касепяя (эст. Kasepää vald)
  Пала (эст. Pala vald)
  Паламусе (эст. Palamuse vald)
  Паюси (эст. Pajusi vald)
  Пуурмани (эст. Puurmani vald)
  Пыльтсамаа (эст. Põltsamaa vald)
  Сааре (эст. Saare vald)
  Табивере (эст. Tabivere vald)
  Торма (эст. Torma vald)

Ляэне-Вирумаа

үҙгәртергә
 
Ляэне-Вирумаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Кунда (эст. Kunda)
 Раквере (эст. Rakvere)

Улустары:

  Винни (эст. Vinni vald)
  Виру-Нигула (эст. Viru-Nigula vald)
  Вихула (эст. Vihula vald)
  Вяйке-Маарья (эст. Väike-Maarja vald)
  Кадрина (эст. Kadrina vald)
  Лаеквере (эст. Laekvere vald)
  Раквере (эст. Rakvere vald)
  Ракке (эст. Rakke vald)
  Рягавере (эст. Rägavere vald)
  Сымеру (эст. Sõmeru vald)
  Тамсалу (эст. Tamsalu vald); Тамсалу  (эст. Tamsaluҡалаһын да индереп
  Тапа (эст. Tapa vald);    Тапа (эст. Tapa)  ҡалаһын да индереп
  Хальяла (эст. Haljala vald)

Ляэнемаа

үҙгәртергә
 
Ляэнемаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Хаапсалу (эст. Haapsalu)

Улустары:

  Вормси (эст. Vormsi vald)
  Кулламаа (эст. Kullamaa vald)
  Лихула (эст. Lihula vald); Лихула (эст. Lihula) ҡалаһын да индереп
  Ляэне-Нигула (эст.)баш.Ҡалып:Ref-etбаш. (эст. Lääne-Nigula vald)
 (эст. Martna vald)
  Ноароотси (эст. Noarootsi vald)
  Ныва (эст. Nõva vald)
  Ридала (эст. Ridala vald)
  Ханила (эст. Hanila vald)

Пылвамаа

үҙгәртергә
 
Пылвамаа өйәҙе муниципалитеттары 

Улустары:

  Ахья (эст. Ahja vald)
  Валгъярве (эст. Valgjärve vald)
  Вастсе-Куусте (эст. Vastse-Kuuste vald)
  Вериора (эст. Veriora vald)
  Вярска (эст. Värska vald)
  Канепи (эст. Kanepi vald)
  Кыллесте (эст. Kõlleste vald)
  Лахеда (эст. Laheda vald)
  Микитамяэ (эст. Mikitamäe vald)
  Моосте (эст. Mooste vald)
  Орава (эст. Orava vald)
  Пылва (эст. Põlva vald);   Пылва (эст. Põlva) ҡалаһын да индереп
  Ряпина (эст. Räpina vald); Ряпина (эст. Räpina) ҡалаһын да индереп

Пярнумаа

үҙгәртергә
 
Пярнумаа өйәҙе муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Пярну (эст. Pärnu)
  Синди (эст. Sindi)

Улустары:

  Аре (эст. Are vald)
  Аудру (эст. Audru vald)
  Варбла (эст. Varbla vald)
  Вяндра (эст. Vändra alev)
  Вяндра (улус) (эст. Vändra vald)
  Кихну (эст. Kihnu vald)
  Коонга (эст. Koonga vald)
  Пайкузе (эст. Paikuse vald)
  Саарде (эст. Saarde vald);    Килинги-Нымме (эст. Kilingi-Nõmme) ҡалаһын да индереп
  Сауга (эст. Sauga vald)
  Сурью (эст. Surju vald)
  Тахкуранна (эст. Tahkuranna vald)
  Тоотси (эст. Tootsi)
  Тори (эст. Tori vald)
  Тыстамаа (эст. Tõstamaa vald)
  Халинга (эст. Halinga vald)
  Хяядемеесте (эст. Häädemeeste vald)

Рапламаа

үҙгәртергә
 
Рапламаа өйәҙе муниципалитеттары  

Улустары:

  Вигала (эст. Vigala vald)
  Кайу (эст. Kaiu vald)
  Кехтна (эст. Kehtna vald)
 Кохила (эст. Kohila vald)
  Кяру (эст. Käru vald)
 Мярьямаа (эст. Märjamaa vald)
  Райккюла (эст. Raikküla vald)
  Рапла (эст. Rapla vald); Рапла(эст. Rapla) ҡалаһын да индереп
  Юууру (эст. Juuru vald)
  Ярваканди (эст. Järvakandi)

Сааремаа

үҙгәртергә
 
Сааремаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Курессааре (эст. Kuressaare)

Улустары:

   Вальяла (эст. Valjala vald)
  Каарма (эст. Kaarma vald)
  Кихельконна (эст. Kihelkonna vald)
  Кярла (эст. Kärla vald)
  Лаймяла (эст. Laimjala vald)
  Лейси (эст. Leisi vald)
  Люманда (эст. Lümanda vald)
  Мустьяла (эст. Mustjala vald)
 Муху (эст. Muhu vald)
  Ориссааре (эст. Orissaare vald)
  Пёйде (эст. Pöide vald)
  Пихтла (эст. Pihtla vald)
  Рухну (эст. Ruhnu)
  Сальме (эст. Salme vald)
  Торгу (эст. Torgu vald)

Тартумаа

үҙгәртергә
 
Тартумаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары:

  Калласте (эст. Kallaste)
  Тарту (эст. Tartu)
  Элва (эст. Elva)

Улустары:

  Алатскиви (эст. Alatskivi vald)
  Вара (эст. Vara vald)
  Вынну (эст. Võnnu vald)
  Камбья (эст. Kambja vald)
  Конгута (эст. Konguta vald)
  Лаева (эст. Laeva vald)
  Луунья (эст. Luunja vald)
  Меекси (эст. Meeksi vald)
  Мякса (эст. Mäksa vald)
  Ныо (эст. Nõo vald)
  Пейпсияяре (эст. Peipsiääre vald)
  Пийриссааре (эст. Piirissaare vald)
  Пухья (эст. Puhja vald)
  Ранну (эст. Rannu vald)
 Рынгу (эст. Rõngu vald)
  Тарту (эст. Tartu vald)
  Тяхтвере (эст. Tähtvere vald)
  Хааслава (эст. Haaslava vald)
  Юленурме (эст. Ülenurme vald)

Харьюмаа

үҙгәртергә
 
Харьюмаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Ҡалалары

  Кейла (эст. Keila)
  Локса (эст. Loksa)
  Маарду (эст. Maardu)
  Палдиски (эст. Paldiski)
  Сауэ (эст. Saue)
  Таллин (эст. Tallinn)

Улустары:

  Аэгвийду (эст. Aegviidu vald)
  Ания (эст. Anija vald);    Кехра (эст. Kehra) ҡалаһын да индереп
  Вазалемма (эст. Vasalemma vald)
  Виймси (эст. Viimsi vald)
  Йыэляхтме (эст. Jõelähtme vald)
  Кейла (эст. Keila vald)
  Керну (эст. Kernu vald)
  Кийли (эст. Kiili vald)
  Козе (эст. Kose vald)
  Куусалу (эст. Kuusalu vald)
  Нисси (эст. Nissi vald)
  Падизе (эст. Padise vald)
  Раазику (эст. Raasiku vald)
  Раэ (эст. Rae vald)
  Саку (эст. Saku vald)
  Сауэ (эст. Saue vald)
   Харку(эст. Harku vald)
 
Хийумаа өйәҙенең муниципалитеттары 

Улустары:

  Кяйна (эст. Käina vald)
  Пюхалепа (эст. Pühalepa vald)
  Эммасте (эст. Emmaste vald)
  Хийу (эст. Hiiu vald);    Кярдла (эст. Kärdla) ҡалаһын да индереп
 
Ярвамаа өйәҙенең муниципалитеттары

Ҡалалары:

   Пайде (эст. Paide)

Улустары:

  Албу (эст. Albu vald)
  Амбла (эст. Ambla vald)
  Вяятса (эст. Väätsa vald)
  Имавере (эст. Imavere vald)
  Кареда (эст. Kareda vald)
  Койги (эст. Koigi vald)
  Коэру (эст. Koeru vald)
  Пайде (эст. Paide vald)
  Роосна-Аллику (эст. Roosna-Alliku vald)
  Тюри (эст. Türi vald);    Тюри (эст. Türi) ҡалаһын да индереп
  Ярва-Яаани (эст. Järva-Jaani vald)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә