Эстонияның тимер юл транспорты
Эстонияның тимер юл транспорты — Эстонияның тимер юлдары селтәре. Тимер юлдарының дөйөм оҙонлоғо 1320 км (2005 йылға ҡарата), шул иҫәптән 132 км электрификацияланған[1]. Колеяның киңлеге барлыҡ селтәр буйлап 1524 мм тәшкил итә. Төп тимер юл төйөнө Таллинда урынлашҡан. Төп тимер юл операторҙары — «Eesti Raudtee» һәм «Elron» милли компаниялары.
Тарихы
үҙгәртергә1870 йылдың 24 октябрендә Палдиски—Ревель—Нарва—Гатчина линияһында Эстонияла тәүге тимер юлы асыла. Шул уҡ йылда был линия Санкт-Петербург—Варшава тимер юлы менән тоташтырылған. Балтик тимер юл йәмғиәте 1870 йылда линияны Гатчинан Тосноға ҡәҙәр оҙонайта, һөҙөмтәлә Николаев тимер юлы менән бәйләнеш булдырыла.
1877 йылда Тапа—Дерпт тимер юл линияһы асыла, ул 1897 йылда Валгаға тиклем оҙонайтыла һәм бында төҙөлә барған Псков—Рига тимер юлы менән ҡушылған, уның буйлап тәүге поездар 1899 йылда үткән.
1896 йылда тәүге тар колеялы (750 мм) Валга—Пярну тимер юлының төҙөлөшө тамамлана, ә 1897 йылда Мыйзакюланан Вильяндиға тиклем тимер юл тармағы асыла, һәм унан — Пайдеға һәм Ревелдәге портҡа тимер юлы һалына. Был ҡалалар араһында поездар даими рәүештә 1901 йылда йөрөй башлай.
Үҙаллы Эстония тимер юлдары 1918 йылдың 15 ноябрендә Төньяҡ-Көнбайыш тимер юлдары, Тәүге подвозка линиялары йәмғиәте һәм хәрби-диңгеҙ һәм хәрби-ялан тимер юлдары нигеҙендә ойошторола.
1931 йылда киң колеялы Тарту — Печоры тимер юлы төҙөлөшө тамамлана, һәм Эстония Рәсәйҙең үҙәк төбәктәре һәм Украина менән тура бәйләнеш булдыра.
1940 йылда Эстония тимер юлдары СССР-ҙың тимер юлдары селтәренә индерелә, Эстонияның асыҡ тимер юлдарының оҙонлоғо 1447 км тәшкил итә, шуларҙың 772 км — киң колеялы һәм 675 км — тар колеялы юлдар.
Паровоздарҙан тепловоздарға күсеү 1959 йылда тамамлана. 1963 йылда Эстонияның тимер юлдары Латвия һәм Литваның тимер юлдары менән Балтик буйы тимер юлдарына берләшә[2].
1991 йылда Эстония Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ алғас, элек хәрбиләштерелгән ойошма транзит каналы иҡтисади функцияһына эйә була. 1992 йылдың 1 ғинуарында «Эстония тимер юлдары» дәүләт предприятиеһы булдырыла. Шул уҡ йылда «Эстония тимер юлдары» Халыҡ-ара тимер юлдары союзы һәм Тимер юлдары хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ағзаһы булып китә.
1997 йылда предприятие «Eesti Raudtee» акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
2009 йылда коммерция регистрында «Eesti Raudtee» акционерҙар йәмғиәтенең бүленеүе теркәлгән, уның барышында ике филиал предприятие төҙөлә: AS EVR Infra — инфраструктура менән идара итеү һәм хеҙмәтләндереү буйынса предприятие һәм AS EVR Cargo — йөк ташыу өлкәһендәге предприятие.
Транзит
үҙгәртергәТранзит йөктәрен ташыу динамикаһы артабанғыса күренә[1]:
Йыл | 1995 | 1996 | 1997 | 1998 | 1999 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Транзит йөктәрҙең иҫәбе (млн тонна) | 23,7 | 24,8 | 28,9 | 31,6 | 37,1 | 39,4 | 38,5 | 42,1 | 42,1 | 42,8 | 44,3 |
Рәсәй транзиты
үҙгәртергә2005 йылда транзит йөктәрҙең 87 % Рәсәй Федерацияһына тура килгән.[1] 2007 йылда «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Эстонияға нефть ташыуҙы туҡтатыу тураһында иғлан итә. Эстония тимер юлында ташыуҙар 40 %-ҡа кәмей, ә Таллин портында йөк ташыу 25 %-ҡа әҙәйә.[3] Бының арҡаһында тимер юл хеҙмәткәрҙәрен эшенән сығарыуҙар була.[4] Дмитрий Медведевтың сәйәсәте транзитҡа ыңғай йоғонто яһай. Эстония аша үткән барлыҡ Рәсәй транзит йөктәренең күләме 2010 йылда арта һәм 20,1 млн тонна булып китә (2009 йылда — 18,3 млн тонна).[3]
Тимер юлдары
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Эстонияла 8 тимер юлы эшләй.
Тимкр юл | Асыу йылы | Оҙонлоғо (км) |
---|---|---|
Валга — Печоры | 1889 | 96,5 |
Кейла — Палдиски | 1870 | 20,8 |
Кейла — Рийзипере | 1905 | 24,6 |
Клоога — Клоогаранна | 1960 | 3,4 |
Лелле — Пярну | 1928/1973 — 2018[5] | 69,5 |
Таллин — Вильянди | 1901/1971 | 153,6 |
Таллин — Кейла | 1870 | 26,8 |
Таллин — Нарва | 1870 | 211 |
Тапа — Тарту | 1876 | 112,5 |
Тарту — Валга | 1887 | 82,5 |
Тарту — Печоры | 1931 | 87,3 |
Орава — Койдула[6] | 2011 | ? |
Электрификацияланған линиялар
үҙгәртергәЭстония тимер юлдары даими ток (3 кВ) менән 132,2 км дауамында ҡала яны йүнәлешендә электрификацияланған.
- Таллинн — Аэгвийду — оҙонлоғо 56,7 км.
- Станциялары һәм туҡталыш пункттары (14): Таллинн-Балти, Китсекюла, т.п. Юлемисте, ст. Юлемисте, Вессе, Лагеди, Кулли, Арукюла, Раазику, Парила, Кехра, Лахингувялья, Мустйыэ, Аэгвийду.
- Таллинн — Кейла — Рийзипере — оҙонлоғо 51,3 км.
- Станциялары һәм туҡталыш пункттары (22): Таллинн-Балти, Таллинн-Копли, Лиллекюла, Тонди, Ярве, Рахумяэ, Нымме, Хийу, Кивимяэ, Пяэскюла, Лаагри, Урда, Падула, Сауэ, Валингу, Кейла, Кулна, Вазалемма, Кибуна, Лайтсе, Яаника, Рийзипере.
- Кейла — Палдиски — оҙонлоғо 20,8 км.
- Станциялары һәм туҡталыш пункттары (7): Кейла, Нийтвялья, Клоога, Клоога-Аэдлинн, Пыллкюла, Лаокюла, Палдиски.
Шулай уҡ бәләкәй генә тармаҡ Клоога — Клоогаранна, уның оҙонлоғо 3,4 км тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Структурные реформы на АО «Эстонская железная дорога» 2014 йыл 1 февраль архивланған. // Транспорт Российской Федерации № 5 2006 г.
- ↑ Прибалтийская железная дорога // Большая Советская Энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 Эстония: С Россией дела не иметь! 09.06.2011 // Свободная пресса.
- ↑ В Эстонии увольняют сотрудников железной дороги из-за сокращения российского транзита. 20.09.2007 — Фонтанка.ру
- ↑ С 9 декабря на участке Лелле-Пярну поезда будут заменены на автобусы | Экономика | ERR
- ↑ Замена перегона Орава — Печоры-Псковские в связи с изменением порядка таможенного контроля грузовых поездов
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Эстонский музей железной дороги в Хаапсалу (инг.) (эст.) (рус.)
- Сайт Эстонской железной дороги 2018 йыл 28 август архивланған. (инг.) (эст.) (рус.)