Эстонияның административ бүленеше
Хәҙерге ваҡытта Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән; эст. maakond) тора, өйәҙ башы старейшина (аҡһаҡал); эст. maavanem тип атала. Өйәҙҙәр ике төрлө муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар (linn) һәм ҡасабалар (vald).
Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы (alevvald) — 2017 йылғы реформа һөҙөмтәһендә ғәмәлдән сығарылды. Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба инә. Реформа үткәрелгәнгәсә, Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар ине: Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси һәм Вяндра.
Әлеге ваҡытта Эстония 213 муниципалитеттан ғибәрәт.
Административ берәмек исемдәре хаҡында мәғлүмәт
үҙгәртергәМаакондтарҙың ҡыҫҡа исемдәре административ үҙәк йәки тарихи өлкәнең исеменә maa (башҡ. ер, ил) һүҙен ҡушыуҙан барлыҡҡа килә. Шул уҡ өйәҙҙең "оҙон" (тулы) исемен яһар өсөн, был тамырҙы алып ташлап, янында maakond (башҡ. өйәҙ) һүҙен өҫтәргә кәрәк.
Башҡортса исеме | Эстонса тулы исеме | Халыҡ һаны (2006), мең кеше |
Территория, мең км² |
Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² |
Үҙәге |
---|---|---|---|---|---|
Валгамаа | Valga maakond | 34,7 | 2,044 | 17,0 | Валга |
Вильяндимаа | Viljandi maakond | 56,4 | 3,422 | 16,5 | Вильянди |
Вырумаа | Võru maakond | 38,5 | 2,305 | 16,7 | Выру |
Ида-Вирумаа | Ida-Viru maakond | 172,8 | 3,364 | 51,4 | Йыхви |
Йыгевамаа | Jõgeva maakond | 37,3 | 2,604 | 14,3 | Йыгева |
Ляэне-Вирумаа | Lääne-Viru maakond | 66,2 | 3,465 | 19,1 | Раквере |
Ляэнемаа | Lääne maakond | 27,9 | 2,383 | 11,7 | Хаапсалу |
Пылвамаа | Põlva maakond | 31,5 | 2,165 | 14,5 | Пылва |
Пярнумаа | Pärnu maakond | 89,0 | 4,807 | 18,5 | Пярну |
Рапламаа | Rapla maakond | 36,9 | 2,980 | 12,4 | Рапла |
Сааремаа | Saare maakond | 35,1 | 2,922 | 12,0 | Курессааре |
Тартумаа | Tartu maakond | 149,0 | 2,993 | 49,8 | Тарту |
Харьюмаа | Harju maakond | 521,3 | 4,333 | 120,3 | Таллин |
Хийумаа | Hiiu maakond | 10,2 | 1,023 | 10,0 | Кярдла |
Ярвамаа | Järva maakond | 38,0 | 2,623 | 14,5 | Пайде |
Урындағы власть органдары
үҙгәртергәУрындағы вәкәләт органдары — волость һәм ҡала йыйылыштары (эст. vallavolikogu, linnavolikogu), башҡарма власть органдары иһә волость һәм ҡала идаралары (эст. vallavalitsus, linnavalitsus) була.