Эсперанто энциклопедияһы

Эспера́нто энциклопедияһы — эсперанто һәм эсперанто хәрәкәте хаҡындағы энциклопедия, 1934 йылда Будапешт ҡалаһындағы «Әҙәби донъя» («Literatura Mondo», «Литературный мир») нәшриәте тарафынан баҫылған. Артабанғы бер нисә тиҫтә йылда был китап Ер шарында киң таралған яһалма тел — эсперантоның тарихына һәм уны ҡулланыуға күҙәтеү яһаған берҙән-бер иң тулы баҫма булып ҡала. Унда шулай уҡ төрлө илдәрҙең байтаҡ ҡына эсперантистарының (был яһалма телдә һөйләшеүселәрҙең йә уны ниндәйҙер кимәлдә ҡулланыусыларҙың) биографиялары бирелгән. Эсперанто тарихы буйынса мәғлүмәт сығанағы булараҡ, был энциклопедия бөгөн дә үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған.

Эсперанто энциклопедияһы
эспер. Enciklopedio de Esperanto

Дөйөм алғанда «Эсперанто энциклопедияһы» исеменә тағы бер нисә баҫма дәғәүә итһә лә был атама нәҡ Будапешта донъя күргәне белешмәгә нығынып ҡалған.

Алдағы энциклопедиялар

үҙгәртергә

1913 йылғы энциклопедия

үҙгәртергә

1913 йылда Рәсәй эсперантисы Пётр Стоян Бөтә донъя Карточка Энциклопедияһы (рус. Всемирная Карточная Энциклопедия; эспер. Universala Slipa Enciklopedio, USE) булдырырға тәҡдим итә. Уның фекеренсә, бындай энциклопедияны һәр тема өсөн айырым карточкалар итеп эшләргә, ә һуңынан уларҙан тупланма (шәлкем) төҙөргә була. Тәҡдим, дөйөм алғанда, ҡыҙыҡлы ғына булһа ла, бары тик тәүге биш карточка ғына нәшер ителә.

1917 йылғы энциклопедия

үҙгәртергә

1917 йылда икенсе урыҫ эсперантисы Владимир Шмурло Петроградта үҙенең «Всемирная алфавитная адресная книга „Нить Ариадны“» исемле хеҙмәтен нәшер итә һәм уның тураһында был эсперантизм энциклопедияһы төҙөүҙең тәүге аҙымы тип яҙа («первая попытка [создания] энциклопедии эсперантизма»; её исходная версия, однако, состояла из одних лишь ссылок)[1]. Баҫманың тәүге 88 бите Ригала донъя күрә, артабанғы биттәрҙе сығарыуға илдәге граждандар һуғышы ҡамасаулай. Был хеҙмәт ниндәйҙер оло әһәмиәткә эйә булмай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1.  (эсп.) Энциклопедия Эсперанто, буква «Е» / статья «Enciklopedio de Esperanto» (һылтанма 2011 йылдың 18 ғинуарында тикшерелгән)

Һылтанмалар

үҙгәртергә