Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш

(Эрсен-Раш Маргарет Ингеборг битенән йүнәлтелде)

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш (нем. Margarete Ingeborg Ersen-Rasch; 1941 йылдың 16 декабре — 2017 йылдың 25 июлендә) — төркиәтсе, башҡорт теле белгесе.

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш
Margarete Ingeborg Ersen-Rasch
Тыуған көнө

16 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Германия, Саксония, Лейпциг

Вафат көнө

25 июль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Германия, Берлин

Ғилми даирәһе

лингвистика, төркиәт

Эшләгән урыны

Берлин ирекле университеты

Альма-матер

И. В. Гёте исемендәге Франкфурт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Маргарет Ингеборг Эрсен-Раш 1941 йылдың 16 декабрендә Германияның Лейпциг ҡалаһында тыуған.

И. В. Гёте исемендәге Франкфурт университетын тамамлай.

1964 йылдан Майндағы Франкфурт ҡалаһында Юғары халыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1977—2006 йылдарҙа Майнц һәм Франкфурт университеттарында, Берлин ирекле университетында эшләй. 1990-сы йылдарҙан был университеттарҙа башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштора, тәржемә итеү менән шөғөлләнә[1].

1992 йылдың сентябрь — октябрендә Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында төрөк телен уҡытыуҙың интенсив курсын ойоштора.

1995 йылда 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша.

2017 йылдың 25 июлендә вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт, төрөк, татар һәм башҡа төрки телдәрен өйрәнеүгә арналған.

«Учим башкирский язык» (1997) һәм «Башкирский язык! Пожалуйста!» (2000) китаптарының авторҙашы, немец студенттары өсөн башҡорт теле буйынса әсбаптың авторы булып тора. Маргарет Эрсен-Раш етәкселегендә башҡорт теле, этнография буйынса тикшереү эштәре башҡарыла[1].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Учим башкирский язык. Уфа, 1997. (авторҙаштары З. Ғ. Ураҡсин, Ф. Ғ. Хисамитдинова)
  • Башкирский язык? Пожалуйста! Учебное пособие. Уфа: Китап, 2000. 248 с. (авторҙаштары З. Ғ. Ураҡсин, Ф. Ғ. Хисамитдинова)
  • Margarete I. Ersen-Rasch: Türkische Grammatik. Ismaning, 2001, ISBN 3-19-005185-2.
  • Margarete Ersen-Rasch: Türkisch Lehrbuch für Anfänger und Fortgeschrittene. Harrassowitz, Wiesbaden 2007, ISBN 978-3-447-05507-9.
  • Margarete I. Ersen-Rasch: Baschkirisch. Lehrbuch für Anfänger und Fortgeschrittene, Otto Harrassowitz GmbH & Co. KG Wiesbaden, 2009, ISBN 978-3-447-05730-1.
  • Margarete I. Ersen-Rasch: Tatarisch. Lehrbuch für Anfänger und Fortgeschrittene. Harrassowitz, Wiesbaden 2009, ISBN 978-3-447-06110-0.
  • Türkisch. Übungsgrammatik A1–C1, Wiesbaden 2010.
  • Türkisch für Fortgeschrittene. Grammatik – Texte – Übungen B1–C1/C2. Wiesbaden 2011.
  • Wie heißt eigentlich „eigentlich“ auf Türkisch? Partikeln und Modalwörter. Wiesbaden 2011 (gemeinsam mit Erdoğan Onası).
  • Türkische Grammatik ausführlich und verständlich. Lernstufen A1 bis C2, Wiesbaden 2012.
  • Yabancı dil olarak Türkçe dilbilgisi. Istanbul 2015 (gemeinsam mit Erdoğan Onası).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә