«Эрзянь правда» (эрз. Ҡалып:Tr-myv) — Мордовияла эрзән телендә нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — Мордовияның Дәүләт Йыйылышы.

Эрзянь правда
Нигеҙләү датаһы 1921
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Саранск, Рәсәй
Әҫәрҙең теле Эрзя теле
Рәсми сайт erziapr.ru

Гәзит 1921 йылдан башлап нәшер ителә. Ваҡытлы баҫма иң тәүҙә «Якстере теште» («Ҡыҙыл Йондоҙ») исеме менән эрзән һәм моҡша телдәрендә сыҡҡан. 1924 йылдан тик эрзән телендә генә Мәскәүҙә нәшер ителә. 1930 йылда редакция Саранскиға күсерелә. 1931 йылда гәзиттең исеме «Эрзянь коммуна» («Эрзән коммунаһы») тип үҙгәртелә. Хәҙерге атамаһы менән 1957 йылдан сыға башлай. Гәзит 1971 йылда «Почёт билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Гәзиттә республиканың социаль, сәйәси һәм иҡтисади тормошо һәм эрзән халҡының тел мәсьәләләре һәм миҙәни тормошо тураһында мәҡәләләр баҫыла.

Гәзит аҙнаһына бер тапҡыр А3 форматында 16 табаҡ биттә сыға. Тиражы 3250 дана[1]. 1970 йылдарҙы гәзиттең тиражы 7 мең булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә