Эрвел Марий
Эрвел Марий — Башҡортостан Республикаһының мари милли төбәк-мәҙәни автономияһы йәмәғәт ойошмаһы.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1989 йылда Өфө ҡалаһында ойошторолған[1].
Мари мәҙәниәтен, телен, традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, граждандарҙың мари халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм ҡаҙаныштарына ылыҡтырыуға хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, халыҡ кәсептәрен үҫтереү эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора[2].
Автономия Башҡортостан Республикаһы Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһын, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһын ойоштороусы һәм уның ағзаһы булып тора, «Мер Канаш» Бөтә мари Советы составына инә, ойошма етәксеһе Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт кәңәшмәһе составына инә[2].
Ойошма шулай уҡ Башҡортостан Республикаһындағы мари халҡының үҙидара органы булып тора һәм дәүләт власы органдарына мәҙәниәт, мәғариф, социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итә, төрлө этник берлек граждандарының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеү, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы, ышанысты һәм дуҫлыҡты нығытыу принциптарына таянып эш итә[2].
Башҡортостанда мари халҡы тығыҙ ултырған райондарҙа филиалдары һәм бүлексәләре бар. Йыл һайын «Көмөш бау» төбәк-ара көнсығыш мариҙары халыҡ бейеүҙәре балалар фестиваль-конкурсы, «Йырҙарҙан гөлләмә» фольклор байрамы, «Кама тауышы» мари эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарыла.
Мари мәҙәниәте көндәре үтә. Мишкә районында «Аҡбулат мариҙары», «Ысын мариҙар», «Көмөш шишмә», Ҡалтасы районында «Эрвий» мари фольклор һәм бейеү коллективтары эшләй. Фольклор коллективтары төрлө байрамдарҙа, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә, шул иҫәптән «Евразия йөрәге» фестивалендә, ҡатнашалар.
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогик кадрҙар әҙерләнә; мари мәҙәниәте классиктары ижадына арналған музейҙар эшләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ЭРВЕЛ МАРИЙ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
- ↑ 2,0 2,1 2,2 РЕГИОНАЛЬНАЯ МАРИЙСКАЯ НАЦИОНАЛЬНО-КУЛЬТУРНАЯ АВТОНОМИЯ «ЭРВЕЛ МАРИЙ» РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Ассамблея народов РБ