Мари тарихи-мәҙәни үҙәге

Мари тарихи-мәҙәни үҙәгеБашҡортостан Республикаһының мари халҡы күпләп йәшәгән Мишкә районында урынлашҡан тарихи-мәҙәни үҙәк. Төбәктә мариҙар район халҡының 71% тәшкил итә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә бирелә йәшәүселәр өсөн заманса йыһазландырылған, бар талаптарға яуап биргән күп функциялы зал, интерактив музей, марий халҡы тарихын сағылдырған бүлмә, сувенир һәм милли музыка ҡоралдары эшләү буйынса оҫтахана булдырылған. Үҙәктә райондың ижади коллективтарына шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырылған. Конференц-зал 200 урынға иҫәпләнгән.[1]

 
Марийский ИКЦ
 
Марийский историко-культурный центр

Үҙәк 2004 йылда асыла. Уның беренсе етәксеһе Валерий Байбулатов. 2016 йылдан алып Мари тарихи-мәҙәни үҙәген Алексей Ибулаев етәкләй.[2]
2019-2020 йылдарҙа бинаны “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” проекты буйынса реконструкциялау эше башҡарылды. Хәҙерге Мари тарихи-мәҙәни үҙәк бинаһы 1987 йылда төҙөлгән кинотеатр зданиеһы.[3] 2021 йылдың 19 февралендә Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы Йорто филиалы Мари тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтте.[4]

Интерактив музей

үҙгәртергә

Республикала беренсе мари мәҙәниәтенә арналған интерактив музей “Медиа РБ Инжиниринг” компанияһы төҙөгән һигеҙ инсталляциянан тора.
Беренсе инсталляция – “Ваҡыт таҫмаһы”. Бында мари халҡының тарихы, төп даталар, мари халҡының бөгөнгөһө менән танышырға мөмкин.
Киләһе инсталляция – импровизацияланған “Мари йорто тәҙрәһе” тип атала. Интерактив тәҙрәне асҡан һайын Мишкә мариҙарының төрлө милли байрамдарынан күренеш күрергә мөмкин.
Артабан “Мари аллалары Пантеоны” бүлеге. Мари халҡы донъяны барлыҡҡа килтергән Юмо аллаһына табына (Ҙур Аҡ Алла), икенсе аллаларға ла инана, тәбиғәт эйәһенә баш эйә, ағастарҙың илаһи көсөнә ышана. Бында улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт табырға мөмкин.
“Мари теле” инсталляцияһы мари теленең яңғырашы менән таныштыра. Бында мари халҡының милли йырҙары, мәҡәлдәре яңғырай.
Киләһе бүлек “Интерактив календарь” тип атала. Мари халҡының тормош-көнкүреше тулыһынса тәбиғәт менән бәйләнгән. Бында Һабантуй, Ҡорбан, Семик, Раштыуа, Масленица һ.б. байрамдар менән танышырға мөмкин.
Алтынсы инсталляция – “Этнография”. Бында 16-19 быуаттарҙағы мари халҡының көнкүреш әйберҙәрен, тормоштарынан күренеште 3D форматы аша күрергә мөмкин.
Артабан - “Мишкә районы шәхестәре” бүлеге. Бында райондан сыҡҡан күренекле шәхестәр, уларҙың ижадтары тураһында һүҙ бара.
Һуңғы инсталляция “Мишкә районы” тип атала. Был бүлектә райондың тарихы, уның иҫтәлекле урындары һәм башҡа мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Интерактив музейҙан тыш крайҙы өйрәнеү музейы ла бар бында. Музейҙа мари халҡының тормош-көнкүрешенән экспонаттар, милли кейемдәр, һауыт-һаба, ҡорамалдар һәм башҡалар тупланған.[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

1.https://yandex.ru/video/preview/?text=видео%20открытия%20марийского%20ИКЦ&path=wizard&parent-reqid=1617211049180158-7420318902274293334-balancer-knoss-search-yp-vla-7-BAL&wiz_type=vital&filmId=11521074186334508391
2.https://www.youtube.com/watch?v=xeK0dmm_-wU

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

1.https://addnrb.ru/novosti/v-mishkinskom-rajone-otmetili-otkrytie-obnovlennogo-zdaniya-marijskogo-ikc/
2.https://culture-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/344840/
3.https://nazaccent.ru/content/35168-v-bashkortostane-otkryli-posle-rekonstrukcii-marijskij.html
4.https://neft-gf.ru/otkrytie-marijskogo-istoriko-kulturnogo-centra/
5.https://mishred.rbsmi.ru/articles/kultura/v-mishkinskom-rayone-s-2004-goda-rabotaet-mariyskiy-istoriko-kulturnyy-tsentr/
6.https://newsbash.ru/society/culture/24310-v-mishkinskom-rajone-sostojalos-otkrytie-obnovlennogo-zdanija-marijskogo-istoriko-kulturnogo-centra.html

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. https://tamasha-rb.rbsmi.ru/news/Rekonstruktsiyanan-u-Mishk-rayoninda-mari-tarihi-m--ni--ge-asildi-686708/(недоступная ссылка)
  2. https://mishred.rbsmi.ru/articles/obshchestvo/mechty-sbyvayutsya/?sphrase_id=67917(недоступная ссылка)
  3. https://www.marpravda.ru/news/religiya/samaya-bolshaya-mariyskaya-diaspora-rossii-poluchila-obnovlennyy-istoriko-kulturnyy-tsentr-/
  4. https://www.bashkortostan.ru/presscenter/news/344715/(недоступная ссылка)
  5. https://news.myseldon.com/ru/news/index/246052738