Энтони Маглица
Энтони «Тони» Маглица (хорв. Ante Maglica; 1930) — Mag Instrument Inc компанияһының нигеҙләүсеһе һәм уның хужаһы, компания АҠШ полицияһы экипировкаһының стандарт элементы — Maglite фонарын — етештерә[7][8].
Энтони Маглица | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Тыуған көнө | 1930[2][1] |
Тыуған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[3][4][5] |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы, дизайнер |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Design Museum Gent[d] һәм Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[6] |
Иртә йылдары
үҙгәртергәЭнтони «Тони» Маглица Нью-Йоркта (АҠШ) тыуған, әммә Хорватия яр буйындағы Зларин утрауында үҫә. Американ бөйөк депрессияһы ваҡытында уның ғаиләһе тыуған яғына — Хорватияға — ҡайта. Икенсе донъя һуғышы илгә ҙур зыян килтереүе арҡаһында Маглица 1950 йылда Ҡушма Штаттарына ҡайта һәм Онтарио ҡалаһында йәшәй башлай (Калифорния штаты). Ул шул уҡ ваҡытта инглиз телендә һөйләшә ала һәм машинист булып эшкә урынлаша. Эш урынында ул етәкселәренең береһе гидравлик деталдәрҙе эшкәртеү буйынса өҫтәмә бизнес менән шөғөлләнеүе тураһында ишетеп ҡала. Осраҡлы рәүештә тиерлек Тони шулай уҡметалл эшкәртеү токарь станогын АҠШ-тың 1000 долларына һатыу тәҡдиме тураһында белеп ҡала һәм ул һатыусыны уға станокты 125 АҠШ долларына тәүге иғәнә итеп һатырға күндерә, артабан ҡалған аҡсаны Маглица ай һайын түләп барырға вәғәҙә итә.
Ошондай рәүештә башланып киткән бизнес яйлап машиналар һәм ҡорамалдар һатыу буйынса шәхсән магазинға әүерелә, 1974 йылда әлеге магазин «Mag Instrument Inc» корпорацияһы тип үҙгәртелә. Ошо ваҡытта ул үҙенең машина магазинын биҙәү өсөн ялланған Клэр Халас менән таныша, артабан Клэр уның тормоштағы һәм бизнестағы партнеры булып китә.Улар бер ваҡытта ла законлы никахта тормаһалар ҙа, Клэр уның менән бергә йәшәй, уның фамилияһын ала. Клэрҙың өс балаһы була: ике улы, Стивен һәм Кристофер, һәм Джеки ҡыҙы. Джеки Тони Маглицаны үгәй атай тип һанай.
Ғаилә эштәре
үҙгәртергә«Mag Instrument Inc» корпорацияһы етештергән Maglite фонарҙар популярлыҡ яулағас, компания ҙурая һәм ғаилә бизнесына әйләнә: фирма эштрә менән президенты булараҡ Тони идара итә, Клэр маркетинг, персонал һәм һатып алыу бүлектәрендә эшләй, ә улдары Стивен һәм Кристофер Халас компанияла вице-президент һәм тикшеренеүҙәр һәм үҫеш буйынса вазифаларҙы биләй.
1992 йылда компанияла «көтөлмәгән хәл» була — Клэр, Тони үҙенән һуң компанияны алдағы никахтан булған балаларына ҡалдырырға йыйынғанын, белеп ҡала. Тап ошо «аяуһыҙ ғаилә һуғышының» башы була, һуғыш ун йыл дауамында бара һәм Клэр һәм уның улдары компанияны ташлап сығып китеүҙәре менән тамамлана, ә Клэр үҙе Тониға ҡаршы 200 миллион долларға дәғүә белдереп, судҡа бирә. 1997 йылда Клэрҙың улдары үҙҙәре фонарҙар етештереү буйынса Inc Bison Sportslights шәхси компанияһын ойошторалар.
Суд дәғүәләре
үҙгәртергә1992 йылда, Тониның уға ҡарата пландары тураһында мәғлүм булғас, Клэр судҡа мөрәжәғәт итә: зыянды ҡаплау өсөн компенсация барыһы 200 миллион АҠШ долларын тәшкил итә. Процесс присяжныйҙар суды аша бара, ә суд тикшереүен TV Court (бөгөн — truTV) күрһәтә һәм канал юғары рейтингтарға өлгәшә. Тыңлауҙар йомғаҡтары буйынса, 1994 йылдың яҙында Клэр 84 миллион АҠШ долларын алыуға ирешә.
Әлеге ҡарар Калифорния апелляцион судына ҡабаттан ҡарауға бирелә һәм 1998 йылда алдағы ҡарар юҡҡа сығарыла һәм эш судҡа кире ҡайтара. Эште судҡа ҡайтарғандан һуң Клэр 2000 йылда Mag Instrument Inc. менән уға 29 миллион долларҙы түләү буйынса килешеү төҙөй.
Bison Sportslights Inc
үҙгәртергәКлэрҙың улдары, Стивен һәм Кристофер Халас Тони Маглица менән «ҡатмарлы мөнәсәбәттәр» арҡаһында Mag Instrument -тан үҙ вазифаларын бушатып китергә мәжбүр була. 1997 йылда ағалы-ҡустылылар Денвер ҡалаһында (Колорадо штаты) Bison Sportslights-ты булдыралар: улар фонарҙарҙа «ҡара тап» (яҡтылыҡ табының үҙәгендәге яҡтыртылмаған урыны) проблемаһын хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Улар әлеге проблеманы бер аҙ хәл иткән продукт сығаралар.
Әммә 2002 йылда Энтони Маглица етәкселегендәге Mag Instrument компанияһы Bison Sportslights-ты коммерция серен урлаған өсөн судҡа бирә (CV-023187-се һанлы эш), ағалы-ҡустылылар компанияла эшләгән саҡта коммерция серенә төшөнөү мөмкинлеге булған, тип белдерә. Bison Sportslights аңлы рәүештә һәм уҫал ниәт менән коммерция серен үҙләштереүҙә, уҫал ниәт менән ышанысты боҙоуҙа, уҫал ниәтле ялған рекламала һәм уҫал ниәтле намыҫһыҙ конкуренцияла ғәйепләнә. Mag Instrument компанияһы зыянды ҡаплау өсөн 1,2 миллион доллар компенсация ала. Bison Sportslights бизнесы юҡҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://www.moma.org/artists/23052 (ингл.)
- ↑ Anthony Maglica // (unspecified title)
- ↑ http://www.croatianstory.com/pages/famous-people
- ↑ http://www.today.com/id/38025260/ns/today-today_news/t/it-possible-be-all-american-company/
- ↑ http://www.thestar.com.my/lifestyle/story.asp?sec=id%3D%22more_headlines_sec%22&file=/2013/6/3/lifefocus/13170234
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/82738
- ↑ Lidwell, Manacsa, 2011, с. 116
- ↑ Pederson, 2005, с. 240—242
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- William Lidwell, Gerry Manacsa. Deconstructing Product Design: Exploring the Form, Function, Usability, Sustainability, and Commercial Success of 100 Amazing Products. — London: Rockport Publishers, 2011. — ISBN 9781592537396.
- International Directory of Company Histories / ed. Jay P. Pederson. — St. James Press, 2005. — Т. 67. — 688 с. — (International Directory of Company Histories). — ISBN 9781558625129.