Эмма Виклунд (швед. Emma Wiklund), тыуғандағы исеме — Эмма Шеберг (швед. Emma Sjöberg); 13 сентябрь 1968 йыл, Стокгольм, Швеция) — швед фотомоделе һәм киноактёры[4]. «Такси» фильмы һәм уның дауамында уйнаған төп роль полиция комиссары Петра аша киң билдәлелек яулай.

Эмма Виклунд
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 13 сентябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3] (56 йәш)
Тыуған урыны Дандерюд[d], Дандерюд[d], Стокгольм[d], Швеция[3]
Хәләл ефете Hans Wiklund[d]
Һөнәр төрө актёр, модель, телетапшырыуҙар алып барыусы
Күҙ төҫө голубой[d]
Сәс төҫө светлые волосы[d]
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Рәсми сайт emmas.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 24 845
 Эмма Виклунд Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1968 йылдың 13 сентябрендә Швецияла Стокгольм ҡалаһында тыуған. Атаһы — швед, әсәһе — Конго кешеһе. Эмма — фотомодель, косметика етештергән төрлө фирмаларҙың рекламаһында төшкән.

Актёрлыҡ карьераһы 1995 йылда башлана. Актёр булараҡ киң билдәлелекте уға «Такси» фильмдарында (19982007) башҡарған ҡатын-ҡыҙ-полицейский Петра роле килтерә. Беренсе фильмдың рус версияһында уны Ирина Маликова, ҡалған өс фильмдә — Тарасова Марина тауышландыра.

Швеция телевидениеһында үҙ тапшырыуы бар.

2003 йылда Ганс Виклундҡа кейәүгә сыға, уларҙың ике балаһы бар: ҡыҙы Тира һәм улы Элис. 2016 йылдың башында улар айырылыша[5].

Фильмографияһы

үҙгәртергә
Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1992 тф Инферно Inferno модель
1994 ф Юғары мода Prêt-à-Porter модель
1995 ф Инферно 2 Inferno 2 модель
1998 ф Такси Taxi Петра
1999 ф Суперагент Саймон Simon Sez бейеүсе / йәшерен агент
2000 ф Такси 2 Taxi 2 Петра
2000 ҡыҫҡ Иң яҡшы әхирәт Petite copine модель
2003 ф Такси 3 Taxi 3 Петра
2004 ф Большой поцелуй Big Kiss Соня
2007 ф Такси 4 Taxi 4 Петра
2018 ф Такси 5 Taxi 5 Петра

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #88322351 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. 3,0 3,1 Sjöberg, Emma Sofia Kristina // Sveriges befolkning 2000 (швед.)Sveriges Släktforskarförbund, 2020.
  4. Emma Wiklund berättar nu: « Läskigt»
  5. Emma och Hans Wiklunds överraskande separation 2016 йыл 1 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә