Эләсек (рус. Элечек) —кейәүгә сыҡҡан ҡырғыҙ ҡатындарының баш кейеме.

Эләсек
Рәсем
Дәүләт  Ҡырғыҙстан[1]
Урын Ҡырғыҙстан
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Туҡыма
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1][2][3]
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]

Тасуирламаһы һәм ҡулланылышы

үҙгәртергә

Уны эшләгәндә 15-30 метр оҙонлоҡтағы йоҡа туҡыма ҡулланыла, туҡыманы буйлай уртаға бөкләп урайҙар. Хәлле ҡатын-ҡыҙ өсөн әҙерләнгән эләсеккә 30-40 метрға тиклем туҡыма китә алған.

Эләсек туҡымаһы башҡа маҡсаттарҙа ла тотонола. Эләсек мәрхүм өсөн кәфен булараҡ ҡулланыла ала.

 
Манастың тыуыуы

Йәйләүҙә ваҡытта тыуған сабыйҙарҙы эләсектән йыртып алынған йүргәккә төргәндәр.

Эләсек шулай уҡ яра бәйләү өсөн дә ҡулланыла.

Ҡаҙаҡтарҙа шундай уҡ ҡатын-ҡыҙ баш кейемдәре бар (кимешәк)[4].

Көнсығыш славяндарҙа — (намитка).

Эләсек төрҙәре

үҙгәртергә

Олоғайған ҡатындарҙың эләсеге ҙур итеп уралған, өҫтөнән яулыҡ ябынғандар. Ире үлгән ҡатындар эләсеген сисергә тейеш булған. Был уларҙың тол ҡалғанлығын аңлатҡан.

Кәләш эләсеге - маңлай өлөшөн мәрйен, көмөш баҫып биҙәлгән. Был эләсектәр төрлө урында төрлөсә биҙәлгән һәм уралған.

Ябай эләсек - буялмаған тәбиғи ебәктән һуғылған туҡыманан эшләнгән. Был ебәк төрлөсә биҙәү өсөн ерлек булып хеҙмәт иткән [5].


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Акматалиев Амантур Сейтаалы уулу. Кыргыздын кол өнөрчүлүгү. Бишкек 1996: ISBN — 5-655-00960-9