Эльчи́н Сәфәрле (әзерб.Elçin Səfərli; 12 март 1984 йыл, Баҡы) — яҙыусы, журналист. Әҫәрҙәре көнсығыш йолалары, мәҙәниәте, йәшәйеше һәм һөйөүе тураһында.

Эльчин Сәфәрле
Elçin Səfərli
Тыуған көнө:

12 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (40 йәш)

Тыуған урыны:

Баҡы, Әзербайжан

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист

Ижад йылдары:

2008 — хәҙерге ваҡыт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле

Дебют:

«Сладкая соль Босфора» (2008)

Биография

үҙгәртергә

12 йәшенән псевдоним менән йәштәр гәзиттәрендә әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. 16 йәшенән киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әзербайжан халыҡ-ара университетына уҡырға инә. Һуңғы бер нисә йыл тележурналистика менән шөғөлләнә.

Сәфәрли — профессиональ журналист, йәштәр әҙәби конкурстары лауреаты.

Оҙаҡ йылдар Истанбулда йәшәй, шуға күрә тәүге романдар ваҡиғалары был ҡалаға бәйле. Беренсе «Сладкая соль Босфора» китабын сығарыу менән «икенсе Орхан Памуҡ» тигән даны тарала.

2011 йылда Сәфәрле тураһында ҡыҫҡа метражлы «Наедине со всеми» фильмы төшөрөлә (режиссеры Сергей Сараханов)[1],[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • 2008 — «Сладкая соль Босфора» — Мәскәү, «АСТ». ISBN 978-5-17-048497-3, 978-5-271-18912-8
  • 2008 — «Туда без обратно» — Мәскәү, «АСТ».
  • 2009 — «Я вернусь» — Мәскәү, «АСТ».
  • 2010 — «Мне тебя обещали» — Мәскәү, «АСТ».
  • 2010 — «…Нет воспоминаний без тебя» — Мәскәү, «АСТ». ISBN 978-5-17-062397-6, 978-5-271-25423-9
  • 2010 — «Тысяча и две ночи: Наши на Востоке» (хикәйәләр йыйынтығы) — Мәскәү, «АСТ» ISBN 978-5-17-064990-7, 978-5-271-26790-1, 978-5-226-02064-3
    • «Там, где должна быть» хикәйәһе
    • «Запрет на себя» повесы
  • 2010 — «Контурные карты для взрослых» йыйынтығында «Угол её круглого дома» хикәйәһе (тәҙәүсеһе Алмат Малатов) — АСТ, Астрель, ВКТ
  • 2012 — «Легенды Босфора» — Мәскәү, «АСТ».
  • 2012 — «Если бы ты знал…» — Мәскәү, «АСТ». ISBN 978-5-17-079939-8, 978-5-17-079940-4
  • 2013 — «Рецепты счастья» — Мәскәү, «АСТ».
  • 2012 — «Когда я без тебя» (автор йыйынтығы) Я. Шакунова менән — Мәскәү, «Астрель». ISBN 978-5-271-44772-3
  • 2015 — «Я хочу домой»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә