Эд Смит стадионы

АҠШ-тың Флорида штаты Сарасота ҡалаһындағы бейсбол стадионы

Эд Смит стадионы (ингл. Ed Smith Stadium) ― АҠШ-тың Флорида штаты Сарасота ҡалаһындағы бейсбол стадионы. 2010 йылдан Балтимор Ориолс командаһының күнекмәләр майҙансығы булып тора.

Эд Смит стадионы
Үҙенсәлекле исеме

ингл. Ed Smith Stadium

Архитектор

HOK Sport[d]

Милексе

Сарасота

Һыйҙырылышлығы

8500

Өйҙәге команда

Балтимор Ориолс[d]

 Эд Смит стадионы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Эд Смит стадионы Яҙғы күнекмә һәм Кесе лига бейсбол матчтарын уҙғарыу майҙансығы сифатында файҙаланылған Пэйн Парктың алмашына 1989 йылда төҙөлгән. Стадион яңы стадион төҙөүҙә мөһим роль уйнаған йәмәғәт эшмәкәре Эд Смит хөрмәтенә аталған[1]. Элек стадион Чикаго Уайт Сокс (1989—1997) һәм Балтимор Ориолс (1991) командаларының яҙғы күнекмәләр майҙансығы булған. 1998 йылда ул Плант-Сити стадионын яҙғы күнекмәләр майҙансығы сифатында алмаштырған. 2008 йылға саҡлы шул объектты Цинциннати Редс биләгән. Цинциннати клубы үҙ эшмәкәрлеген Аризона клубына күсергәндән һуң, Эд Смит стадионы юғары лигала яҙғы әҙерлекһеҙ бер йыл үткәргән[2].

Балтимор Ореолс 2010 йылда стадиондың арендаторы һәм операторына әүерелә[3]. Балтимор Сарасота менән элек тә, 1989 һәм 1990 йылдарҙа Твин Лейкс паркында, шулай уҡ Сент-Питерсбергҡа күскәнгә тиклем, 1991 йылда Эд Смитта, ә һуңынан яҙғы уйындарҙы үткәреү өсөн Лодердейл Фортта[2] хеҙмәттәшлек иткән.

1989 йылдан 2009 йылға тиклем Кесе лига бейсбол командалары стадионында: Сарасота Уайт Сокс, Сарасота Ред Сокс һәм Сарасота Редс командалары сығыш яһай. 2004 йылдан 2009 йылға тиклем бында Галф Коас Редс уйынсылары урынлашҡан булған.

2008 йылдың 1 ноябрендә Барак Обама стадионда 2008 йылғы президентлыҡ кампанияһы сиктәрендә ун мең тамашасы алдында телмәр менән сығыш яһаған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Fernandes. Ed Smith part of Sarasota's sports fabric  (инг.), Sarasota Herald. 2 март 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 2 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Baltimore Orioles Spring Training - Spring Training Online. springtrainingonline.com.
  3. http://mlb.mlb.com/bal/downloads/y2011/ess_fact_sheet.pdf

Ҡалып:Изолированная статья