Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы

педагог, ғалим
(Эдуард Шәйхулла улы Хәмитов битенән йүнәлтелде)

Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы (22 сентябрь 1937 йыл28 декабрь 2023 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1983—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1998), педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).

Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы
ректор М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Эшләй башлаған:

1983

Тамамлаған:

2005

Һуңынан килеүсе:

Асадуллин Рәил Мирваевич

Тыуған көнө:

22 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Борай районы,
Яңы Киҙгән ауылы

Вафат көнө:

28 декабрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны:

Өфө ҡалаһы

Ила:

 СССР
 Рәсәй

Фәнни даирә:

педагогика

Ғилми дәрәжәһеь:

педагогия фәндәре докторы[d]


Наградалары:

Биографияһы

үҙгәртергә

Эдуард Шәйхулла улы Хәмитов 1937 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Яңы Киҙгән ауылында тыуған.

1958 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм шунда үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1964—1966 йылдарҙа Куйбышев дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, ә һуңыраҡ деканы булып эшләй[1].

1966—1969 йылдарҙа Өфө нефть институтында доцент, кафедра мөдире булып эшләй.

1969—1972 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында доцент, кафедра мөдире һәм декан булып эшләй. Ә 1972—1983 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор вазифаһын биләй.

1983 йылдан алып 2005 йылға тиклем — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры.

2005—2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты.

2008 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры кәңәшсеһе.

Уның ҡыҙы Эльза М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультеты профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Профессор Хәмитовтың төп фәнни йүнәлештәре — педагогик белем биреү, физика уҡытыу методикаһы[2]. Ул 60 фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары, шулай уҡ Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһын һәм программаһын эшләүсе ғилми коллектив етәксеһе.

Һайланма әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Контингент гуманитарного вуза: теория, подходы, практика формирования. — Челябинск: Факел, 1999.
  • Профессиональная педагогическая подготовка в переломные периоды развития общества. — Уфа: Китап, 2001. (авторҙаш).
  • Стратегия развития образования в евразийском пространстве. — Уфа: БГПУ, 2002 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә