Эдмунд Кин
Кин Эдмунд (ингл. Edmund Kean, 17 март 1787 йәки 1789, Лондон — 15 май 1833, Ричмонд) — инглиз актеры, инглиз романтизм[1] сәхнәһенең күренекле вәкиле .
Эдмунд Кин | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1791—1833 |
Театр: | |
Рольдәре: |
Киндың образы сәнғәттә
үҙгәртергәВестминстерҙа, Лондонда тыуған. Актриса Энн Кэриҙың улы, Бөйөк Британия гимнының авторы Генри Кэриҙың ейәне, Атаһы, моғайын, чиновник Эдмунд Кин[2].
Дүрт йәшендә Эдмунд сәхнәлә сығыш яһай. Уның балаларса тормош һөйөүе, аҡыллылығы, кешеләргә ылығыусанлығы бөтә кешеләргә лә ныҡ оҡшай, уны ныҡ яраталар, әммә тормош ауырлыҡтары һәм дисциплинаның кәрәкле кимәлдә булмауы, үҙ-үҙенә ышанысы булыуға ҡарамаҫтан, уны үҙ һүҙле итеп үҫтерә. 1794 йылда уны яратыусылар малайҙың мәктәптә уҡыуына аҡса түләй, ул яҡшы уҡый, әммә мәктәп тәртибенә күнә алмай, шунлыҡтан Портсмутҡа юнга булып китә. Әммә диңгеҙ хеҙмәтен ауыр тип табып, ул һаңғырау һәм сатан булып ҡыланып, Мадейралағы табиптарҙы алдай.
Системалы белем ала алмай. Англияға үҙенең олатаһы-артист Моисей Кин- янына ҡайтып, унан яҡлау эҙләй. Тегеһе үҙенең пантомима алымдарынан тыш, туғанын Шекспирҙың ижады менән таныштыра Шул уҡ ваҡытта Эдмундҡа бала сағынан уҡ ярҙам ҡулы һуҙған изгелекле актриса Шарлотта Тидсуэлл, актерлыҡ оҫталығы принциптарына өйрәтә. Эдмундтың олатаһы вафат булғандан һуң, Шарлотта малай өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, Эдмунд Шекспир персонаждарын системалы өйрәнә башлай, уларҙы интерпретациялауҙа үҙенең оҫта үҙенсәлектәрен күрһәтә, ә был инде данлыҡлы Джон Филип Кембл интерпретацияларынан бөтөнләй айырылып торған була. Киндың талантын күргән миссис Кларк уны уллыҡҡа алырға мәжбүр була, әммә Кларктың уға биргән ҡылыҡһырмаларына үпкәләп, Кин Кларк йортон ташлап китә һәм үҙ мөхитенә кире ҡайта.
14 йәшендә ул Йорк театрындағы 20 спектаклдә төп ролдәрҙе уйнарға тәҡдим ала (Гамлет, Гастингс һәм Катон). Шунан һуң ул "Ричардсон театр"ы труппаһында эшләгән саҡта уның һәләттәре хаҡындағы хәбәрҙәр Георг III-кә барып етә, һәм король уға Виндзор һарайына килергә бойороҡ бирә. Ул Сондерс циркына килеп ҡушыла һәм атта күрһәткән трюк ваҡытында йығылып төшә һәм ике аяғын да һындыра — был бәхетһеҙ осраҡ уның бөтә тормошонда эҙҙәр ҡалдыра. Яҡынса ошо ваҡытта ул Чарльз Инкледон музыкаһы менән шөғөлләнә, Д’Эгвилдән бейеү һәм Анджелонан фехтование дәрестәрен ала.
Шекспир ролдәрен башҡарыуҙа Эдмунд Д. Ф. Кембл менән ярыша. 1807 йылдарҙа Белфаст театрында Сара Сиддонс менән төп ролдәрҙе башҡара, Сиддонс уны «ҡот осҡос бәләкәй кеше» тип атай, ә уның һәләте менән артабан таныша торғас, Эдмунд «бик яҡшы уйнай, бик яҡшы» тигән фекерҙе әйтә, — тик был ғына әле «бөйөк актер булыу өсөн бик әҙ», ти.
1808 йылда Кин Сэмюэль Батлерҙың провинция труппаһына ҡушыла.
1808 йылдың 17 июлендә Эдмунд Кин Уотерфордтағы әйҙәүсе актриса Мэри Чемберсҡа өйләнә. Ҡатыны уға ике ул таба, уларҙың береһе — билдәле актер Чарльз Кин (1811—1860).
Бер нисә йыл дауамында Киндең эше бик аҙ була, ул ныҡ мохтажлыҡ кисерә, ошо арҡала өлкән улы медицина ярҙамы ала алмай вафат була.1814 йылдан алып Кин Лондондағы Друри-Лейт театры сәхнәһендә уйнай, унда Шекспирҙың «Венеция сауҙагәре» пьесаһында Шейлок ролендә дебют яһай. Театр тамашаларына кире ҡайтыуы уны ныҡ тулҡынландыра, ул: «әгәр был роль килеп сыҡһа, мин шатлығымдан аҡылдан яҙасаҡмын», ти. Был пьесала уйнауы Кинға ҙур уңыш килтерә: «мин хатта сәхнәлә икәнемде тойманым да», тип иҫләй ул аҙаҡтан.
1817 йылда Кин драматург Чарльз Бак менән конфликтҡа инә: Чарльз Бак үҙенең «Итальяндар» пьесаһында төп ролде Эдмундҡа тапшырырға фараз иткән була. Театр советы һәм актерҙар пьесаны яҡшы ҡабул итә, әммә Кинға был роль оҡшамай, роль етерлек дәрәжәлә яҡшы булмаған кеүек күренә. Кин бар көсөнә пьесаның Швейцарияла үтәсәк премьераһын боҙорға тырыша, Чарльз Бак Киндың был ҡыдығын оҡшатмай һәм пьесаны күрһәтмәҫкә була. Театр хеҙмәткәрҙәре Бактан пьесаны репертуарҙа ҡалдырыуын һорайҙар. Һуңыраҡ пьесаны Бак үҙгәртеңкерәп баҫтыра. Һөҙөмтәлә ике яҡтан да юғалтыуҙар килеп сыға. Спектакль барыбер 1819 йылдың 3 апрелендә үтә, тик Кин менән драматург араһында килеп сыҡҡан конфликт арҡаһында пьесаны тамашасылар төрлөсә ҡабул итә.
1820 йылдың 29 ноябрендә Кин беренсе тапҡыр Нью-Йорктағы Энтони-Стрит театрында Ричард III ролендә уйнай. Уның Америкаға сәфәре уңышлы килеп сыға, әммә Кин матбуғат менән насар бәхәскә эләгә. Һуңынан Кин Нью-Йоркта1825—1826 йылдарҙа гастролдәрҙә йөрөй.
Кин Шекспирҙың «Король Лир» пьесаһындағы трагик финалын тергеҙә, ә 1681 йылда ул Тейт Наум тарафынан бәхетле аҙаҡ менән алмаштырыла («Король Лир тарихы»). Кин Лирҙы Тейп буйынса уйнай, әммә ҡатынына Лондон тамашасыһы «мин Корделия мәйете өҫтөндә нисек уйнаясағымды әлегә белмәй» тип әйтә. Кин үҙенең фажиғәле вариантын бер нисә тапҡыр уйнай, бер тәнҡитсе Кин вариантындағы Корделияның фажиғәле үлемен «ныҡ тәрән эҙ тыуҙырҙы» тип яҙһа ла, тамашасы быны аңламай[3] һәм, Кин ҙур ҡыҙғаныс менән Тейт интерпретацияһына кире ҡайта.
Киндың тормош рәүеше уның карьераһына ҙур ҡаршылыҡтар килтерә. Лондон ҡалаһы олдерменының ҡатыны Шарлотта Кокс менән уның араһында булған мөнәсәбәттәре арҡаһында Кин хөкөм ителә, «Таймс» гәзите тарафынан уға ғәйеп ташлана, Друри-лейт театры сәхнәһенә сыҡҡан саҡта уны фрукттар менән бәреп, һыҙғырып хурлайҙар.
1825 йылда Кин икенсе тапҡыр Америкаға сәфәр ҡыла, бында ул Англиялағы кеүек үк эҙәрләүҙәргә дусар була. Ҡайһы бер ҡалаларҙа уға мәрхәмәтлек күрһәтһәләр ҙә, күп тамашасылар уны мыҫҡыллайҙар. Квебекта ғына уның сәхнәлә уйнағанын ҡараған индеец-гурондар Кинға ҡарата изгелек күрһәтәләр, ул, йәнәһе, хатта ҡәбиләнең почетлы юлбашсыһы булып, Alanienouidet исемен алған тигән имеш-мимештәр ҙә тарала. Һуңғы тапҡыр Нью-Йоркта Кин 1826 йылдың 5 декабрендә «Ричард III» фильмында күренә.
Англияға ҡайтҡас, ахыр сиктә, уны илтифатлы ҡаршы алалар, әммә ул ваҡытта Кин допинг ҡуллана башлаған була, шуның арҡаһында уның һәләттәренең насарайыуы ҡотолғоһоҙға әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡта уға илһам килә һәм ул үҙенең физик һәләттәренең тулыһынса кәмеүен бөтөрә ала. Париждағы сығышы алкоголь ҡулланыу арҡаһында уңышһыҙ тамамлана.
1833 йылдың 15 мартында Киндың һуңғы сығышы Ковент-Гарденда үтә: ул Отеллоны уйнай, ә уның улы Чарлз Яго ролендә сығыш яһай. Кин Эдмунд 3-сө шаршауҙың 3-сө сәхнәһендә «Яуыз, һин ышан» тип ҡысҡыра һәм шуның артынса уҡ ышанысһыҙ тауыш менән: «Эй, Хоҙай, мин үлеп барам. Улар менән һөйләш, Чарльз» тип ҡысҡыра, һәм, аңын юғалтып, улының ҡосағына йығыла.
1833 йылда ул Суррейҙа вафат була. Уның һуңғы һүҙҙәре: «үлеү еңел; комедия — ауыр» — була.
Кин Хемпшир графлығының Катерингтон ауылында Барлыҡ изгеләр мәхәллә сиркәүендә ерләнгән. Мәхәллә сиркәүе иҙәнендә уның ҡәберен билдәләп иҙәнгә мемориаль таҡта ҡуйылған, һәм башта сиркәү тышында, һуңынан, 1904 йылдағы реставрация эштәре барышында, сиркәү эсендәге стенаға күсереп ҡуйылған таҡта тора.
Киндың артислыҡ оҫталығы күп кенә актерҙар уйыны стиленә йоғонто яһай, мәҫәлән, американ Форрест Эдвиндың уйыны стиленә.
Кин образы сәнғәттә
үҙгәртергәКин, или гений и беспутство пьесаһын Александр Дюма (1836) яҙған, унда Фредерик Леметр ҙур оҫталыҡ менән Кин ролен уйнаған. XX быуатта пьесаны Сартр эшкәртеп яҙа; 1956 йылда пьесаның был вариантын Франческо Рози кино итеп төшөрә, төп ролде Витторио Гассман башҡара, ә 1987 йылда пьесаны Робер Оссейн Париждың Маринья театрында сәхнәгә сығарған, унда төп ролдә Жан-Поль Бельмондо сығыш яһай. Киндың тормошо тураһында төрлө илдәрҙә тағы бер нисә фильм төшөрөлгән, мәҫәлән: Рудольф Бибрахом менән Моисси Алессандро (1921), Александр Волков менән Иван Мозжухин; (1924) Дюма пьесаһы мотивтары буйынса итальян композиторы Марио Дзафред «Кин» (1981) операһын яҙған.
Дюма пьесаһы мотивтары буйынса Рәсәйҙә Горин Григорий (1991) пьеса яҙған.
Мемуарҙар
үҙгәртергә- F. Phippen Memoirs of Authentic Edmund Kean, specimen composition of a talent at his containing. London: J. for Roach Printed, 1814
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Минц Н. В. Эдмунд Кин. М.: Искусство, 1957
- Труд актёра, вып. 4, М., 1959
- Hawkins F.W. The life of Edmund Kean. New York: B. Blom, 1969
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Театральная энциклопедия / Глав. ред. С. С. Мокульский. — Москва : Советская энциклопедия, 1961—1967. В 5 т./ Том III: Год выпуска: 1964, «Кетчер — Нежданова» Главный редактор: П. А. Марков
- ↑ Kean, Edmund // 1911 Encyclopædia Britannica. — Т. Volume 15.
- ↑ George Daniel, quoted in Grace Ioppolo, William Shakespeare’s King Lear: A Sourcebook. London, Routledge, 2003, p. 79.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- КиН 2018 йыл 16 май архивланған.. Ҙур рәсәй энциклопедияһы