Жан-Поль Сартр
Жан-Поль Шарль Эма́р Сартр (франц. Jean-Paul Charles Aymard Sartre; 21 июнь 1905 йыл, Париж — 15 апрель 1980 йыл, шунда уҡ) — француз философы, атеистик экзистенциализм вәкиле (1952—1954 йылдарҙа марксизм яғына ауыша, быға тиклем дә ул үҙеy «һул ҡарашлы» итеп күрһәткән булған), яҙыусы, драматург, эсселар авторы һәм педагог.
Әҙәбиәт буйынса 1964 йылғы Нобель премияһы лауреаты (премиянан баш тарта)[13].
Биографияһы
үҙгәртергәЖан-Поль Сартр Парижда хәрби диңгеҙ офицеры Жан-Батист Сартр ғаиләһендә тыуған, әсәһе — Анна-Мария Швейцер. Әсәһе яғынан Жан-Поль дин һәм музыка белгесе, философ, табип-гуманист Альберт Швейцерҙың ике туған ҡустыһы. Жан-Полгә 15 ай булғанда атаһы вафат була. Улар Париж янындағы Мёдонға күсеп килә.
Сартр Ла-Рошель лицейын, Париждағы Юғары нормаль мәктәпте (франц. École normale supérieure) тамамлай, философиянан диссертация яҡлай, Берлиндағы Француз институтында уҡыта (1934). Францияның төрлө лицейҙарында философия уҡыта (1929—1939 һәм 1941—1944); 1944 йылдан башлап, ғүмерен әҙәби эшкә бағышлай. Студент сағында уҡ Симона де Бовуар менән таныша, һуңыраҡ уның менән яҙмышын бәйләй. 1945 йылдың октябрендә Симона де Бовуар һәм Морис Мерло-Понти менән берлектә «Яңы заманалар» (Les Temps modernes) журналына нигеҙ һала.
1949 йылда Парижда СССР-ҙы һәм совет ҡоролошон яҡлаған Кравченко процесында ҡатнаша. 1952 йылда Веналағы тыныслыҡ яҡлы халыҡтар конгресында ҡатнаша, 1953 йылда Бөтә донъя тыныслыҡ советы ағзаһы итеп һайлана.
Александр Солженицын "Архипелаг Гулаг"ының өсөнсө томында унан әсе көлә[14]
1956 йылда Сартр һәм «Яңы заманалар» журналы Алжирҙы Франция колонияһы итеп ҡалдырыуға ҡаршы сығып, Алжир халҡының азатлыҡҡа хоҡуғын яҡлай (Камюҙан айырмалы). Сартр кешеләрҙе язалауға ҡаршы сыға, халыҡтарҙың үҙ яҙмышын үҙҙәре билдәләү азатлығын яҡлай, көс ҡулланыуҙы колониализм булдырған гангрена итеп ҡарай.
Француз милләтселәре уға бер нисә тапҡыр үлтереү менән янай, Париж уртаһындағы фатиры ике тапҡыр шартлатыла; «Яңы заманалар» редакцияһына милләтсе-боевиктар биш тапҡыр һөжүм итә.
Сартр, бик күп интеллигенция вәкилдәре кеүек үк, 1959 йылғы Куба революцияһын хуплап ҡаршы ала. 1960 йылдың июнендә ул «Шәкәргә дауыл» тигән дөйөм исем аҫтында 16 мәҡәлә яҙа. Был ваҡытта ул Кубаның «Пренса Латина» яңылыҡтар агентствоһы менән хеҙмәттәшлек итә, ләкин һуңыраҡ[15] Кастро менән араны өҙә, был хәл 1971 йылда Куба шағиры Эберто Падилья Кастро режимын тәнҡитләгән өсөн иркенән мәхрүм ителеүенә бәйле.
Сартр Бертран Артур Уильям Рассел менән бергә Вьетнамдағы хәрби енәйәттәрҙе тикшереү буйынса халыҡ-ара трибунал эшендә ҡатнаша. 1967 йылда Хәрби енәйәттәрҙе тикшереүсе халыҡ-ара трибунал ике ултырыш үткәрә— Стокгольмда һәм Роскилдта, унда Сартр бөтә донъяны шаулатҡан, шулай уҡ Франция Алжирындағы геноцид тураһында телмәр тота.
Сартр Францияла булған 1968 йылғы революцияла ҡатнаша (уның символы тиергә лә була: болала ҡатнашҡан студенттар Сорбоннаға тик бер Сартрҙы ғына индерә),һуғыштан һуң— күп төрлө демократик, маоистар хәрәкәте һәм ойошмаларында ҡатнаша. Францияның Алжирҙағы һуғышына, 1956 йылғы Венгриялағы боланы баҫтырыуға, Вьетнам һуғышына, Америка ғәскәрҙәренең Кубаға баҫып инүенә, Прага яҙын баҫтырыуға (1968), СССР-ҙа диссиденттарҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Уның сәйәси ҡараштары ғүмер эсендә бер аҙ үҙгәрһә лә, һәр саҡ һул булып ҡала, Сартр һәр саҡ хоҡуҡһыҙ, йәберләнгән кешене яҡлап сығыш яһай. Мәҫәлән, ул ҡулға алынған Ҡыҙыл Армия Фракцияһы ағзаларын, Андреас Баадерҙы яҡлай (1960 йылдар аҙағындағы Германия һул яҡ радикалдары).
1968 йылда Париждағы студенттар хәрәкәте ваҡытында Жан-Поль Сартр Сорбоннала үҙ исемендәге студенттар премияһы булдырыуҙан баш тарта .
Тәртипһеҙлектәргә әйләнеп киткән студенттар күтәрелеше ваҡытында Ж.-П.Сартрҙы полицияға алып китәләр, был студенттарҙың асыуын ҡабарта. Был турала Шарль де Голль ишетеү менән: «Франция Вольтерҙарҙы ултыртмай»- тип Сартрҙы сығарырға бойора.[1] 2015 йыл 2 май архивланған.
Жан-Поль Сартр 1980 йылдың 15 апрелендә Парижда вафат була. Уны һуңғы юлға оҙатырға 50 мең кеше килә.
Икенсе донъя һуғышы осоронда
үҙгәртергә1939 йылда Сартр француз армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, метеоролог булып хеҙмәт итә. 1940 йылда Нансиҙа ул әсирлеккә төшә (1940 йылдың 22 июнендә Париж немецтар алдында бер ҡаршылыҡһыҙ капитуляциялай).Туғыҙ ай Трир ҡалаһында хәрби әсирҙәр лагерендә була, бында ул «Бариона» тигән тәүге пьесаһын яҙа. Лагерҙа саҡта ул Мартин Хайдеггерҙың «Sein und Zeit» тигән хеҙмәтен уҡый. 1941 йылдың апрелендә һаулығы насар булыу сәбәпле уны лагерҙан сығаралар. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул офтальмологҡа барған саҡта ҡасҡан тиелә.
Парижға ҡайтҡас, Симона Бовуар менән бергә оккупацияға ҡаршы көрәшер өсөн ойошма төҙөргә итеп ҡарай, тик иптәштәре уны хупламай. Сартр бер нисә эссе яҙа, улар Парижда баҫылып сыға. Немец цензураһы уларҙы тикшермәй. Һуңыраҡ “Париж оккупацияла саҡта” тигән эссела Сартр немецтарҙың немец акценты менән булһа ла французса һөйләшергә тырышыуҙары, һәр саҡ матур мөғәлләмә итеүҙәре, метрола оло ханымдарға урын биреүҙәре арҡаһында француздарҙың баштары буталып китеүе, немецтар менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында яҙа. Урамда туҡтатып, итәғәтле генә адрес һораған немецтарға (улар кемделер ҡулға алырға бара) Сартрҙың үҙенә лә бер нисә тапҡыр өйрәтергә тура килә. Һуңыраҡ был саҡта ул күңеленә әллә нисек ҡыйын булып китеүе, үҙен нисек тоторға белмәүе тураһында яҙа. Нисек кенә булмаһын, Сартр француздарҙың күбеһе оккупанттар менән хеҙмәттәшлек итте, был беҙҙең өсөн тәбиғи хәл түгел ине, тип яҙа. Француздар иптәштәре юғалыуға, күрше фатирҙарҙа йәшәгән кешеләр юҡҡа сығыуға битараф ҡалыуҙы хуп күрҙе, ти.
Француз философы Владимир Янкелевич Сартрҙың үҙе тураһында оккупация осоронда сәйәсәттән ситтә ҡалыуын һуңыраҡ сәйәсәт менән әүҙем шөғәлләнеүе менән аҡларға тырышты, тип яҙа[16].
1945-1962 йылдарҙа Сартр Париждағы Бонапарт урамында йәшәй.Һуғыш ваҡытында уҡ билдәле философ Альбер Камю менән дуҫлаша. 1951 йылда Альбер Камю “Ҡаршы күтәрелгән кеше” (“Бунтующий человек”) тигән эссе яҙғандан һуң, Сартр Камюны ныҡ итеп тәнҡитләй. Оккупация осоронда француз Күтәрелешендә ҡатнашҡан Камю донъялағы ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү өсөн революция кәрәкмәй тип иҫәпләй. Сартр иһә, капитализм осоронда ғәҙеллектең булыуы мөмкин түгел, революция–ғәҙеллек булдырыуҙың иң мөһим юлы,ти. Дуҫтар бер-береһе менән аралашыуҙан туҡтай.
Ижады
үҙгәртергәСартрҙың әҙәби эшмәкәрлеге «Ерәнес» («Тошнота») романынан башланып китә (франц. La Nausée; 1938). Күп кенә тәнҡитселәр уны Сартрҙың иң яҡшы әҫәре тип иҫәпләй. Әҫәрҙә Инжилдә булған тәрән идеялар ҡуҙғатыла, ләкин Сартр уларҙы атеист булараҡ тикшерә.
1964 йылда Жан-Поль Сартр «азатлыҡ һәм дөрөҫлөк эҙләү идеялары менән бай һуғарылған беҙҙең заманға көслө тәьҫир иткән ижады өсөн» әҙәбиәт өлкәһендәге Нобель премияһына лайыҡ була .
Был бүләктән ул баш тарта, быны бер социаль институтҡа ла бурыслы булып ҡалырға теләмәүе һәм ирекле булып ҡалырға теләүе менән аңлата. Быға тиклем 1945 йылда Сартр Францияның Почетлы легион орденынан баш тарта[17]. Бынан тыш, Сартрға Нобель премияһы комитетының «буржуаз», асыҡтан-асыҡ Советтар Союзына ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлеге оҡшамай. Был осорҙа Сартр Советтар Союзын асыҡтан-асыҡ тәнҡитләп сығыш яһай, шуға күрә Нобель комитеты премия менән бүләкләр өсөн уңайһыҙ ваҡытты тапҡан тип иҫәпләй («Премиянан мин ниңә баш тарттым»).
Шул уҡ йылда Сартр әҙәби эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында белдерә, әҙәбиәтте ул донъяны ысынлап үҙгәртеүҙе ялғанға алмаштырырға тырышыу тип атай (суррогат действенного преобразования мира).
Сартрҙың донъяға ҡараштары Анри Бергсон, Эдмунд Гуссерль, Фёдор Михайлович Достоевский һәм Мартин Хайдеггер йоғоноһонда формалаша. Психоанализ менән ҡыҙыҡһына. Франц Фанондың «Ҡарғыш төшкәндәр» («Проклятьем заклеймённые») китабына инеш һүҙ яҙа, шулай итеп, был китаптың Европала билдәле булып китеүенә булышлыҡ итә. Әҙәби тәнҡит өлкәһендә әҙәбиәттә яңы йүнәлешенә әйләнеп киткән «Антироман» тигән терминды булдыра.
Философия концепцияһы
үҙгәртергәСартр фәлсәфәһе төп төшөнсәләрнең береһе- ирек. Сартр фекеренсә, ирек абсолют нәмә, кешегә ул тыумыштан, ғүмерлеккә бирелә («кешегә ирекле булырға яҙған»). Ул кешенең булмышынан алдараҡ йөрөй. Сартр өсөн ирек кешене тик тотҡан рухи азатлыҡ түгел, ә кешенән тартып алып булмай торған һайлау ирке. Тотҡон, мәҫәлән, ҡарар ҡабул итә ала- баш эйергә, буйһонорғамы, әллә иреккә сығыр өсөн көрәшергәме, ә ары нимә була— философ өсөн уныһы билдәһеҙ.
Ирек концепцияһы Сартр тарафынан «проект» теорияһында асып бирелә, уға ярашлы кеше (индивид) үҙ-үҙенә биреп ҡуйылмаған, ә ул үҙен проектлай, кеше булараҡ ул үҙен-үҙе «йыйырға» тейеш. Шулай итеп, ул үҙе һәм үҙенең эшләгән эштәре өсөн үҙе яуаплы.
Сартрҙың ҡарашын «Экзистенциализм-ул гуманизм» тигән мәҡәләһендә үҙе иҫкә алған: «Кеше — кешенең килсәге ул»,- тигән Франсис Понж һүҙҙәре һүрәтләй.
«Экзистенция» — субъектив алып ҡарағанда, эшмәкәрлектең һәр саҡ тере мәле ул (фр. existentialisme, лат. existentia — рус.с"уществование", баш. «йәшәү, ысынбарлыҡ») . Был төшөнсә менән философ тотороҡло субстанцияны билдәләнмәй, ә даими тигеҙләнеш юғалтыуҙы билдәләй. «Ерәнгес» («Тошнота») романында Сартр донъяның мәғәнәһе, ә "Мин"дең маҡсаты юҡлығын күрһәтә. Аңлау-төшөнөү һәм һайлап алыу эше аша «Мин» донъяны мәғәнәле һәм әһәмиәтле итә.
Тирә-яҡ донъяға кеше эшмәкәрлеге генә мәғәнә бирә. Әйберҙәр— кешенең шәхси әһәмиәте билдәләре. Унһыҙ был әйберҙәр— тик донъяла булған, пассив һәи инерт (тик торған, бер ни эшләмәгән) шарттар. Уларға теге, йәки был кеше шәхесе менән бәйле әһәмиәт биреп, кеше үҙен теге йәки был һыҙаттары булған шәхес итеп формалаштыра.
Ситләтелеү
үҙгәртергәИрек төшөнсәһе менән «ситләтелеү» төшөнсәһе (алыҫлашыу, тартып алыу) бәйләнгән. Хәҙерге заман кешеһен Сартр ситләтелгән йән эйәһе итеп күҙ алдына килтерә: уның үҙенсәлектәре стандартлаштырылған (профессиональ йылмайған, алдан өйрәнгән теүәл хәрәкәттәр яһаған официант стандартлаштырылған кеүек); ул булдырған түгел, ә уның «өҫтөнән» булдырылған кеүек социаль институттарға буйһоналар (мәҫәлән, дәүләт, кешенән алыҫлашҡан, тартып алынған феномен— бергәләп эштәр менән идара итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлегенән кешене ситләтеү), шулай булғас, ул иң мөһим нимәнән —үҙ тарихын булдырыуҙа ҡатнашыуҙан мәхрүм.
Үҙ- үҙенән ситләтелгән кешенең матди әйберҙәр менән проблемалары бар— улар теңкәгә тейгес булыуҙары менән кешегә баҫым яһай, үҙҙәренең йәбешкәк һәм хәрәкәтһеҙ мөһабәт ҡиәфәте менән «ерәнеү» тойғоһон тыуҙыралар (шул ул исемле романда Антуан Рокантен «ерәнә». Рус теленә «Тошнота» тип тәржемә ителгән, «Отвращение» тип тә тәржемә итергә була). Быларға ҡаршы Сартр икенсе, эскерһеҙ, таҙа (цельные) кеше мөнәсәбәттәрен ҡуя, уларҙың булыуына ышана.
Диалектиканың асылы — төрлө өлөштәрҙе бер бөтөн итеп берләштереү («тотализация»), сөнки тик бер бөтөндә генә диалектика закондарының мәғәнәһе бар. Индивид матди шарттарҙы, башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе «тоталләштерә» (берләштерә) һәм үҙе тарихты булдыра. Тарих уны нисек булдырһа, ул да тарихты шулай булдыра. Объектив иҡтисади һәм ижтимағи структуралар "проект"тың эске, индивидуаль элементтары өҫтөндәге ситләтелгән ҡоролмалар (надстройка) булып тора. Берләшеү (тотализация) кешенең төрлө яҡлап тотошлай асылып китеүен күҙ уңында тота.
Берләшеү (тотализация) кеше ирке арауығын киңәйтә, сөнки кеше тарихты үҙе булдырғанды аңлай.
Сартр диалектика айырым кешенән башлана тип иҫәпләй, сөнки уны танып белеү, «асыҡлыҡ» (прозрачность) һәм «рационаллеге» шунан башлана. Быларҙың барыһы ла («асыҡлыҡ», «рационаллек») кеше эшмәкәрлеге менән был эшмәкәрлекте танып белеүҙең туранан- тура тап килеүе һөҙөмтәһе (ниндәй ҙә булһа аҙым яһағанда кеше уны ни өсөн эшләгәнен беләм тип уйлай).
Тәбиғәттә быларҙың береһе лә юҡ, шуға күрә Сартр тәбиғәт диалетикаһын инҡар итә һәм быны иҫбатлау өсөн бер нисә дәлил килтерә.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәӘҙәби әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Тошнота (роман) (1938)
- Слова (повесть) (1964)
- Фрейд. Киносценарий
- Грязными руками (Les Mains sales, 1948).
- Дороги свободы (Незавершённая тетралогия) (Les chemins de la liberté, 3 vols, 1945—1949)
- «Возраст зрелости»
- «Отсрочка»
- «Смерть в душе»
- «Странная дружба»
- Пьесалар
- Мухи (пьеса) (1943)
- За закрытыми дверями (пьеса) («За запертой дверью», «Взаперти», «Нет выхода») («Huis clos», 1943)
- Мёртвые без погребения (Morts sans sépulture, 1946)
- Почтительная потаскушка (La Putain respectueuse, 1946)
- Дьявол и Господь Бог (1951)
- «Только правда» (Некрасов).
- «Затворники Альтоны» (Les Séquestrés d’Altona, 1960)
- Сборник новелл «Cтена» (1939)
- Стена
- Комната
- Герострат
- Интим
- Детство хозяина
- Троянки (Les Troyannes, 1968), по мотивам трагедии Еврипида
Әҙәби тәнҡит
үҙгәртергә- В семье не без урода. Густав Флобер (1821—1857)
- Объяснение «Постороннего»
- Аминадав, или О фантастике, рассматриваемой как особый язык
- Миф и реальность театра
- К театру ситуаций
Философия буйынса һәм теоретик хеҙмәттәр
үҙгәртергә- Что такое литература
- Бытие и ничто (L'Être et le néant, 1943)
- Основная идея феноменологии Гуссерля: интенциональность
- Проблемы метода
- Воображение
- Трансцендентность эго. Набросок феноменологического описания
- Экзистенциализм — это гуманизм
- Картезианская свобода
- Первичное отношение к другому. Любовь, язык, мазохизм
- Критика диалектического разума
Сәйәси темаға яҙмалар
үҙгәртергә- Размышления о еврейском вопросе (1944)
- О геноциде (из речи на Расселовском трибунале по военным преступлениям, 1968 год)
- Почему я отказался от премии (1964)
- Эпоха, лишенная морали (из интервью 1975 года)
- Попутчик коммунистической партии (интервью, данное Виктору П. в ноябре 1972)
- Левый радикализм и нелегальность (беседа Филлипа Гави, Виктора Пьера и Ж.-П. Сартра)
- Андреаса Баадера
- Маоисты во Франции
- Восстание в Венгрии: Призрак Сталина (La révolte de la Hongrie: Le fantôme de Staline, 1956)
- «Бунт — дело правое» (On a raison de se révolter, 1974)
Рус телендә сыҡҡан китаптары
үҙгәртергә- Сартр Ж.-П. Экзистенциализм — это гуманизм / Пер. с фр. М. Грецкого. М.: Изд-во иностр. лит., 1953.
- Сартр Ж.-П. Только правда. М.: Искусство, 1956
- Сартр Ж.-П. Слова. М.: Прогресс, 1966
- Сартр Ж.-П. Пьесы. М.: Искусство, 1967
- Сартр Ж.-П. Стена. Избранные произведения. Москва Издательство политической литературы 1992.— 480 с., 100 000 экз.
- Сартр Ж.-П. Герострат / Пер. с фр. Д. Гамкрелидзе, Л. Григорьяна. М.: Республика, 1992.— 224 с.,
- Сартр Ж.-П. Тошнота: Избранные произведения / Пер. с фр. В. П. Гайдамака; вступ. ст. С. Н. Зенкина. М.: Республика, 1994.
- Сартр Ж.-П. Проблемы метода / Пер. с фр.; примеч. В. П. Гайдамаки. М.: Прогресс, 1994.
- Сартр Ж.-П. Ситуации / Сост. и предисл. С. Великовского. М.: Ладомир, 1997.
- Сартр Ж.-П. Идиот в семье: Г. Флобер от 1821 до 1857 / Пер. Е. Плеханова. СПб.: Алетейя, 1998.
- Сартр Ж. П. Бытие и ничто: Опыт феноменологической онтологии / Пер. с фр., предисл., примеч. В. И. Колядко. — М.: Республика, 2000. — 640 с., 5 000 экз. ISBN 5-250-02729-6
- Сартр Ж.-П. Что такое литература? / Пер. с фр. Н. И. Полторацкой. СПб.: Алетейа: CEU, 2000.
- Сартр Ж.-П. Портрет антисемита. СПб.: Европейский дом, 2000.
- Сартр Ж.-П. Последний шанс. СПб.: Азбука, 2000
- Сартр Ж.-П. Воображаемое. Феноменологическая психология воображения / Пер. с фр. М. Бекетовой. СПб.: Наука, 2001.— 320 с.,
- Сартр Ж.-П. Дневники странной войны, сентябрь 1939 — март 1940 / Предисл. и примеч. А. Э. Сартр; пер. с фр. О. Волчек и С. Фокина. СПб.: Владимир Даль, 2002.
- Сартр Ж.-П. Слова. Затворники Альтоны / Пер. с фр. Л.Киркач. М.: ООО «Издательство АСТ», 2002.
- Сартр Ж.-П. Бодлер / Пер. с фр. Г. К. Косикова. М.: УРСС, 2004.
- Сартр Ж.-П. Трансценденция эго: Набросок феноменологического описания./Пер.с фр. Д.Кралечкина. М.:Модерн, 2012
Сартр Ж.-П. Портрет антисемита (: новелла «Детство вождя» / «Стена», 1939 и эссе «Размышления о еврейском вопросе», 1944, 1946) / Пер. с фр. Г. Ноткина. СПб.: издательство «Азбука», 2006. — 256 с. — ISBN 5-352-01194-1 («Азбука-классика» pocket-book)
- Сартр Ж.-П. Пьесы. М.: Флюид, 2008.
- Мухи / Пер. с фр. Л. Зониной
- Мертвые без погребения / Пер. с фр. Е. Якушкиной
- Почтительная потаскушка (Лиззи Мак-Кей) / Пер. с фр. Л. Большинцовой
- Дьявол и Господь Бог / Пер. с фр. Е. Пучковой
- Затворники Альтоны / Пер. с фр. Л. Большинцовой
- Сартр Ж.-П. Человек в осаде / Сост., вступ. ст., примеч. Л. Н. Токарева. М.: Вагриус, 2006.
- Слова / Пер. с фр. Ю. Я. Яхниной и Л. А. Зониной
- Дневники «странной войны». Сентябрь 1939 — март 1940 (фрагменты книги) / Пер. с фр. О. Е. Волчек и С. Л. Фокина
- Экзистенциализм — это гуманизм / Пер. с фр. М. Н. Грецкого
- Почему я отказался от Нобелевской премии
- Беседы Жана Поля Сартра с Симоной де Бовуар в августе-сентябре 1974 / Пер. с фр. Л. Н. Токарева
Рус телендә сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Сартр Ж.-П. Очерк теории эмоций / Пер. с фр. Е. Е. Насиновской и А. А. Пузырея, в книге «Психология эмоций», сост. В. К. Вилюнас. СПб.: Питер, 2008.
Сартр тураһында хеҙмәттәр
үҙгәртергә- Великовский Самарий Израилевич Путь Сартра-драматурга 1967
- Киссель М. А. Философская эволюция Ж.-П.Сартра Лениздат, 1976
- Грецкий М. Н. Марксистская философская мысль во Франции. М.: Изд-во Московского ун-та, 1977.
- Долгов К. М. Эстетика Жана-Поля Сартра. М.: Знание, 1990.
- Андреев Леонид Григорьевич Жан-Поль Сартр: свободное сознание и XX век. М.: Geleos, 2004.
- Альсберг К. Больное место. Еврейство, желание и язык у Сартра 2019 йыл 16 июнь архивланған. // Ж.-П. Сартр в настоящем времени: Автобиографизм в литературе, философии и политике. СПб.: СПбГУ, 2006. С. 169—186.
- Бердяев Н. Сартр и судьба экзистенциализма
- Юровская Э. П. Жан-Поль Сартр. Жизнь — философия — творчество. СПб.: Петрополис, 2006.
- Дунаевская, Рая. Философия и революция: от Гегеля до Сартра и от Маркса до Мао, 1973.
- Долгов К. М. О встрече с Жан-Поль Сартром и Симоной де Бовуар // Вопросы философии.2007. № 2. С. 151—160.
- Кузнецов Виталий Николаевич. Жан-Поль Сартр и экзистенциализм. М.: Изд-во Московского ун-та, 1969.
- Леденева Е. В. Ничто у Сартра и Гегеля. Credo new. 2013, № 2.
- Мердок А. Сартр — романтический рационалист. 1953.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #11860564X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Национальная библиотека Испании — 1711.
- ↑ https://librariesaustralia.nla.gov.au/search/display?dbid=auth&id=35476373
- ↑ 5,0 5,1 Jean-Paul Sartre // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ https://www.landrucimetieres.fr/spip/spip.php?article994
- ↑ 8,0 8,1 Bakewell S. Au café existentialiste (фр.) / P. Dauzat, A. d. Saint-Loup — Éditions Albin Michel, 2018. — P. 490. — ISBN 978-2-253-25783-7
- ↑ Bakewell S. Au café existentialiste (фр.) / P. Dauzat, A. d. Saint-Loup — Éditions Albin Michel, 2018. — ISBN 978-2-253-25783-7
- ↑ https://collections.library.yale.edu/catalog/16445195
- ↑ Chervel A. Les agrégés de l'enseignement secondaire. Répertoire 1809-1960
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/5cd828a2-d205-48eb-9e89-2a668f6488cc / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ The Nobel Foundation (1964)."Minnen, bara minnen" ISBN 9100571407 from year 2000 by Lars Gyllensten Nobel Prize in Literature 1964 — Press Release. Address by Anders Österling, Member of the Swedish Academy. Retrieved on: 4 February 2012.
- ↑ https://books.google.co.il/books?id=86xhAwAAQBAJ&pg=PT288&lpg=PT288&dq=%D0%B3%D1%83%D0%BB%D0%B0%D0%B3+%D0%BF%D1%8C%D0%B5%D1%80%D1%83+%D0%BA%D0%BE%D1%82%D1%83&source=bl&ots=PBPK8aD0sw&sig=ACfU3U0exG375qg6vs1jkBez0CaSSd4tiQ&hl=en&sa=X&ved=2ahUKEwiIt_OX1NHmAhUHmRQKHdehBzwQ6AEwA3oECAkQAQ#v=onepage&q=%D0%B3%D1%83%D0%BB%D0%B0%D0%B3%20%D0%BF%D1%8C%D0%B5%D1%80%D1%83%20%D0%BA%D0%BE%D1%82%D1%83&f=false
- ↑ Le Gendre, Bertrand. Le castrisme, une passion française // Le Monde. 2008. 22 Février.
- ↑ Философ В.Янкелевич о Сартре
- ↑ Сартр, Ж.-П. Почему я отказался от премии. Заявление, сделанное в Париже шведским журналистам 23 октября 1964 г. За рубежом, № 45 (6 ноябрь 1964). — «…Когда после второй мировой войны, в 1945 году, мне предложили орден Почетного легиона, я отказался от него, хотя у меня и были друзья в правительстве.» Дата обращения: 4 июнь 2014. Архивировано 4 июнь 2014 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Максим Мошков китапханаһында Жан-Поль Сартр
- Травина Е. Жан-Поль Сартр. Закованный в свободу
- Нудельман Ф. Сартр — автор своего времени?
- Смит, Марти. Кулинарный дневник Сартра
- Попова О. В. Н. А. Бердяев и Ж.-П. Сартр: два полюса экзистенциальной философии // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2010. — № 1 — Философия. Политология.
- Власова О.А. Жан-Поль Сартр и антипсихиатрия или как социальная теория проникла в науку о душевных болезнях // Хора. — 2010. — № 1/2 (11/12). — С. 71—86.
- Гасилин, А. В. Экзистенциальный психоанализ Жан-Поля Сартра (10 октябрь 2014). Дата обращения: 2 ноябрь 2014. Архивировано 2 ноябрь 2014 года.
- Документальный фильм о Сартре 2019 йыл 26 июнь архивланған. из серии «Гении и злодеи» (телеканал «Культура»)
Яҙыусы
үҙгәртергә- Великовский Самарий Израилевич Жан Поль Сартр о самом себе (Слова)
- Великовский Самарий Израилевич Сартр — литературный критик
- Власова Т. В. Одиночество как залог возрождения
- Ерофеев Виктор Владимирович Проза Сартра
- Зенкин Сергей Николаевич]] Сартр и сакральное
- Шибанов, Игорь. Идет война — я буду воевать: пьеса «Грязными руками» 2016 йыл 2 апрель архивланған. (недоступная ссылка с 12-05-2013 (4163
дней))
Аҡыл эйәһе
үҙгәртергә- Мамардашвили М. К. Категория социального бытия и метод его анализа в экзистенциализме Сартра
- Кандалинцева Л. Е. Проблема Свободы в социальной философии Франции (А.Камю, Ж.-П.Сартр)
- Гасилин А. В. Экзистенциальный психоанализ Сартра как метод философской антропологии // Филология: научные исследования. — 2015. — № 4. — С.331-339.
Сәйәсмән
үҙгәртергә- Сидоров, А. Н. Жан-Поль Сартр и либертарный социализм во Франции (50—70-е гг. XX в.). — Иркутск: Издательство ИрГТУ, 2006.
- Бабич Д. История письма Сартра в защиту Иосифа Бродского // Комсомольская правда. 1992. 19 декабря.
- Боуман, Элизабет А. Современный кризис капитализма: проблема освобождения человека: взгляд Ж.-П. Сартра 2011 йыл 6 ғинуар архивланған.
- Тесля Андрей Александрович Экзистенциальный опыт понимания социального. [: Рецензия на книгу: Сартр Ж.-П. Портрет антисемита. СПб., 2006].
- Возраст зрелости (Аудиокнига)
Ҡалып:Сартр Ҡалып:Нобелевская премия по литературе 1951—1975 Ҡалып:Марксизм